Утрау юҡҡа сығасаҡ. Барыһы ла кәмәләрен әҙерләп, был ерҙән китеү яғын хәстәрләй башлай. Тик Мөхәббәттең генә ундай мөмкинлеге юҡ һәм ул һуңға тиклем утрауҙа ҡала. Шулай ҙа ярҙам һорамаҡсы булып, эргәнән генә бик зиннәтле карапта йөҙөп барған Байлыҡҡа өндәшә.
– Байлыҡ әфәнде, мине үҙең менән ала алмаҫһыңмы икән? – тип үтенә.
– Юҡ, юҡ. Күрмәйһеңме ни, күпме алтын-көмөшөмдө тултырғанмын. Үҙем әле саҡ батмай барам. Һине ултыртып, һыу төбөнә киткем килмәй әле! – тип яуаплай Байлыҡ.
Һуңынан Мөхәббәттең күҙенә бик гүзәл кәмә салына. Ғорурлыҡ икән. Унан да ярҙам һорап ҡарай, тик тегеһе: «Матурлап, йыйыштырып ҡына ҡуйғайным, ике кешелек урыным да юҡ әле», – тип эре генә йөҙөп китә.
Шул мәл бик алыҫҡа китеп өлгөрмәгән Һағышҡа өндәшеп ҡарай.
– Зинһар өсөн, мине үҙең менән ал инде, тиҙҙән бер аяҡ баҫыр ҙа ҡоро ер ҡалмаясаҡ бит, – тип ялбара.
– Аһ, Мөхәббәт, ғәфү ит инде, йәме, минең шул тиклем кәйефем насар, бер үҙем генә булғым килә, – тигән ул иламһырап.
Шатлыҡтан күҙе томаланған Яҡшы Кәйеф бөтөнләй Мөхәббәттең ҡысҡырып ҡул болғағанын да күрмәй уҙып китә. Көтмәгәндә ниндәйҙер тауыш: «Ҡыҙым, әйҙә, минең менән», – тип өндәшә. Ҡотолоуға өмөтөн юғалтҡан Мөхәббәт тиҙ генә кәмәгә менеп ултыра, шатлығынан ҡотҡарыусыһының исемен дә һорарға онота хатта, ә ҡоро ергә барып етеү менән серле ҡарт юҡҡа сыға ла ҡуя.
– Ғилем, һин белмәйһеңме: кем миңә ярҙам итте икән? – тип һорай.
– Ул Ваҡыт ине, – ти Ғилем.
– Ваҡыт? – тип аптырай Мөхәббәт. – Ни эшләп улай килеп сыҡты һуң әле... Унан башҡа миңә бер кем дә ярҙам итмәне?
Тәрән аҡыллы Ғилем былай тип яуап бирә:
– Һин белеп ҡуй. Ваҡыт ҡына аңлай ала шул кеше яҙмышында Мөхәббәтең ни тиклем кәрәк булғанын.
Фото: Pinterest