+1 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
15 Августа 2023, 05:00

Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?

Көнө буйы тимерлектә ҡыҙыу металды һуҡҡылап, унан кәрәкле әйбер яһағандарын ҡарап торған малай өйгә йүгереп ҡайтып инә лә: – Атай, мин үҫкәс, оҫта тимерсе буласаҡмын. Тимерсе ағайҙың нисек эшләгәнен күреп, һәр бер оҫталыҡ серен иҫемдә ҡалдырып барҙым. Бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?
Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?

Тик атаһы уның һөйләгәненә әллә ни иғтибар бирмәгән. Эше менән мәш­ғүл булған.
Бер аҙҙан улын сәйгә саҡыра. Үҙе шәкәрләп, баллап һемерә, ә малайына тәҡдим итмәй ҙә.
Һуңынан атаһы унан:
– Йә, улым, минең сәй кеүек һинеке лә шәрбәтле булғандыр?
– Бәй, нисек улай булһын, балды бит үҙ эргәңә генә ултырттың.
– Һуң, һыйланғанымды ҡарап торҙоң дабаһа, шәрбәт тәмен тойманыңмы ни?
– Тойманым, – тип үпкә белдергән улы.
– Улай булғас, нисек ситтән ҡарап тороп ҡына тимерсе һөнәрен үҙләштерҙең һуң? – тип йылмая атаһы.

Фото: www.bonodono.ru

Автор:
Читайте нас