+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2022, 15:55

АЗАТ БАДРАНОВ НИ ӨСӨН ЯУҒА КИТӘ?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадрановтың яуға китергә теләк белдергәнен ишеткән халыҡ “геү” итеп ҡалды. Кемдәрҙер быны батырлыҡ итеп ҡабул итте, кемдәрҙер шик белдерҙе, кемдәрҙер ғәҙәти ир-егет ҡылығы тине, берәүҙәр алдаҡ хәбәр икәнен дәлилләне. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ дөрөҫөлөгөн дөрөҫ итеп һүҙ ҡуйыртты. Шундай мәлдә иң хаҡ яуапты Азат Бадрановтың тик үҙенән генә алып булырын аңлап, хөкүмәт хеҙмәткәренә тура мөрәжәғәт иттем. Һәм эш араһында ашығыс ҡына һөләшкән  әңгәмәне уҡыусыларыма ла тәҡдим итәм.  – Ғаризағыҙҙы интернаттан күрҙек.  Тимәк, һеҙ ысынлап, үҙ теләгегеҙ менән, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашырға китеп бараһығыҙ? – Эйе. Ысынлап. Үҙ теләгем менән. – Ни өсөн бындай фекергә килдегеҙ? “Унда” файҙалыраҡ булырбыҙ тинегеҙме әллә үрнәк күрһәтеүегеҙме?

АЗАТ БАДРАНОВ НИ ӨСӨН ЯУҒА КИТӘ?
АЗАТ БАДРАНОВ НИ ӨСӨН ЯУҒА КИТӘ?

Беренсенән, мин хөкүмәттәге иң йәш Вице-премьер һәм баштан алып идеология йүнәлешен алып барам. Инде нисә йылдар дәүләтселек тураһында һөйләнем, илһөйәрлекте үҫтереү, берҙәмлекте, бөтөнлөктө пропагандалау булды бар маҡсатым. Һәм бына бөгөн шул һөйләгәндәремде һүҙҙән эштә иҫбатлау көнө етте. Һәр алып барылған идея, әйтелгән хәбәр өсөн яуап биреү мәле булғандай, мин дә тап бөгөн илһөйәрлекте эш-хәрәкәт-ҡылыҡ менән дә күрһәтә алырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Һынауҙы күтәреү, тоғролоҡто иҫбатлау, илебеҙгә булған һөйөүҙе күрһәтеү, кәрәк саҡта уны яҡлау өсөн тороп баҫыуҙыр ул, ир-егет өсөн башҡа юл юҡ, минеңсә.

Һорауға тура яуап биргәндә, унда файҙалы ла булырмын һәм үрнәк тә күрһәтәм, тип уйлайым. Бығаса саҡырылған егеттәрҙең бер һүҙһеҙ, тауыш-тынһыҙ, истерикаһыҙ, ҡурҡыуһыҙ һәм дәрәжә менән китеп барыуҙарын ҡеүәтләп, уларҙың ошо ҡылығын хөрмәт итеп, ҡушылырға булдым. 35 йәштә, һау-сәләмәт көйө, минең кеүек үк ғаиләле, балалы ир-егеттәрҙе махсус операцияға оҙатып ҡына ҡалыу намыҫ ҡанундарыма тура килмәй. Һәм һыҙыҡ өҫтөнә алам: мин батырлыҡ та ҡылмайым, минән “герой” яһауҙарын да теләмәйем, ә бары меңәрләгән замандаштарым кеүек ил алдындағы ирлек бурысымды ғына атҡарам.

 – Был хәбәрҙе яҡындарығыҙ нисек ҡабул итте?

Барлыҡ ата-әсәләр, ҡатындар кеүек үк улар ҙа борсола, сөнки һуғыш ул һәр заманда ла, һәр халыҡ өсөн дә хәсрәт, хәүеф, ҡайғы һәм һәләкәт. Шулай ҙа минекеләр өсөн был ҡарарым яңылыҡ булманы. Ҡараштарымды, холҡомдо беләләр бит инде. Юлға сығырға торғанда ҡатынымдың “ғорурланам” тиеүе көс бирә. Атайымдың “был ир-егеттең бурысы” тигәне рухымды нығыта. Ә әсәйемдең наказы берәү генә: “Еңеү менән ҡайтаһың!”

Мине ысын күңелдән яратҡан иң яҡындарымдың был һүҙҙәренән һуң, мин дә, ошо юлды һайлаған башҡа ир-егеттәр ҙә, хаҡлыбыҙҙыр, тип ышанам.

– Унда һеҙ ғәҙәти, ябай һалдаттар менән буласаҡһығыҙмы әллә ҡайҙалыр махсус берәй урынға бараһығыҙмы? Кем булып хеҙмәт итәсәкһегеҙ, тимәксемен?

Рәсәй хәрби көстәре рәтенә баҫыу тураһында контракт төҙөнөм һәм унда Шайморатов батальонына барыуым әйтелә. Белеүегеҙсә, был ботальон әле алғы рәттә, һуғыш линияһында. Унда махсус хеҙмәттәр ҙә, айырым алыш шарттары ла юҡ. Фронтта, алғы һыҙыҡтағы барыһы менән бер хоҡуҡта булып, командир ҡушҡанды үтәйәсәкмен. Окоп ҡаҙырға ҡушһалар – ҡаҙырмын, снаряд ташырға тиһәләр – ташырмын. Армияла бойороҡтар тикшерелмәй, ә үтәлә генә. Әле унда ҡулланылған ҡорал төрҙәрен өйрәнеү өҫтөндәмен.

Әлбиттә, интернетта яҙылғандарҙы ла уҡыным. “Түрә кеше штабта ғына йәшенеп ултырыр әле” тигәндәр ҙә бар. Яуабым аныҡ: юҡ, ултырмаясаҡмын.

– Хәбиров ҡалырға өгөтләмәнеме?

 Өгөтләне. Ғаиләмдәгеләр бер ҡаршылыҡһыҙ риза булғанда ла, етәксем башта был һорауымды кире ҡаҡты. Ҡат-ҡат мөрәғәжәт итеп, әҙерлегемде һәм ныҡлы теләгемде иҫбатлап, фатихаһын алдым. Мин уны яҡшы аңлайым. Иңендә тотош Республика яҙмышын күтәргәндә, эргәһендәге хеҙмәткәренән дә яҙып ҡалыу еңелдән түгелдер. Тик бөгөн бөтөн илдең ир-егеттәре повестка алғанда, берәүҙең дә “ала” йәки “ҡашҡа” түгеллеген аңлай. Ауыр һәм һынылышлы осорҙа ҡабул ителә торған ҡарар был.

– Бында ҡалыусы ир-егет етәкселәргә нимә әйтер инегеҙ?

Бөтә етәксе ир-егеттәр ҙә күтәрелеп сығып китергә тейеш тип иҫәпләмәйем. Предприятиелар, ойошмалар хеҙмәте – ул тыл хеҙмәте. Был өлкәне лә кемдәрҙер етәкләй, алып бара. Етәксе булыу ҙа еңел генә яуаплылыҡ түгел. Әммә йөрәгендә ялҡын, күңелендә рухи ҡомар һәм йәнендә илде һаҡлау теләге булған етәксе һәм башҡа ир-егеттәргә “Әйҙәгеҙ!” тип әйтәм.

– Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, кәләштәр, балалар ҡала... Уларға йыуатыу һүҙҙәрегеҙ булырмы?

Әлбиттә, бер әсә лә улын яу өсөн үҫтермәгән, әммә ир намыҫы батырлыҡта икәнде аңлай улар. Асырғаныу, күҙ йәштәре аша булһа ла аңлайҙар...

 Ҡатын-ҡыҙҙарға ир-егетенә ышанып, өмөтләнеп көтөргә генә ҡала. Балаларҙы һаҡларға, уларҙы аталары исеменә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләп үҫтерергә. Мин үҙебеҙҙең ҡатындарҙың сабырлығына һәм нескә көсөнә ышанам.

Ни эшләптер Азат Шамил улының был ҡылығына аптыраманым. Хатта һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа белдермәнем. Ғәҙәти ир-егет ҡарары итеп ҡабул иттем. Бөгөнгө көндәге, бөгөнгө хәлдәге яуаплы, намыҫлы һәм ҡыйыу ирҙәр ҡылығы булды был.

 Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: