Ураҙа айында эргәһендә булдым: ул өшкөрәм, ул үлән-мүләнен эсерәм. Көн дә дин тураһында һөйләйем. Юҡ, ыҡҡа бармай. Ятып китте. Мин үҙемде ашайым:" Нисек инде, Аллаһ миңә кеше йөрәгенә үтер тел биргән, бер ағайымды иманға килтерә алмайым..."-тип. Беләм: Аллаһ ҡына бәндәне иманлы итә. Аллаһтан һорайым, ялбарам. Хәле тегенең көндән -көн хөртәйә. Бер көн һорайым:" Һиңә "Ясин" сығайыммы?" -тип. Эйе, ти. Шәһәҙәт әйт, тейем. Ләә иләһә иллаллаһты 3 тапҡыр әйтте бит - мин инде шатлыҡтан түгелеп илайым... "Әйтәм, әйтәм..."-ти. "Һиңә ҡыйын булған саҡта ошоно әйт , тейем (үлеп барғаныңда, тип әйтеп булмай бит). Әйтте ағайым. Мин "Ясин" сығам, йәштәрем субырлап аға... Китеп барҙы ағайым. Аллаһтың барлығын, берлеген танып... Аллам ялбарыуҙарымды ишетте. Йәне йәннәттә булһын!! Амин! Төшкә лә инмәй - ризалыр... Рәсүл хәҙрәттең теге һүҙҙәре барыбыҙ өсөн АҠЫЛ - шуны тотайыҡ! Йәш кенә булһа ла ҡалай аҡыллы, тип уйлағайным ул саҡ. Аҡыл йәш менән түгел, иман, ғилем кимәле менән билдәләнә икән... Шуны аңланым...
Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән ауыҙ асырға тип магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ. Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙарға - 9, малайҙарға-11-12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Аллаһ Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек - Аллаһ Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.
Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы етеп килә... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..
Аллаһы Тәғәлә беҙгә , ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән аяты менән башты, муйындарҙы ҡаплап йөрөргә ҡушҡан. Тик беҙ, иманыбыҙ зәғиф булыу сәбәплеме, шайтаныбыҙ көслөмө - Уның ҡушҡанын үтәп бармайбыҙ.
Бер мәл миңә бер апай йома хәйере бирергә килде. Гел яулыҡта йөрөһәм дә, өйҙә кеше-ғара булмағас, яланбаш йөрөп ятам. "Яулыҡ бирәйем, әтеү фәрештә килмәй, ябын", -тейем тегегә. "Юҡ"",-тип ҡырт киҫә. "Ярай әтеү, мин дә яулыҡһыҙ уҡыйым да ҡуяйым..."-тейем тегегә. "Ю-ю-уҡ, һин бөтә шартына килтереп, яулыҡ ябынып уҡы",-тей был миңә. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай - үҙебеҙгә тигәндә тик яҡшыһы булһын, шартына килһен, тибеҙ... Ә башҡалар хаҡын, ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһ хаҡын - Ул ҡушҡандарҙы онотабыҙ, икенсе, өсөнсө һ.б. планға ҡуябыҙ...
Өс йәшлек ейәнсәрем бар. Мин намаҙ уҡый башлаһам, башына берәй нәмә сырмап алып, мин эшләгән хәрәкәттәрҙе ҡабатлап маташа. Әйткәндәй, ул 1 йәшенән шулай намаҙ"уҡый". Сәждәгә киткән сағында "Аллаһу әкбәр" тип әйтә белмәй, "Әббә" тигән була ине тәүҙә. Кескенә балала иман булыуын күреп илағылар килеп китә ине. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, теге намаҙын ташлай биреп ҡуйҙы. Әйтәләр бит: кеше (хет башҡорт, хет урыҫ, хет япон булһын, тыуған саҡта иманлы булып тыуа, тик унан ата-әсәһе, йәмғиәт йә йәһүд, йә христиан, йә башҡа нәмә яһай, тип. Шөкөр, ташламаны "намаҙ"ын, мин уҡый башлаһам, әле лә ҡушыла. 87 йәшлек әсәйемде, әгәр беҙ намаҙға тотонһаҡ, тыйып ҡуя: "Һөйҙәшмәгеҙ, Айһылыу өләсәй намаҙ уҡый",- тип. Әсәйем әйтә: "Эй, балаҡайым, Ер шарында 87 йыл йәшәгән минме, әллә 3 йәшлек һинме аҡыллы..." Был да һорау, эйеме?
Бөгөн беҙҙең йәмғиәттә, һиҙелмәһә лә, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дәрәжә өсөн асыҡтан-асыҡ уҡ булмаһа ла, көрәш бара.
Әлеге лә баяғы бер аятҡа барғанбыҙ. Ауылдың дингә килеп йөрөгән ике йәш ире, инициатива алып, ҡатын-ҡыҙҙы бер яҡҡа, ир-атты өҫтәлдең икенсе яғына ултыртырға маташып йөрөй. Бәреп алып китте теге икәүҙе инәй-апайҙар:" Бөгөн килеп мулла булып йөрөйһөгөҙ, эсеп-туҙып йөрөгәнегеҙҙе оноттоғоҙмо?"-тип - ҡайһы ерең ҡысый. Теге икәүҙе яҡлап, инәйҙәрҙе саҡ әүрәтеп ҡуйҙым. Ир-атҡа бит беҙҙекенән юғары дәрәжәне (яуаплылыҡты) бер ниндәй министрлыҡ, батша бирмәгән, Аллаһ биргән, егеттәрҙе күтәрмәләйек, тоғро юлға төшкәндәр, үҙгәргәндәр бит, тип...
Сахих (достоверный) хәҙис бар:Әбү Сәғид Әл-Худриҙан еткерелә, Аллаһ унан риза булһын, ул пәйғәсбәр с.ғ.с. былай тип әйткәнен ишеткән:"Әгәр Аллаһ ҡоло исламды ҡабул итһә, һәм уның исламы яҡшы булһа, Аллаһ уның элек ҡылған бөтә гонаһтарын ғәфү итер һәм бынан һуң уның бер изге эше өсөн кәмендә10 сауап яҙылыр (хатта 700-гәсә барып етер). Ә һәр гонаһ эше өсөн , Аллаһ уны ғәфү итмәһә, 1 гонаһ яҙылыр" (Бохари, 1-се том, 36(41)-се хәҙис, 42-се бит. Бәй, пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәрен ҡолаҡҡа эләйек - дингә килгәндәрҙе элекке эштәре өсөн әрләмәйек, гонаһлы булырбыҙ.