+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2023, 13:00

“Юғалма юлдарымдан!..”

Сәхнәнән йыр ағыла. Гөлшат йырлай. “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең, Юғалма юлдарымдан, юғалма...” Сыңғырап торған моң клуб стеналарына ҡағылып, залды тултыра, тын да алмай тыңлаған халыҡты ниндәйҙер сихри тулҡындарҙа бәүелтә, йөрәктең иң нескә ҡылдарына килеп ҡағыла кеүек. Был йырҙың кемгә арналғанын белгәнгә күрәме, ул миңә айырыуса ныҡ тәьҫир итә, ирекһеҙҙән күҙгә йәш тула.

“Юғалма юлдарымдан!..”
“Юғалма юлдарымдан!..”
Тормош юлдашы Илһамға арнап йырлай уны Гөлшат. Илһам да залда. Күҙ ҡырыйы менән генә уға ҡарап алам. Берсә сәхнәләге ҡатынына һоҡланыулы ҡараш ташлай, берсә уңайһыҙланғандай күҙҙәрен аҫҡа төбәй. “Ә бит барыһы ла башҡа төрлө булыр ине...” тигән уйҙан йөрәк өшөп китә.
Гөлшат менән Илһам педучилищела уҡығанда танышып дуҫлашып китә. Уҡыуҙы тамамлар мәлдә ҡыҙ егетте әрме сафына оҙата. Ике йәш йөрәктең араһын һөйөү хисе менән тулы хаттар бәйләй. Уларҙың ғаилә тарихын, бөгөнгө бәхеттәренә илткән юлдарындағы һынауҙар хаҡында Гөлшат үҙе һөйләгәйне бер осрашҡанда.
- Илһам Чечняға эләкте. Хаттары тәүҙә йыш ҡына килде. Шундай матур итеп яҙа! Мин уның бер хатына икешәр яуап яҙам, ут эсендә йөрөүен аңлай инем. Бер мәл хаттары туҡтаны. Ауылдашы аша уның ауыр яраланыуын, госпиталдә ятыуын белдем. Атаһы менән ағаһының барып ҡайтыуын ишеткәс, ни тиклем оялһам да, ауылына киттем. Матур ҡабул иттеләр, әммә ҡайтыр саҡта атаһы: “Ҡыҙым, һин йәш, ныҡлап уйла. Илһам аяҡҡа баҫһа ла, элеккесә һау-сәләмәт кеше була алмауы ихтимал. Уны бит табиптар теге донъянан кире ҡайтарҙы тиергә мөмкин”, - тине. “Беҙ барыбер бергә һәм бәхетле буласаҡбыҙ...” - тинем хушлашҡанда.
Илһам дүрт ай тигәндә ҡайтып төштө. Йөҙө снаряд эҙенән бер аҙ үҙгәргән, бер аяғына аҙыраҡ һылтаңлап атлай, әммә минең өсөн ул элеккесә яҡын, ҡәҙерле кеше ине. Тик ул башта теге саҡта атаһы әйткән хәбәрҙе һөйләне. Бер көн һуҡмыш килгән, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, эсендә йыйып йөрөгәнен әйтер өсөн шулай “батырайып” алған булғандыр инде.
- Илһам, дөрөҫөн генә әйт әле: һин мине элеккесә яратаһыңмы? – тип һораным.
- Яратам!
- Шулай булғас, беҙгә бергә булырға нимә ҡамасаулай? Алып ташла, башыңдағы “мин һиңә тиң түгел” тигән юҡ-бар уйҙарыңды. Беҙ бергә буласаҡбыҙ, беҙ бәхетле буласаҡбыҙ! – тинем.
Гөрләтеп туй үткәрҙек. Икебеҙ ҙә мәктәптә эшләйбеҙ, йорт һала башланыҡ. Ике, өс йыл үтте, тик ниңәлер бәпесебеҙ генә юҡ. Был бәхетте көтә-көтә көтөк була башланыҡ. Табиптарға күренһәм, барыһы ла яҡшы, борсолорлоҡ сәбәп юҡ, тиҙәр. Үҙемдең шул тиклем бәпәй һөйгәм килә. Берәйһенә ҡунаҡҡа барһаҡ, Илһам да тиңдәштәрҙең, туғандарҙың балаларын яратып бер була, уға ҡарап минең йөрәгем өҙөлә...
Бер табип, ирең менән бергә килегеҙ әле, тип ҡайтарғас, ай-вайына ҡуймай Илһамды район дауаханаһына алып киттем. Унан Өфөгә йүнәлтмә бирҙеләр. Табиптарҙың диагнозы иремде һеңгәҙәтә һуҡты: уның балаһы булмаясаҡ! Бер ҡасан да! Был хәбәр миңә лә аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итте. Ни эшләп? Ни өсөн? Был саҡта бергә йәшәүебеҙгә ете йыл булып, икебеҙ ҙә утыҙға аяҡ баҫҡайныҡ.
Ҡайҙалыр йөрөп, ҡыҙмаса булып алған Илһам ҡайтып инде лә:
- Гөлшат, кит! Тотмайым, - тине.
- Юҡ... – тинем. Үҙемдең күҙемдән субырлап йәштәр аға. Илһам миңә ҡарап торҙо ла, ҡапыл ҡырт боролоп сығып китте. Һеңгәҙәп күпме ултырғанмындыр, ҡапыл һикереп торҙом: “Илһам ҡайҙа?!” Урамға йүгереп сыҡтым. Яңы яуған ҡар өҫтөндә утын һарайына табан киткән эҙҙәр ярылып ята. Өйҙән һарайғаса ойоҡсан килеш йүгереүем, донъя менән иҫәбен өҙөргә хәл иткән иремә ташланыуым, илай-илай уны өйгә һөйрәкләүем – барыһы ла ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерҙә ҡалған. Ул ваҡиғаны иҫләргә яратмайым да, тырышмайым да.
Был төн йоҡоһоҙ үтте, әммә икенсе көн иртәнсәк беҙ ныҡлы ҡарар менән район үҙәгенә ҡарай юлға сыҡтыҡ. Шулай итеп, өйөбөҙгә йәм, ғаиләбеҙгә ҡот өҫтәп, Илсур улыбыҙ килеп инде. Унан инде уға иптәшкә Рәсүлде алып ҡайттыҡ.
Малайҙар үҫеп бара, хәҙер инде аталарына һәр эштә ярҙамсылар, өлкәне 12 йәшендә трактор йөрөтә, бесән сабыша, йыйыша. Үҙемә иптәшкә бер ҡыҙ алырғамы икән, тип тә уйлай башланым әле”, - тип тамамланы һүҙен бәхеттән йөҙө нурҙай балҡыған Гөлшат.
 
Фото: zolotayanata.livejournal.com
 
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2019-12-31/yu-alma-yuldarymdan-634418
Автор:
Читайте нас: