+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2022, 17:00

Театр фестивале үтәсәк

20-27 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында Республика театр фестивале ойошторола, унда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Туймазы ҡалаларындағы 12 төп театр коллективының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителә.

Театр фестивале үтәсәк
Театр фестивале үтәсәк

Һигеҙ көндә Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудитория - балалар, йәштәр һәм өлкәндәр өсөн 13 спектакль күрһәтелә. Бынан тыш, фестиваль сиктәрендә «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле үткәреләсәк, уның сиктәрендә иң яҡшы сәхнә сәнғәте тәжрибәләре һәм яңы технологиялары ҡараласаҡ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: