+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2022, 11:34

ЛОГИКА ТАМАМЛАНҒАН ЕРҘӘ...

Ошо урында “Ҡайыш” байрамы йәки йолаһы кәрәк ине ул. Ҡайҙалыр бер ерҙә йолалар уйлап сығарып, халыҡтың башын бутап, юҡтан шағараҡ ҡорҙороп ултырған фольклор белгестәре өсөн.

ЛОГИКА ТАМАМЛАНҒАН  ЕРҘӘ...
ЛОГИКА ТАМАМЛАНҒАН ЕРҘӘ...

Миңә йыш ҡына сценарий һорап мөрәжәғәт итәләр. Ә сценарий эҙләп йонсоған кешеләр улар шул мәҙәниәт тирәһендә хеҙмәт итеүселәр. Бигерәк тә ауыл-район клубтары. Уларға йыш ҡына ниндәйҙер йоланы сәхнәләштереү кәрәк була. Һәм мине халыҡ аптырата. Юҡ, мөрәжәғәт итеүҙәрен ғәйепләп әйтмәйем, хәлемдән килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышам. Мине икенсе нәмә - беҙҙең шул хәтлем дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ йолалар булыуы аптырата. Мәҫәлән, бер һөйләшеүҙән миҫал килтерәм.

Клуб мөдире:

– Беҙгә ҡатыҡ тәмләү йолаһын яҙып бирегеҙ әле?

Мин:

– Ундай йола бармы ул?

Клуб мөдире:

– Барҙыр ул, үрҙән ҡушҡайнылар...

Мин:

– Ғүмерҙә ишеткәнем юҡ. Һеҙ бына ауылда үҫкәнһегеҙҙер бит, мин дә ауылда үҫтем, әммә ҡатыҡ тәмләшеп йөрөгән йоланы белмәйем.

 

Икенсе осраҡ:

– Көҙҙө ҡаршылау йолаһын эшләйек тигәйнек.

– Нисек ул?

– Ну-у... Көҙһылыу булып кейенеп, уңыштар менән маҡтанып, тәбиғәт йоҡоға тала тип микән шунда?..

– Һеҙгә әкиәт кәрәкме әллә йоламы?

– Йола!

– Ғәфү итегеҙ, тик мин ундай йоланы белмәйем.

 

Шулай итеп, логика тамамланған ерҙә уйлап сығарылған йолалар башлана. Булғас, булһын әйҙә! Ҡатыҡ тәмләүҙе лә, ҡаймаҡ ашауҙы ла, һурпа эсеүҙе лә, кәнфит имеүҙе лә йола итәйек. Күлдәк тегеү йолаһын үткәргәс ни аны, күлдәк һатып алыу йолаһы ла булһын. Икенсеһе күпкә күңеллерәк, минеңсә. Йәки, һағыҙ ҡайнатыу йолаһы. Һағыҙҙы ҡайната ла сәйнәй торғайнылар, уның өсөн махсус ваҡыт, мәл, айырым кешеләр һәм тәртиптәр кәрәк булманы. Ә бит йола ул – ритуал, ҡанун, мотлаҡ үтәлә торған ғөрөф-ғәҙәт. Ул ғәҙәти көнкүреш эше йәки хеҙмәте генә түгел. Йола ул – туй һәм уға бәйле тәртиптәр, бала тыуыуға бәйле ғәҙәттәр, үлемгә бәйлеләр, тәбиғәткә бәйле мәжүси ритуалдар һәм башҡалар. Әгәр һәр бер ваҡ хеҙмәтте йола итә башлаһаң, һыйыр һауыу мөһим эш түгелме ни? Иҙән йыуыу? Мунса йыуыныу?

Ошо урында “Ҡайыш” байрамы йәки йолаһы кәрәк ине ул. Ҡайҙалыр бер ерҙә йолалар уйлап сығарып, халыҡтың башын бутап, юҡтан шағараҡ ҡорҙороп ултырған фольклор белгестәре өсөн. Райондар буйлап йөрөп, жюрилыҡта ултырып, ҡатыҡ тәмләү йәки күлдәк тегеү йолаһына ҡарағанда, ҡайыштың күпкә файҙалыраҡ тәриәүи яҡтары булыуын белеп ҡайтырҙар ине мужы быть.  

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: