«Арыҫлан Шафиҡов кеүек малайҙарҙан ысын ир-егеттәр үҫә. Уға 13 кенә йәш, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәй. 14 мартта янғын ваҡытында ул өлкән йәштәге ике күршеһен ҡотҡарған. Ҡурҡмаған, ҡасмаған. Бәлә күреүселәргә тәҙрә аша сығырға ярҙам иткән һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Маладис, хөрмәт итәм!», - тип яҙған ул.
Арыҫлан күршеләренең мунсаһы яғынан сыҡҡан янғын утын күреп, бер минутын да әрәм итмәй уларға йүгереп барып, ут сығыу тураһында хәбәр итә һәм тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Мунса, торлаҡ йорт менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Үҫмер шул арала инвалид коляскаһында ултырған 68 йәшлек иргә өйҙән сығырға ярҙам итә, уның коляскаһын хатта ҡултыҡ таяҡтарын да алып сыға. Ә 67 йәшлек ҡатынын тәҙрә аша ҡотҡарырға тура килә.
Янғын һүндереүселәр 117 квадрат метр майҙандағы утты һүндерә. Ут өйҙә ваҡытлыса «хужа булып ала», ә батыр уҡыусының ярҙамы менән кешеләр зыян күрмәй, иҫән-имен уттан ҡотола.