+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2022, 16:00

Иң-иңдәрҙе билдәләнеләр

Кисә Башҡортостан Юғары судының дөйөм йыйылышында киң мәғлүмәт сараларында суд эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыусылар конкурсында еңгәндәрҙе иғлан иттеләр.

Иң-иңдәрҙе билдәләнеләр
Иң-иңдәрҙе билдәләнеләр

Төбәк судьялары Советы 2021 йылда, конкурсҡа өҫтәп, судьялар съезының юбилейына әҙерлек һәм уны уҙғарыу барышын яҡтыртҡан мәҡәләләр өсөн “Х Бөтә Рәсәй судьялар съезы. Суд системаһын үҫтереү йүнәлештәре” номинацияһын индергән.

Жюри советына бөтәһе 620 мәҡәлә, очерк, интервью, репортаж, социаль селтәрҙәрҙәге сығыштар, видео һәм радио сюжеттар тәҡдим ителгән.  

“Иң яҡшы мәҡәлә” номинацияһында “Туймазинский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Алексей Шильников еңеүсе тип билдәләнде, икенсе урында – “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова, өсөнсөлә – “Красный Ключ.НурИман” гәзите хәбәрсеһе Ғәлиә Вәлиева.

“Иң яҡшы видеосюжет/радиоматериал” номинацияһында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Ангелина Машкина еңеү яуланы.

“Башҡортостан Республикаһының суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм оҫта яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында киң мәғлүмәт саралары араһында беренсе урын “Башҡортостан” гәзитенә бирелде, икенсе урында – “РБВ-Уфа” порталы мөхәрририәте, өсөнсөлә – “Красный Ключ.НурИман” редакцияһы коллективы.

Суд һәм суд йәмәғәтселеге органдарының эшмәкәрлеген һөнәри оҫталыҡ менән һәм дөрөҫ яҡтыртҡан өсөн “Вся Уфа” телеканалы генераль директоры Азамат Йәнбирҙингә һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Радмир Аҙнабаевҡа Башҡортостан Республикаһы Судьялар Советының Рәхмәт ҡағыҙы тапшырылды. Шулай уҡ республиканың суд системаһы эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан өсөн “Ашкадарские зори” гәзите хәбәрсеһе Татьяны Зәйнуллинаға һәм Елена Маганеваға, “Красный Ключ.НурИман” гәзите хәбәрсеһе Олеся Әхмәтоваға, “Спутник нуримановца” һәм “Нефтекамск 24” гәзиттәре мөхәрририәттәренә Башҡортостан Республикаһы Судьялар Советының Рәхмәт хаттары бирелде.

“Иң яҡшы матбуғат секретары/Иң яҡшы суд матбуғат хеҙмәте” номиинацияһында Белорет район-ара суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтшина еңде, икенсе урынға – Туймазы район-ара суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтйәнова, өсөнсөгә Өфө ҡалаһы Киров районы судының дөйөм бүлек начальнигы Анжелла Сафиуллина лайыҡ булды.

“Х Бөтә Рәсәй судьялар съезы. Суд системаһын үҫтереү йүнәлештәре” номинацияһында Краснокама район-ара суды администраторы Рәсүл Саттаров еңеүсе тип табылды.

Конкурста ҡатнашҡан һәм киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән өсөн Стәрлетамаҡ ҡала суды консультанты Алина Должикова, Саҡмағош район-ара суды рәйесе ярҙамсыһы Фларит Фәтхетдинов Башҡортостан Республикаһы Судьялар Советының Рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Конкурс еңеүселәренә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Рәмилә МУСИНА.

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2022-03-02/bash-ortostan-g-zite-berense-uryn-yaulany-2712711

Фото: vs.bkr.sudrf.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: