+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2023, 10:20

Зимагур

(Тормош һабаҡтары) Таң менән юлға сығасаҡ ул. Алаһы әйберҙәрен тағы бер тапҡыр барланы: әсәһенә – шәл-яулыҡтар, таҫтамалдар, ағаһына – ҡиммәтле коньяк, еңгәһенә – шифон шарфтар, парфюмерия әйберҙәре, кесе туғандарына кеҫә телефондары, планшет... Күп күстәнәстәрҙе ҡат-ҡат ҡулынан үткәрҙе. Ә ауылдаштарына, класташтарына араҡы хәстәрләне.

Зимагур
Зимагур

Үҙенең кумиры – көслө тауышҡа, һирәк харизмға, вокалдың уникаль диапазонына һәм колоритына эйә Григорий Лепс йырҙа­рына һылтанма ҡуйылған араҡы шешәләре менән тулы тартманы машинаның багажнигына урынлаштырҙы. Был йырсының йырҙарын тотош ил халҡы белә. Араҡы шешәһендәге QR-кодҡа кеҫә телефоныңды тейҙереүең етә, Лепс йырлай башлай. Миллиондарса тамашасыны йыйған башҡа­рыусыны алып ҡайта ул тыуған ауылына. Меҫкендәр, күрмәгәндәрен күрһендәр әле. Ауылда “самопал” эсеп хәлдәре бөткәндер. Элек улар йәш саҡта шулай ине. Тормош әле лә үҙгәрмәгәндер.

Дуҫтарына ҡабымлыҡҡа алған ҡиммәтле колбаса-ветчиналарын, ыҫланған, ҡаҡланған балыҡтарын айырым тартмаға һалып, һыуытҡысына ҡуйҙы. Вәт, исмаһам, байрам яһаясаҡ Тимур ауылдаштарына, йәштәш­тәренә! Ҡайтыуы барыһына ла сюрприз буласаҡ. Өндәшмәй генә ҡайтып төшәсәк. Ҡара күҙлек, ап-аҡ футболка, ҡара джинсы, аҡ кроссовки кейгән, кәүҙәгә ҡалынайып киткән, беләктәрендә текәлеген әллә ҡайҙан күрһәтеп торған наколкалары булған Тимурҙы күреүгә барыһы ла тәгәрәп китәсәк! Хатта әсәһе лә.

Ауылдан сығып китеүенә егерме биш йыл инде уның. Күпме хыялланды ул иң текә джипта ҡайтыу тураһында! Бала сағынан шул хыял менән йәшәй. Туғыҙынсыға тиклем класташтары ни һөйләһә лә, телендә машина алыу ине. “Мин дә үҫкәс джип аласаҡмын!” Үҙенә иптәштәре “джип” тигән ҡушамат та таҡты. Туғыҙынсы кластан һуң тракторсылар әҙерләй торған колледжда уҡып һөнәр алды. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Себер тарафтарына юлланды. Уҡыуҙа әллә ни алға киткән ере юҡ ине. Бульдозерҙа эшләй. Башта донъя күрҙе, ялдарын диңгеҙ буйҙарында үткәрҙе. Ҡунаҡханаларҙа йәйелеп ял итте, кальян һурып, татлы шараптар тәмләп, сибәрҙәр ҡосоп үткәрҙе йәшлеген.

“Атайың ауыр хәлдә. Ҡайт. Күп тормаҫ. Бәхиллеген алып ҡал”, – тип яҙҙы әсәһе.

Тунисҡа осорға йөрөй ине. Ауыл ҡайғыһымы инде?! Ҡайтманы. Эш буйынса командировкаға ебәрәләр, тип алдашты. Дөрөҫлөк таш яра, тиҙәр. “Боҙоҡ” телефон аша Себерҙәге ауылдаштары әсәһенә дөрөҫ хәбәрҙе еткергәндә, атаһын ерләүгә ун көн ине. Ә Тимур ҡыҙҙар менән күңел асты, негрҙар менән фотоға төшөп, социаль селтәрҙәрҙәге биттәрен тултырҙы. Олоғайған көнөндә әсәләрен үҙ ҡанатына алған ағаһы Артур менән еңгәһе Венера, Тимурҙы социаль селтәрҙәрҙән күҙәтеп барһа ла, әсәләренә туғандарының күңелле сәйәхәттәрен һөйләмәне. Йәше лә бара, йөрәген әрнетмәһен, тинеләр.

“Ағайыңдар яңы өй күтәрә, быйылғы ялыңды ситтә үткәрмә, балам. Ике генә бөр­төкһөгөҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итеп йә­шәгеҙ, ҡайтыу яғын ҡара”, – тип шылтыратты береһендә әсәһе.

– Ю-ю-ю-ҡ, әсәй, булмай. Ниндәй ҡайтыу ти ул? Миңә быйыл ял бөтөнләй эләкмәҫкә оҡшап тора, – тине, эшенең күплегенә һылтанып.

Ғүмер уҙа торҙо. Тимур түгел, әсәһе үҙе шылтыратып улының хәлен белгеләне. “Балам, мин иҫән саҡта ҡайтып күрен. Бигерәк күргем килә. Йәштәштәрең бына тигән тормош ҡороп йәшәй, балалар үҫтерә ауылда ла”, – тип ялбарҙы. Текә егеттең иҫе китмәне: “Ҡайтырмын, әсәй, ҡайтырмын. Тик әле түгел...”

Эшләп тапҡан аҡса “елгә”, күңел асыуҙарға “осоп” торҙо. Унан һуң бер бүлмәле булһа ла фатир йүнәтте, ремонт яһатты. Тағы ике йыл уҙғас ҡына, хыялында йөрөткән ҡара джипты алып ултыртты Тимур. Кредитҡа инергә лә тура килде. Алмаҫ ине кредитты, аҡса яғы ҡыҫылды. Тормош рәхәтлектәре, сибәркәйҙәр менән саманы уҙып аҙыныуҙар емеше – Гөлиә исемле бер оҙон сәс, бала табып, атайлыҡты раҫлап, сабыйына алимент юлланы. Хәҙер Тимур йәшәгән урамдағы йорттан фатир алып, улын яңғыҙы үҫтерә. Ай үҫәһен көн үҫкән балаһына ситтән генә ҡарап үтә ир.

“Ярар, кредитҡа алынған машинаға өр-яңы түгеллеге лә яҙылмаған, бер кем дә белмәҫ. Сер бирер хәл юҡ. Иң мөһиме – башҡаларҙың танауына сиртеү”, – тип уйланы Тимур, көҙгө кеүек ялт итеп торған кузовын дымлы салфетка менән һөртөп.

 

*  *  *

Ҡайтып төшөүен төшөндә күреп һаташты. Бына ул ауылда. Ихатаһы иҫкергән йорттары эргәһендә әкиәттән төшкән кеүек йылҡылдап торған джип тора. Ауылдаштары уның ҙур машинаһын күрергә килгән. Ирҙәр салонын асып ҡарай, тел шартлата, капотын асып двигатель ҡеүәтен һораша. Ҡатындар, көнләшеп, ирҙәренә үпкә белдерә. “Һин дә Себергә йөрөп эшләһәң, беҙҙә лә шундай машина булыр ине...” – тиҙәр. Ә Тимурҙың әсәһеме?! Бер башҡа үҫеп киткән. Сер бирмәй, эре генә йөрөп ята. Уның улы ауылға беренсе джип алып ҡайтҡан бит! Ситтә генә баҫып торған класташтары Илгиз менән Марат, халыҡ таралышҡас, ҡыйын­һынып ҡына Тимур янына килеп ҡотланы, хаҡы, мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

Тимур, танауын сөйөп, машинаһын ҡабыҙып, йәштәштәрен ултыртып, урамды бер урарға уйлағайны, машинаһы ҡабын­маны... Шул мәлдә уянып китте. Ҡуҙғалырға ваҡыт ине.

Күстәнәстәрен багажнигына һәйбәтләп тултырып, юлға ҡуҙғалды. Юл буйы магнитофон таҫмаһынан йыр тыңлап ҡайтты, үҙе лә ҡушылып моңланды. Ауылды күҙ алдына килтерҙе. Әжәл көнө еткәнен көткән ауылы, класташтары меҫкен хәлдә күҙ алдында торҙо. Йәйҙәрен күгәүендән ашалып, эҫелә әлһерәп бесән әҙерләп, мал-тыуар ҡарап, яҙлы-көҙлө батҡаҡта шыйыҡ балсыҡ ярып йөрөүҙәр ауыл тормошонан тамам биҙҙерҙе Тимурҙы. Сығып китә алһам, ҡайтмаҫ инем ошо ауылға тип ҡабатлағаны бер генә булманы.

Белем дәрәжәһе киң булмағас, башҡалар кеүек, ул белем “урманы”на аяҡ баҫып торманы. Кластарында ауылдан дүрт кенә бала уҡыны. Йәштәре етеүгә, кипкән ҡуҙаҡтан ҡойолған борсаҡтар кеүек, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Марат – агрономлыҡҡа, Ил­гиз инженерлыҡҡа уҡырға инде. Айгөл­дәре, сауҙа техникумынан һуң юғары белем алып, үҙ эшен алып бара, тиҙәр.

Ауылға ингәндә, тыуған Имәнлеген таныманы Тимур. Нимә был? Уның ҡаршыһына ниндәй ауыл килеп ултырған? Ауылдың эске урамдарына тиклем көҙгө өҫтө кеүек асфальт түшәлгән, бейек йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ауыл уртаһында Еңеүсе һалдат һәйкәле балҡып ултыра, матур парк төҙөклән­дерелгән. Парк майҙаны тротуар плитәһе менән әйләндереп алынған, сатырҙар, эс­кә­м­йәләр урынлаштырылған. Сәскә түтәлен әйт әле! Ул йәшәгән ҡала уртаһындағы парктыҡынан кәм түгел. Ике йәш кенә ҡатын, коляскаларын этеп, балалары менән саф һауаға сыҡҡан, бер әбей менән бабай сатыр аҫтындағы эскәмйәлә серләшеп ултыра...

Магазин, клуб биналары янынан яйлап уҙҙы Тимур. Ремонтланған, заманса материал менән ябылған биналар. Уларҙың бала сағындағы кеүек, стеналарындағы штукатур­каһы ел иҫкән һайын ҡубып ергә ҡойолған магазин менән клуб түгел инде. Ишек алдында аллы-гөллө петуниялар, раузалар сәскә атып ултырып, ауылға ҡала төҫө бирә.

Бына ул үҫкән йорт! Бәй, ҡайҙа булған уның тыуып үҫкән йорто? Ошо урамда ине бит. Ҡаршыларында күрше бабай ултыртҡан пар тирәктәр үҫә ине. Тирәктәр бар. Ә Тимурҙарҙың ҙур булмаған йорто урынында яңы төҙөлгән ҡалай түбәле, бейек йорт тора! Ағаһы төҙөй белгән...

Ҡоймаларҙың да алғы яҡтағы бағана­ларын кирбес менән көпләп, ҡалын ҡалайҙы профилгә беркетеп эшләткән. Ҡапҡаны әйтеп тора­һы ла түгел. Хаҡы әллә ҡайҙан “Мин фә­лән йөҙ мең һумлыҡ” тип ҡысҡырып тора.

– Күҙемә күренәһең тип торам. Ысын икән. Ҡайттыңмы, зимагур улым, – тип ҡаршы алды улын әсәһе.

– Ҡайттым, әсәй, ни хәлдә йәшәйһегеҙ?

– Аллаға шөкөр, арыубыҙ. Йәшәйбеҙ. Зарланмайбыҙ.

– Ағайҙар эштәме?

– Эйе.

Әсәһе сәй ҡуйҙы. Тимур өҫтәлгә күстәнәс­тәрен теҙҙе, әсәһенә бүләктәрен бирҙе. Ағаһының улдарына алған телефон, ноутбуктарын алып инде. Улар верандала йоҡлай ине.

Әсәһе күп һөйләшмәне. Тимурҙың хәлдә­рен дә һорашманы. Сәйерләнгән кеүек тойҙо егет әсәһенең ҡылығын. Хатта бүләктәренә лә артыҡ һөйөнмәне. Рәхмәт, ҡуй шунда, тип ҡулына ла тотмай, тумбочка өҫтөнә һалдырҙы.

Был өй иркен, ҙур булһа ла, Тимур өсөн ят ине. Өй уртаһында күпереп бешкән ик­мәк­тәре менән һөйөндөргән ап-аҡ ҙур мейес ултырмай. Әсәһенең яратып үҫтергән яран гөлдәре урынына тәҙрә төптәренә экзотик гөлдәр килеп ҡунаҡлаған. Йыһаз затлы. Бүлмәләр иркен, уңайлыҡтар бар. Газ ҡаҙан­лығы айырым ишектән инеү өсөн эшләнгән. Верандалар әкиәт һарайын хәтерләтә. Уның бала сағын хәтерләткән иҫтәлектәрҙән баҡ­салағы миләш, муйыл ағастары ғына ҡалған. Барыһы ла яңыртылған. Мунса ла, аҙбар ҙа, келәт, ҡаралты-ҡура – һәммәһе яңынан төҙөлгән.

Ихата тулы ҡош-ҡорт. Тауыҡтың ниндәй генә тәпәйлеләре, кикреклеләре юҡ! Аҙбар бер нисә бүлмәгә бүленгән. Береһендә – аҡ күркәләр, икенсеһендә – бройлерҙар, өсөнсөһөндә тауыҡтар йөрөй...

***

Ағаһының малайҙарына телефон, планшеттарҙы өләшкәс, шатлыҡтарынан үрле-ҡырлы һикерешерҙәр тип көткән ине Тимур, яңылышҡан. Ҡулдарына алып, әйләндереп торҙолар ҙа, өҫтәлгә һалып сығып киттеләр.

– Беҙҙекеләр яңы модель. Был телефондар инде мораль яҡтан иҫкергән, – тигәс, Тимур ғәрләнеп ҡуйҙы.

Ағаһы, еңгәһенән дә битарафлыҡ, һалҡынлыҡ тойҙо ҡунаҡ. Артыҡ һөйләшмәнеләр. Күрешеп, ултырып ашанылар ҙа, хужалар мал-тыуарҙы ҡарап таныштары саҡырған байрамға сығып киттеләр. Әсәһе тәһәрәт алып инде лә, үҙенең яҡты, иркен бүлмәһендә намаҙ уҡый башланы.

Тимур, был өйҙә йәм тапмаҫын аңлап, урамға сыҡты. Класташтары Марат менән Илгиздең йортон һорашып барып тапты. Яңы урамдан өй бөтөрөп сыҡҡандар икән, күршеләр. Уларға урам аша ике ҡатлы итеп төҙөлгән йортта ғаиләһе менән Айгөл тора тиҙәр. Әле ял йортонда ти. Яңы урамға барып беренсеһенең ҡапҡа алдына барып туҡталғас, иҫе китеп ултырҙы Тимур. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Ҡапҡалары алдынан тротуар плитәләре, аллы-гөллө гөлдәр үҫеп ултыра. Йорттарының төҙөклөгөнә, ҙурлығына хайран булды зимагур Тимур. Уның башын бер һорау бырауланы: “Нисек булдыра алған уларҙың класташтары шундай тормош ҡорорға?”

Ҡапҡа алдына Тимурҙыҡынан да текә сөм-ҡара джип килеп туҡтаны. Унан ап-аҡ күлдәкле, ҡара күҙлекле, ҡулына ҡара күн папка тотҡан Марат менән ҡурсаҡ кеүек кейенгән ҡатын төштө.

– Сәләм, йәштәш! – тип сәләмләне Маратты Тимур.

Марат йәштәшен таныманы.

– Үҙгәргәнһең, ғәфү ит, йәштәш. Олоғайғанһың тип әйтәйемме... Беҙ ҙә үҙгәрәбеҙҙер инде. Күптән күрешкән юҡ бит, – тип күрешергә ҡулын һуҙҙы. Өйөнә саҡырҙы.

Тимур, тыштан күреп, Мараттың тормошона бер хыялый булһа, ҡапҡаны асып ингәс, артына ултыра яҙҙы. Бында әкиәт батшалығындағы кеүек матурлыҡ ҡаршы алды уны. Йорт уртаһында фонтан, бассейн, тирә-яҡта гөлдәр, тротуар плитәһе баҡсаға алып сыға. Тротуар ситендәге сатырҙы эре-эре тәлгәшле виноградтар әйләндереп алған. Өй артындағы аҙбарҙа ап-аҡ күркәләр үлән сүпләй...

Өй ҙур, иркен. Бар уңайлыҡтары булған ҡала фатирын хәтерләтә. Иркен кухняға үтеп күстәнәстәрен теҙҙе Тимур. Мараттың ҡатыны йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Тимур Лепслы араҡыһын тәҡдим итте.

– Юҡ, туған, эсмәйем. Беҙҙә эскән кеше юҡ хәҙер, – тине Марат.

Тимур аптыраны.

– Ысынлап әйтәм. Ул шайтан һыуы менән дуҫ булһаң йәшәрһең кешесә, бар. Уны күптән табынға ҡуймайбыҙ беҙ. Дөрөҫ, элек эсте халыҡ. Күпме кеше шуның арҡаһында донъянан китте...

– Һуң был бит... был бит Григорий Лепс йырлай торған шешәләге араҡы. – Ҡунаҡ, телефонын этикеткаға тейҙереп, Лепсты йырлатты. Хужаның иҫе лә китмәне.

– Минең ҡайтыу хөрмәтенә ауыл башына сығып байрам яһайыҡ бер, ә?

Был тәҡдим дә хуплау тапманы. Хужаларға күрһәткән һыйҙары өсөн рәхмәт әйтеп, Тимур, башын эйеп, күршеләге Илгиздәргә юлланды.

Илгиздең тормошо Мараттыҡынан да өҫтөнөрәк ине. Картуф баҡсаларына тиклем бағаналарҙы кирбес менән тышлап, төҫлө ҡалай менән әйләндереп алған. Өй кирбестән, мунса, аҙбар, гараж иҫ киткес уңайлы итеп урынаштырылған!

“Дә-ә-ә, минең танауға сирткәндәр былар...” тип уйланы Тимур.

Илгиз, улдары менән умарталары янында йөрөй ине. Ағас баҡсаларында иртә өлгөрә торған алма, грушалары балланып бешеп ултыра. Ожмах та ожмах инде.

– Һине лә күрер көндәр бар икән, һау ғынамы, Тимур! Ниндәй елдәр ташланы? Үҙең генәме? – тип Илгиз күрешергә килде. Йорттағы йыуынғыста йыуынып өйгә инделәр. Хужаның ҡатыны менән ҡыҙы диңгеҙ буйында ял итәләр икән. Тиҙ генә йүгертеп һыуытҡыстан һый-хөрмәт алып теҙеп, ҡунаҡтың да һыйҙарын ҡушып сәй әҙерләне Илгиз. Лепс йырлай торған шешәнән ул да баш тартты:

– Юҡ, әй. Мин бит имам вазифаһын алып барам ауылда. Күптән тел дә тейҙергәнем юҡ шайтан һыуына. Бал ҡорттары ла еҫен яратмай ул зәхмәттең.

Тимур, телһеҙ ҡалды. Ҡыҫтаманы.

– Атай, бына был ағайҙыҡы кеүек машинаның яңыраҡ моделен алырға кәрәк беҙгә. Хәҙергеләрҙең кузовы башҡаса итеп эшләнгән. Бындайҙары сыҡмай, – тип үҙ хәбәрен һөйләне Илгиздең үҫмер улы атаһы янына яҡынайып.

– Ярар, улым, ярар. Шундайын алырбыҙ. Һин нисек әйтһәң, шулай булыр.

Тимурҙың күңеле болғана башланы. Уның тиҙерәк эскеһе, онотолғоһо килде.

– Илгиз, әйт әле, ауылда нисек шундай тормош ҡороп йәшәп була ул?

– Әй, Тимур, аҡылың булһа, ауылда бына тигән итеп йәшәргә була. Район үҙәгенә йөрөп эшләйем. Инженермын. Ҡатын уҡытыусы. Мал-тыуар ҡарайбыҙ. Умарталар бик һөйөндөрә. Өй һалғанда ҡатынға субсидия бирҙеләр. Тормош бигерәк рәхәт. Ҡәҙерен бел дә йәшә генә.

– Яңы машина алырлыҡ та рәт сығамы?

– Аҡыл менән тотонһаң, була. Уны күптән тәүәккәлләргә ине. Малай һайлана. Хәҙерге йәштәр күп белә.

– Һинең үҙеңдең хәлдәр нисек һуң, Тимур? Ҡатының кем, балаларың нисәү?

– Хәлдәр үҙем кеүек. Күреп тораһың. Ни... өйләнмәнем мин. Шулай тура килде инде... Бала ла үҙем менән түгел. Айырым ғаиләлә үҫә. Алимент түләйем. Шулайыраҡ булды инде...

– Ярар. Зыян юҡ. Һәр кем үҙ ризығында йәшәй. Хәйерле булһын. Ингәнең өсөн рәхмәт, – тип оҙатып ҡалды класташы Тимурҙы.

Тимур, машинаһына ултырғас, салонға алған шешәһен асып ауыҙына араҡы ҡойҙо. Тәненә йылылыҡ йүгерҙе. Рәхәт булып китте. Уйланып ултырҙы. Ниңә улай яңылышты ул? Ауылдарҙы бөтә, тиҙәр. Бөтмәгән бит ауылдары. Их, ниңә ҡайтманы һуң ул ауылға иртәрәк? Юғалмаған бит уның йәштәштәре, киреһенсә, ауылда ҡалып отҡандар. Ағаһы ла бай кеүек йәшәй. Ә ул ниндәй хәлдә? Уның нимәһе бар ошо йәшенә етеп? Кем ғәйепле? Уҙған ғүмерен күҙ алдына килтереп, ҡосағына һыйынып үҙен “һауған” ҡыҙҙарҙы күрә алмаҫ хәлгә етте. Күңелендәге икенсе “мин”е үҙең ғәйепле, Тимур тип ҡабатланы. Йоҙроғо менән руленә һуғып алды ла, машинаһын ҡабыҙып, көслө итеп газға баҫып урынынан ҡуҙғалды. Ауыл башындағы Зәңгәр күл буйына барып йәнен тынысландырмаҡсы булды. Кинәт башы әйләнде, күҙ алдында бер әйбер ике булып күренде. Урам аша сығып барған ҡыҙыл тауыҡтарҙы ла шәйләмәне, береһен тапап үтте. Артынан сығып ҡарап ҡалған ҡарсыҡ теләктәрен теләне: “Эй, Аллам, иман бир бәндәләреңә. Тауығымды харап итте. Бер үк үҙе иҫән-һау булһын. Берәүҙең бер ғәзизе бит был бәндә лә...”

Әллә ошо теләктәрҙең тәьҫире булды, ауылдан дүрт йөҙ метр йыраҡлыҡта йәйелеп ятҡан Зәңгәр күлгә барып етә алманы зимагур. Бер нисә метр ара менән бер рәттә ултырған ҡарт ҡайындың береһе көтмәгәндә Тимурҙың юлында пәйҙә булды. Ҡарт ағас ҡеүәтле джип килеп бәрелеүҙән ныҡ ҡына ыңғырашып алды ла, машинаны атып бәрҙе. Джип уң яҡҡа тәгәрәне. Яҡындағы соҡорға барып төштө... “КамАЗ” автомашинаһына бесән тейәп ҡайтып барыусылар шаһит булған һәләкәттән иҫән ҡалды Тимур. “Хәүефһеҙлек мендәре һаҡлаған уны”, тиеште бесәнселәр. Машинаның файҙаға ярар ере ҡалмағайны.

Тимур, утҡа төшөп ҡанаттарын көйҙөргән ҡош хәлендә ҡалды.

***

– Ҡайтыуыңа бер ҙә күңелем һөйөнмәгәйне. Хәйерлегә булһын. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа тиеүҙәре ағайың менән һинең кеүектәр тураһындалыр инде. Имен генә юлыңа сыҡ та, башҡаса ҡайтып йәнемде көйҙөрөп йөрөмә, – тине әсәһе ике тәүлек дауаханала ятып айнып сыҡҡан улын күргәс.

– Тыңла әле, ҡустым. Бына һиңә аҡса. Юлыңа етәр тип уйлайым. Ҡайтып башҡаса мине, беҙҙе оятлы итмә, ҡайҙа урынлашҡанһың, шунда йәшә. Ауылды мыҫҡыл итеп йөрөмә, – тине ағаһы һәм Тимурға аҡса һуҙҙы.

Ни эшләһен, ҡунаҡ, ҡайтыу менән машинаның кредитын түләргә кәрәк. Машинаһы ремонтларлыҡ түгел. Сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп, үҙ башына мәшәҡәттәр арттырып юлға йыйынды Тимур.

Икенсе көндө Марат машинаһында юлға сыҡты. Машинаһында шундай рәхәт, еләҫ. Бер туҙан бөртөгө лә юҡ. Матур музыка ҡуйҙы Марат. Һөйләшмәй генә барҙылар. Тимурға ҡыйын ине.

– Ярар, йәштәш. Ошонда ҡалдырам инде. Вокзал ҡаршы яҡта ғына, хуш бул әлегә, – тине Марат Тимурға. Машина ҡуҙғалып китте. Тимур урам ситендә баҫып ҡалды. Район үҙәге улар училищела уҡыған йылдарҙағы кеүек батҡаҡ, туҙанлы урамдары менән үҙәккә үткән ауыл түгел. Ялтырап ятҡан асфальт йәйелеп киткән. Юл ситендә тротуарҙар. Урам гөлгә күмелгән.

Тимур сигарет ҡабыҙҙы. Еңелсә башы әйләнеп китте. Тағы онотолғоһо, эскеһе килде. Эсергә ярамай ине. Вокзалға барып билет алырға ваҡыт күп ине әле. Тимурҙың аяҡтары үҙенән-үҙе ҡаршы яҡтағы мәсеткә алып килде.

Ҡапҡа алдына килеп еткәс, ҡурҡып ҡуйҙы. Көлмәҫтәрме унан?

– Һаумыһығыҙ, инергә мөмкинме?

– Вәғәләйкүмәссәләм, рәхим итегеҙ, – тине Тимурҙан күпкә йәш хәҙрәт.

Хәҙрәт, Тимурҙан ниндәй ниәт менән Аллаһы йортона аяҡ баҫыуы менән ҡыҙыҡһынғас, Тимур, хәҙрәткә бөтә тормош юлын һөйләп бирҙе. Ир уртаһы булып еткәс ауылға ҡайтыуы, оятҡа ҡалыуы, хурланып, йәшәгән һәм эшләгән еренә юлланыуы, эскелек менән мауығыуы тураһында ла йәшермәй һөйләне.

– Дүрт аяҡлы ат та абына, ти халыҡ. Иманға килергә бер ҡасан да һуң түгел. Барлыҡ яңылышыуҙарыңды танып, тәүбәгә килһәң, Иншә Аллаһы, барыһы ла яҡшырыр. Доға ҡылайыҡ, – тине хәҙрәт.

Оҙаҡ уҡыны хәҙрәт. Мәрхүм яҡындарын исемләтеп, рухтарына бағышланы. Тимурҙың илағыһы килде, күҙҙәренә йәш тығылды. Хәҙрәт уҡығанда күңеленән ҡат-ҡат үҙ-үҙенә ант итте: “Башҡаса эскене ауыҙыма ла алмайым. Мин дә кешесә йәшәй башлайым. Кешесә йәшәр өсөн кеше булырға кәрәк. Мин бит кешелектән сығып барам...” Ауылда йәшәгән класташтарын күҙ алдына килтереп бер ҡалала, бер урамда йәшәгән Гөлиәне, үҙенә оҡшап үҫеп килгән улын үҙ ҡанаты аҫтына алғыһы, тулы ғаилә булдырыу теләге уянды. Ҡабул итер әле Гөлиә. Ҡайтып етеү менән тәҡдим яһарға, бергә булырға! Уның улы атайһыҙ үҫергә тейеш түгел!

Хәҙрәткә рәхмәт әйтеп вокзалға юлланды. Инде иңдәрендәге ауыр йөк ҡайҙалыр таралып юҡҡа сыҡҡан, уға еңел, рәхәт булып ҡалғайны. Вокзалға атлаған һайын үҙен яҡты киләсәгенә яҡынайғандай хис итте. 

 

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

 

Фото: stylishbag.ru

Автор:
Читайте нас: