+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель 2022, 10:00

Бөгөн – Милли кейем көнө

Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын борон-борондан сағылдырып килгән ҡомартҡыһы.

Бөгөн – Милли кейем көнө
Бөгөн – Милли кейем көнө
Затлы кейем

Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың

Өҫтө ҡорама юрған,
Өләсәйем һандығы ул,
Эсе сер менән тулған.
Бер көн өләсәйем әйтә:
- Килсе яныма, балам,
Милли кейем менән һине
Бер кейендереп алам.
- Бына был ҡашмау була, - ти, -
Мәрйенле баш кейеме.
Ҡәйнә ҡаршылай йортонда
Ҡашмау кейгән киленде.
Ә быныһы саф көмөштән,
Сылт-сылт итеп сылтырар,
Исеме – фирүзә ташлы
Көйәнтәле сулпылар.
Былары бына – һарауыс,
Ҡолаҡҡа – көмөш һырға,
Ынйы-мәрйенле маңлайса
Ҡушылып сыңлай йырға.
Аҡыҡ ташлы ҡаптырмалар,
Көмөш тәңкә – әмәйҙек,
Һәр бармаҡҡа ҡашлы йөҙөк,
Беләктә – ҡуш беләҙек.
Һоҡлана бит өләсәйем:
- Матур биҙәнде ҡыҙым,
Балҡып тора, көлөп тора
Ейәнсәрем, йондоҙом!

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: