+4 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
20 Августа 2023, 12:00

Alexa ярҙамға килгән

Шотландияның Глазго ҡалаһында йәшәүсе алты йәшле Дарси исемле ҡыҙыҡай өйәнәк мәлендә ауырыу әсәһен ҡотҡарып ҡалған. Нисекме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Alexa ярҙамға килгәнAlexa ярҙамға килгән
Alexa ярҙамға килгән

16 йәшендә табиптар Эммаға гипертрофиялы кардиомиопатия диагнозын ҡуялар. Был сирҙә йөрәк мускулдары ҡалыная. Ҡыҙ бала әсәһенең ауырыуы тураһында бәләкәй сағынан уҡ белгән. Эмма Дарсиға үҙенең ауырыуы хаҡында һөйләп кенә ҡалмаған, ә өйәнәге башланһа нимә эшләргә кәрәклеген дә өйрәткән. Ярҙамға Alexa аҡыллы колонкаһы килә икән.

“Мин Alexa-ны шулай көйләп ҡуйҙым, әгәр аңымды юғалтһам йә иһә кинәт үҙемде насар хис итһәм. Ҡыҙыма колонкаға мөрәжәғәт итеп: “Alexa, ярҙамға саҡыр!” – тип әйтеү ҙә етәсәк. Был команданы ишеткән колонка яҡында ғына йәшәгән әсәйемә шылтыратасаҡ”, – тип һөйләй Эмма.

Әсәһенең хәле насарайып киткәндә ҡыҙ, ысынлап та, колонка ярҙамында бер нисә тапҡыр уға ярҙам итә. Ә бер мәлде тылсымлы техника хатта үҙаллы ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыртҡан. “Ҡыҙым менән ғорурланам, ул минең – йондоҙом”, – ти Эмма.

Фото: engadget.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас