+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2022, 14:00

Льготалы ипотеканың проценты күтәрелә

Владимир Путин льготалы ипотека буйынса ставканы 7 проценттан 12 процентҡа тиклем арттырыу тәҡдимен хупланы. Шул уҡ ваҡытта ғаилә, ауыл һәм Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы буйынса льготалы ставкалар һаҡлана, тип белдерҙе.

Льготалы ипотеканың проценты күтәрелә
Льготалы ипотеканың проценты күтәрелә

«Ипотека баҙары тенденцияларын иҫәпкә алып, хөкүмәт был программаға үҙгәрештәр индерергә — баш ҡала төбәктәре (Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре) өсөн льготалы ипотеканың сикке күләмен — 12 миллион, башҡа төбәктәр өсөн алты миллион һумғаса арттырырға тәҡдим итте. Әйҙәгеҙ, шулай эшләйек, ризаһығыҙмы? Ставканы 12 процентҡа тиклем күтәрергә тәҡдим ителә», — тине Путин.

Ғаилә (6 процент), ауыл (3 процент), Алыҫ Көнсығыш (2 процент) ипотекаһы буйынса льготалы ставкалар һаҡлана, тип өҫтәне президент.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-23/v-rossii-stavka-lgotnoy-ipoteki-uvelichitsya-s-7-do-12-protsentov-2740593

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: