+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Апрель 2022, 10:00

Һаҡ булығыҙ, сысҡан биҙгәге!

һуңғы арала республикабыҙ биләмәһендә сысҡан биҙгәген йоҡтороусылар күбәйә башлаған.

Һаҡ булығыҙ, сысҡан биҙгәге!
Һаҡ булығыҙ, сысҡан биҙгәге!

Был хаҡта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте.  2022 йылдың башынан Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 38 осрағы теркәлгән, Был күрһәткестәр былтырғы ошо уҡ осорҙан 3,8 тапҡырға күберәк. Эксперттар сирләү осраҡтарының күбәйеүен кимереүселәр өсөн уңайлы шарттар булыуы һәм уларҙың популяцияһының артыуы менән бәйләй.

Был ҡурҡыныс инфекциялы сир кешенең бөйөрөн, үпкәһен һәм башҡа эске ағзаларҙы зарарлай. Төп сәбәпсеһе – сысҡан. Әлеге мәлдә был биҙгәктән прививка юҡ, шуға ла һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы бар - гигиена талаптарын үтәү. Еләк-емеш мәле етә, әгәр ҙә урманға барғанда үҙегеҙ менән һыу, ризыҡ алып бараһығыҙ икән, уны ергә һалып китмәгеҙ. Сысҡан сумкағыҙға инмәһен өсөн уны ағасҡа элеп ҡуйығыҙ. Ризыҡты ашар алдынан ҡулығыҙҙы, ауыҙығыҙ тирәһен таҙалар өсөн махсус еүеш салфетка-фәлән йөрөтһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр. Һаҡланғанды Аллам үҙе һаҡлар, дуҫтар!

Фото: twitter.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: