-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Апрель 2022, 13:00

Абруйлы миҙалға кемдәр лайыҡ?

Башҡортостанда “Ата-әсә ҡаһарманлығы”  миҙалына дәғүә итеүселәр  категорияһын киңәйтергә уйлайҙар.   Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, миҙал менән бергә ғаиләгә 100 мең һум күләмендә аҡса ла бирелә.

Абруйлы миҙалға кемдәр лайыҡ?
Абруйлы миҙалға кемдәр лайыҡ?

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, хәҙер түләүҙәрҙе ете бала үҫтергән ата-әсәнең дә алыуы ихтимал. Яңы төҙәтмәләр индерелгәндән һуң граждандарҙың дүрт категорияһы  был миҙалға дәғүә итә ала: республикаға дан килтергән,  кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа, законлылыҡ, хоҡуҡ тәртибен,  хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса батырлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад,  спорт йәиһә ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлектә ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән  ата-әсәләр, опекундар һәм  попечителдәр;  өс һәм унан да ашыу инвалид баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ата-әсәләр;  ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бәлиғ булмаған ете һәм унан да күберәк баланы тәрбиәгә алған опекундар,  попечителдәр (шул иҫәптән, балаларҙы ғаиләгә ҡабул иткән ата-әсәләр, патронат тәрбиәселәр); ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр һәм тәрбиәләүселәр.

Фото: Rg.ru

Динә АРЫҪЛАНОВА.

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-04-28/abruyly-mi-al-a-kemd-r-layy-2787135

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: