“Булмай бынан!” – тип сабыйға ҡул һелтәп ҡуйғансы, психологтар уның башҡа һәләттәренә иғтибар итергә тәҡдим итә.
Был осраҡта “йәшерен талант” тураһында һүҙ бара икән. Мәктәп программаһы нигеҙенә һыймағанлыҡтан, ул күренеп бөтмәй. Психологтар иҫкәртеүенсә, тәбиғи талантлы балаларҙың уҡыуҙа артта ҡалыуы һәм яҙыуы насар булыуы ла ихтимал. Быны ҡайһы бер тарихи дәлилдәр ҙә раҫлай.
Мәҫәлән, Александр Пушкин математикала “абсолют нуль” булған; Людвиг ван Бетховен ғүмере буйы ҡабатлау таблицаһын ятламаған; Огюст Роден менән Уинстон Черчилль бала саҡта һаҡау булған; Роберт Берне уҡырға өйрәнә алмай яфаланған; Альберт Эйнштейн ун биш йәшендә, уҡыуҙа өлгөрә алмауы сәбәпле, гимназиянан ҡыуылған; Антон Чехов, тел фәнен белмәгәнлектән, III синыфта ике йыл ултырған; Фёдор Шаляпинды, йырлауының йүне юҡ, тип сиркәү хорына алмағандар; Максим Горькийҙы, киреһенсә, хорға алһалар ҙа, Ҡазан университетының филология факультетына ҡабул итмәгәндәр.
“Евроталант” Европа ассоциацияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҡыу буйынса өлгәшмәйенсә мәктәптән ҡыуылған балаларҙың 30 проценты – тәбиғи һәләтле, талантлы балалар икән.