+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Май 2022, 18:00

Төрткө

Уны икенсе төрлө һуҡыр сысҡан тип йөрөтәләр. Был исемде күҙҙәренең бик бәләкәй булғаны өсөн биргәндәрҙер, моғайын. Һуҡыр сысҡандарҙың ғаиләһе бер тирәлә йәшәй. Шундағы ерҙәрҙе йырғыслап бөтәләр. Был – улар­ҙың йәшәү урыны ла, һунар биләмәһе лә.

Төрткө
Төрткө

Эре һуҡыр сысҡандың оҙонлоғо – 12 сантиметрҙан алып 20 сантиметрғаса етә. Ауырлығы – 90 – 170 грамм тирәһе.
Был йәнлектең тәпейҙәре көрәк кеүек киң һәм ҡыҫҡа. Ниндәй генә ҡаты ер булмаһын, тиҙ генә соҡоп, үҙенә юл һалып ала. Шәп хәрәкәт итәләр. Тырнаҡтары эре, осло. Алғы тәпейҙәре артҡыларынан күпкә көслөрәк. Алғылары горизонталь йүнәлештә. Ҡуйы йөнө ҡара төҫтә. Һәр ваҡыт тиерлек ер аҫтында йәшәһә лә, тиреһе таҙа, матур. Башы оҙонса, ҙур түгел. Осло мороно менән ерҙе соҡой ҙа өҫкә сығарып ташлай. Яҡтылыҡты яратмайҙар. Күреү һәләте үҫешмәгән, ҡайһы бер төрҙәренең күҙҙәре тире менән ҡапланған. Еҫте бик яҡшы һиҙәләр. Тештәре – 33-тән 44-кәсә, бик үткер. Ҡулбаш һөйәге киң һәм ныҡ.
Рәсәйҙә төрткөләрҙең өс төрлөһө йәшәй. Алтайҙа, Кавказда күп таралған. Төрткө аҙыҡты тойомлау һәләте менән таба.
Был йәнлектең дошманы – төлкө һәм бесәй. Һуҡыр сысҡан баҡсала, бесәнлектә һәм башҡа урындарҙа йәшәй. Төрткөнөң файҙаһы ла бар. Ерҙе йырғыслап зыян килтерһәләр ҙә, уны дымландырыуға, йомшартыуға булышлыҡ итәләр. Улар ямғыр селәүсененән тыш, үҫемлектәр өсөн зыянлы төрлө ҡорттарҙың, ҡусҡарҙарҙың дошманы булыуын да оноторға ярамай.
Төрткө тиреһе заманында ҙур табыш та булды. Он, шәкәргә алмаштырып алдыҡ. Шул арҡала асыҡманыҡ.

Фото: yandex.ru

https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2021-11-26/t-rtk-2593497

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: