-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2022, 14:29

МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ

Интернетты өйрәнеү бөгөн заман талабы булып китте шул. Унһыҙ хәҙер, урыҫ дуҫыбыҙ әйтмешләй, никуда! Ҡағыҙ баҫмаларҙы һаҡлап ҡалайыҡ, тип тырышабыҙ ҙа ул, бөтөн яҙма донъя шул виртуаллеккә убылып бара бит әле. Әгәр беҙ шул йыһанды үҙләштерә һәм үҙ караптарыбыҙҙы ышансылы осошҡа сығара алмаһаҡ, аҫтан ғына ауыҙ асып ҡарап тора ла ҡалабыҙ инде.

МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ
МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ

Башҡорт, татар матбуғаты журналистары өсөн үткән практик семинарҙа баҫмаларҙың тел, стиль мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһының матбуғат агентлығы ойошторған был сарала Республиканың төрлө төбәктәренән һәм баш ҡаланан хәбәрселәр, редакторҙар, гәзит-журнал мөхәррирҙәре, тел һәм әҙәбиәт белгестәре ҡатнашты. Көн торошо боҙолоп тороу, әлбиттә, алыҫ райондарҙың юлын бүлде, әллә ниҙә бер тәтегән бындай яҡындан күрешеп һөйләшеү, аралашыу күптәргә танһыҡ ине лә...

Башҡорт теле ҡағиҙәләренең аныҡ ҡына бер әсбабы йәки тәртибе булмауы ла йәки шул булғанды белеп етмәү ҙә бөгөнгө ҡәләм тирбәтеүселәрҙең бәкәленә һуға. Һәр сыҡҡан китапта, һәр ғалимдың хеҙмәтендә төрлөсә булып та китә шул. Уларында ла контроль юҡ. Был иһә һәр яҙмаһы күҙ алдында булған журналистарҙың бәләһенә әйләнгән. Совет мәктәптәре тарҡалғандан алып телде уҡытыуҙың тәртиптәре лә йомшарып, инде хәҙер икенсе-өсөнсө быуын балаларылыр, туған тел ҡағиҙәләрен үҙләштермәй үҫә. Үҫеп кенә ҡалмай, шулар уҡ яҙыу-һыҙыу-уҡытыу хеҙмәтенә лә тотона. “Бында йәштәр үҙ телендә һөйләшә белмәгәндә, ниндәй ҡағиҙә һөйләйһегеҙ?” тиерһегеҙ, шулай бит? Дөрөҫ әйтәһегеҙ, уныһы ла бар. Тик әҙәби тел ҡанундарын да юғалтмаҫҡа ине. Бөгөнгө заманына күрә, ярай, артыҡ уҡ ҡәтғи лә итмәйенсә, әллә ниндәй ялғау-өтөрҙәргә бәйләнмәйенсә генә лә, матбуғаттағы яҙма һәм һөйләү телмәрен, ҡәләм аша фекер йөрөтөү оҫталығын, публицистик һәм әҙәби стиль үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалғы килә.

Башҡорт баҫмалары журналистары араһында ике бөртөк кенә ғалим-тел белгесе бар. “Ағиҙел”дән Луиза Кирәева менән “Ватандаш”тан Рәшиҙә Мәһәҙиева. Уйлап ҡараһаң, беҙ уларҙы усыбыҙҙа ғына ултыртып ҡуйырға ла, белемдәрен уртаҡ файҙаға тотона белергә тейешбеҙ. Бына ошо заман килгән – башҡорт теле ҡағиҙәләрен тулыһынса реаль белгән һәм башҡаларҙы өйрәтә алған журналистарыбыҙҙың һынаулы ғына икәнлеген таный торған көндәр тыуған.

Ғалимәләр баҫмаларҙа йыш ебәрелә торған хаталарға анализ яһаны, уларҙы асыҡлау һәм ҡотолоу юлдарын күрһәтте. Был бик файҙалы дәрестәр булды ул. Ниндәйҙер кимәлдә белгән хәлдә лә, ҡағиҙәләр бит онотолоп китә, буталдыра, яҙа башлаһаң икеләнеүҙәр килә. Ә беҙҙең белгестәр шул хәтерҙе яңыртып ебәрҙе, йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе, бәхәсле урындарҙы ла сисеп ебәрҙе. Әгәр ҙә ошондай дәрестәр журналистар өсөн йышыраҡ үткәрелеп торһа, махсус лекциялар ойошторолһа ла йөрөлөр ине. Үҙ өҫтөңдә эшләү, үҫешеү, белем эстәү юлы бит инде был. Рәхмәт был аҡыллы апай-ҡыҙҙарыбыҙға.

 

Шулай уҡ сайт, төркөм алып барыу серҙәре менән дә таныштыҡ. Таныштыҡ тип, ул сайттарҙа күптән эшләйбеҙ ҙә ул, тик шул өлкәнең белгестәре түгелбеҙ. Бер нәмә сыҡһа кемдән ярҙам һорарға белмәй “низнай”ға төртөлә лә ҡалабыҙ. Был тәңгәлдә, баҡтиһәң, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең компьютер бүлеге мөдире Азамат Абдрафиҡов ярҙам итә ала икән. Күп нәмәне аңлатып, экранда төртөп күрһәтеп төшөндөрөп кенә ҡалманы, “һорауҙарығыҙ булһа мөрәжәғәт итегеҙ” тип тә ҡыуандырҙы. Ағай-эне араһында шулай ярҙамлашып эшләүгә ни етә? Рәхмәт Азаматҡа ла!

Интернетты өйрәнеү бөгөн заман талабы булып китте шул. Унһыҙ хәҙер, урыҫ дуҫыбыҙ әйтмешләй, никуда! Ҡағыҙ баҫмаларҙы һаҡлап ҡалайыҡ, тип тырышабыҙ ҙа ул, бөтөн яҙма донъя шул виртуаллеккә убылып бара бит әле. Әгәр беҙ шул йыһанды үҙләштерә һәм үҙ караптарыбыҙҙы ышансылы осошҡа сығара алмаһаҡ, аҫтан ғына ауыҙ асып ҡарап тора ла ҡалабыҙ инде. Интернет ул шундай нәмә икән, һинең йоҡоңдан уянғаныңды көтөп тормай. Шуға ла был тәңгәлдә әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар, башҡорт телен шул йыһанға күберәк индерәйек, яулап алайыҡ, үҙебеҙҙеке итәйек.

Мин дә, шәхси төркөм алып барыусы журналист булараҡ, аҙмы-күпме һүҙ тоттом. Өс тиҫтәгә яҡын йылдар ҡәләм тирбәтеү ҙә үҙ тәжрибәһен бирә торғандыр, яҙышыу һәм интернетта уҡыусыларҙы йәлеп итер материалдар ижад итеү тураһындағы үҙем белгәндәрҙе коллегаларыма бәйән иттем.

Сараның йомғаҡлау өлөшөнә опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Раил Кучуков саҡырылғайны.  Уның менән бергә ҡатыны, шулай уҡ хор йырсыһы, Рауза ханым да булды. Бына ошо мәлдә журналистар билдәле шәхес менән аралашыу алымдарын миҫалда ҡараны. Йырсыны уҡыусыға асыу өсөн ниндәй һорауҙар биреү дөрөҫөрәк булыр, ниндәй алымдар артыҡ урынлы түгел, әңгәмәсене кәрәкле ыҙанда тота алыу һәм башҡалар. Шунда уҡ был тәңгәлдәге хата аҙымдарҙы ла практикала күрҙек. Һорашып-төпсөнөп ултырған арала үҙебеҙ өсөн шундай ҡыҙыҡлы һәм һәләтле шәхестәрҙе астыҡ. Журналист һөнәренең бер үтә лә бер ҡиммәтле яғы бит ул, ошо, кешеләр менән аралашыу, шул аралашыуҙар айҡанлы күңелеңде байытыу һәм илһам алыу.

Семинар ҡоро һөйләшеү генә булманы. Был, беренсенән, аралашыу, тәжрибә бүлешеү, икенсенән, күҙгә төртөлөп торған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын ҡарау. Әлеге мәл, мәҫәлән, журналистар өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе ҡапыл ҡарап алыуға электрон һүҙлек-ҡулланма кәрәклеге асыҡланды һәм уны төҙөү өсөн белгестәр йәлеп ителәсәк, тигән һығымта яһалды. Шулай уҡ “ҡағиҙәһе ҡағиҙә менән, артыҡ ҡәтғи булып, былай ҙа ауыр өйрәнелгән телдән биҙҙереүгә этәрмәйек халыҡты” тигән фекергә лә таяндыҡ. Ҡыҫҡаһы, һәр яҡты ла мөмкин тиклем тоғро самаларға тырыштыҡ.

Артабанғы семинарҙарҙа журналистарға уңышлы эшләү өсөн дөрөҫ һөйләшеү, уҡыусыға ҡыҙыҡлы булыуға үҙ шәхесеңде үҫтереү, уйлағаныңды системалы һәм аңлайышлы итеп яҙа белеү алымдарын миҫалдарҙа өйрәтеүҙәр ҙә булһын ине. Хатта был мәктәп Журналистар союзында махсус курстар итеп алып барылһа ла артыҡ булмаясаҡ. Сөнки йәштәр күрһәтеп өйрәтеүгә, ҡулынан тотоп яҙҙырыу һабаҡтарына мохтаж. Беҙгә, бәхетебеҙгә, совет осороноң талапсан журналист ағай-апайҙары тура килеп, эш сығырҙайҙарыбыҙҙы һайлап алып, редакцияларға эйәләтеп, яҙышыу серҙәренә төшөндөргәйнеләр. Бөгөнгө йәштәргә артыҡ һүҙ әйтеп булмай, улар тәнҡитте ҡабул итеп бармай. Әммә үҫергә һәм башҡорт журналистикаһында үҙ исемен күрһәтергә теләгәндәр, был аҡылдан баш тартырға тейеш түгелдер, тип уйлайым.

Миләүшә Ҡаһарманова.

МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ
МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ
МАТБУҒАТ, ЖУРНАЛИСТ, ИНТЕРНЕТ
Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: