“Иң кәрәкле тауарҙар, төҙөлөш материалдары, шәхси гигиена саралары, уҡыу кәрәк-яраҡтары һәм башҡа бик күп әйберҙәр тупланыҡ. Өсөнсө, дүртенсе гуманитар конвойҙар ҙа буласаҡ. Төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиеларыбыҙ бар. Уларҙың продукциялары бында торлаҡтарҙы тергеҙеү өсөн кәрәк. Киләһе автопоездар нәҡ шундай йөк менән киләсәк, – тине республика Башлығы.
Белеүебеҙсә, Донбасс, Донецк, Луганск халҡы өсөн тәүге гуманитар ярҙам менән автомобиль колоннаһы аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары: генераторҙар, насостар, мотопомпалар һәм баша бик күп әйберҙәр менән 6 мартта барғайны.
Фото: Башинформ