-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ноябрь 2023, 10:00

Баланы нисә йәшенә тиклем имеҙергә була?

Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең сәхифәһендә бик шәп, кәрәкле фекер һәм үҙенең бала саҡта башынан үткәне менән бүлешкән. Теге мәл бер ҡунаҡта өс йәшен үткән бала әсәһенән имергә таптырып ғауға ҡуптарҙы. Ярты сәғәттәй уйнап йөрөй ҙә килә, уйнап йөрөй ҙә килә. Әсәһенән күҙ ҡарашын яҙҙырмай сәпсим, туалетҡа инһә лә көтөп тора. Алдына менеп түшенә ҡулын тығып булһа ла ултырып ала. Әмәй бирмәһә үсегеп илап, ауыҙын оло асып янында үкереп тик тора. 

Баланы нисә йәшенә тиклем имеҙергә була?
Баланы нисә йәшенә тиклем имеҙергә була?

Ҡатынҡайҙың ҡунаҡҡа кейеп килгән матур күлдәгенең муйынын һуҙғылап, өҫтөн бысратып бөттө. Ураған һайын икенсе бүлмәгә сығартты. Беҙ, әлбиттә, күҙ йомдоҡ. Кеше балаһын (был осраҡта иң башта әсәһен) бер күргән мәжлестә тәрбиәләп тороп булмай бит инде. Әммә күңелдә бер юшҡын ҡалды.

Бәләкәс ҡустым шулай 4 йәштәргә саҡлы имгәндер. Нимә тип улай оҙаҡ айырмағандыр инде уны әсәй? Кинйә итеп бәпләгән микән? Әсәй эшкә киткәндә әйтеп китә: баланы артымдан ебәрмәгеҙ. Ишеккә келә һалып уҡ ҡуябыҙ. Тик теге бала өсөн әмәй наркотик кеүектер инде, саҡ ҡына ишектә һаҡ булмағанын күрһә сыға ла ҡаса. Медпункт юлын белә. Ыштаны бармы – юҡмы, аяҡ кейемен элеп өлгөрәме – юҡмы – елдерә генә. Ҡулына берәй телем икмәк тотоп сыға ишшеү. Йәнәһе, шуға ҡушып имә. Күреп ҡалып артынан йүгерәм, бөгөнгө үҙенең Тәлғәте һымаҡ бүкән малай ине, ауыр, тос. Күтәрергә хәл етмәй, һөйрәйем тиһәң ергә ята. Һуғышмай, иламай былай, әммә баш бирмәй. Ҡулдан ысҡындырһам алға атлай, тотһам тора, тик кирегә бер аҙым да шылмай. Шулайтып тартыша-тартыша медпунктҡа барып етәбеҙ. Был инеп ишек төбөнә баҫа. Ундағы ҡатындар көлә башлай: “Оят! Ҡарт бәпәй имә килгән”. Олораҡтары ҡотортоп ебәрә: “Дөрөҫ эштәгән, нимәгә әбитте көтөп ултырырға. Бар-бар, үт, улым, төп яҡҡа, хәҙер әсәңде бушатабыҙ”. Әсәй башмаҡтай “бәпәйен” индереп имеҙеп ала, миңә бик строгий ҡарай. Ғәйепле булып башымды эйеп торам инде.

Баланы нисә йәшенә тиклем имеҙергә була? Тейеш йәки мөмкин? Табиптар һәм башҡалар 1,5 – 2 йәшкәсә тип яҙа. Мин, мәҫәлән, йәш – йәш тә ике-өс ай етәлер тип уйлайым. Хатта өйҙә ултырған әсәгә лә, балаһының тиҙерәк үҙ аллы булыуын тәьмин итеү өсөн кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Әмәйгә бәйле булыу баланың психоэмоциаль үҫешен тотҡарлайҙыр ул. Бәпәй әмәйҙе имеп әсәһе менән бәйләнеште булдыра, тыныслана, яҡлаулы һәм ҡурсыулы булыу хистәрен тоя. Үҫә бара ул шуға һалыша ла. Саҡ ҡына бер нәмә булһа ла әсәһенә йүгереп уның түшенә үрелә. Өҫтә яҙған бала ла башҡа балаларҙан саҡ ҡына этелһә лә, аралаша алмаһа ла яҡлау юллап шул әсәһенең түшенә килә бит инде.
Нимәгә быларҙы яҙаммы? Ҡара батырҙы һәм уның ғаиләһен(ҡыҙым) шуға әҙерләйем.

Фото: Авторҙың "Бәйләнештә" төркөмөнән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: