+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь 2023, 12:00

Атайым өйләнә

Әсәй мәрхүм булғанға биш йыл. Уны юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе атай. Хатта башта минең менән һөйләшмәй йөрөнө, үҙ эсенә бикләнде. Уны беҙҙең янға күсергә өгөтләнем, әммә ул йәшәгән фатирымды ҡалдырмайым тип ҡаршы килде.

Атайым өйләнә
Атайым өйләнә

Ә миңә балаларҙы ҡарашырға кеше кәрәк ине. Ирем менән айырылыштыҡ. Ике мәктәп балаһына күҙ-ҡолаҡ булмайса ярамай. Ә мин көн-төн эштә. Атай барыбер риза булманы. Кәрәк булғанда ҡаланың икенсе башынан килеп-китеп йөрөнө. Ялларға һәрваҡыт балаларҙы үҙенә сыҡарҙы. "Һин бер аҙ кеше менән аралаш. Үҙ тиңеңде табырға кәрәк. Яңғыҙ йәшәүҙәрҙең ни икәнен беләм», – тине ул.
Бер аҙнаны балалар ҡартатайҙарынан ҡайтып кергәс, ғәҙәттәгесә, ашайһығыҙмы тип һораным.

– Юҡ, беҙ татлы пирог ашаныҡ, – тинеләр.
– Ҡартатайығыҙ һайланымы? – тим.
– Юҡ, уныңкәләше, – тип пырхылдап көлөп ебәрҙеләр. Терт итеп ҡалдым. Ниндәй кәләш?  Атайға тиҙҙән 70 йәш була!
– Юҡты һөйләмәгеҙ әле, – тинем балаларға.
– Беҙ алдамайбыҙ. Ҡартатай: «Был Мәҙинә апағыҙ була, минең буласаҡ ҡатыным», – тине.

Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Ниндәй бер үткен ҡатын атайҙы таларға йыйынған! Беренсе уйым шул булды. Атайға ла үпкәләнем. Нисек инде әсәйҙе онотоп, башҡа ҡатынды йортҡа кертергә йыйына. Әсәйҙе яратыуы шул ҡәҙәр генә булды микән?!
Бер аҙҙан атайға шалтыраттым.

– Иҫәнме, атай! Һин яңғыҙмы?
– Әйттеләрҙәме, – тип көлдө атай. – Юҡ, яңғыҙым түгел. Мәҙинә апайың менән. Һиңә күптән әйтергә теләй инем, уңайлы ваҡыт ҡына тура килтереп булмай.
– Күптән таныштығыҙмы? – тип сабыр ғына һөйләшергә тырышҡан инем, әммә барып сыҡманы, хистәремә бирелдем. – Атай, һинең башың эшләмәй әллә? Ошо йәштә ниндәй мөхәббәт уйындары инде ул.
– Ә нимә булған минең йәшемә?! Намаҙлыҡ өҫтөнә ултырып, үлем тураһында уйла, Хоҙайҙан еңел үлем һора тип әйтергә теләйһеңме?
– Һиңә үлем теләгән кеше юҡ әле бында. Минең хаҡта, оноҡтарың тураһында уйла.
– Мин ғумерем буйы  һеҙҙең турала уйланым. Хәҙер һеҙҙең үҙ тормошоғоҙ. Үҙем өсөн дә йәшәргә хаҡым барҙыр. Мәҙинә апа менән танышҡас, йәшәреп киткән кеүек тә булдым әле. Йәшәйһе килә башланы.
– Ә әсәй? – тип әйтеүемде һиҙмәй дә ҡалдым. Алйот һорау биргәнемде шундук аңланым үҙем.
– Әсәйең күктәрҙә... Уны бер кем дә алыштыра алмаясаҡ, – тип ауыр һулап ҡуйҙы атай. – Әммә минең хәҙер ҡатын-ҡыҙ йылыһын тойоп йәшәйһем килә. Арҡа йылыһы йәш саҡта түгел, хәҙер нығраҡ та кәрәк икән ул. Иптәш кәрәк! Һөйләшер кеше! Мин шуға лайыҡ түгелме һуң? Эйе, өйләнергә теләйем. Үкенескә ҡаршы, шатлығымды бүлешергә теләмәйһең...
– Атай, ярар, һиңә иптәш кәрәктер, ә ул ҡатынға һинең йылың түгел, фатирың ғына кәрәк. Аферистар менән донъя тулған. Телевизорҙан көн һайын һөйләп торалар бит. Бала кеүек бер ҡатлы булма инде! Һуң никах уҡытығыҙ ҙа йәшәгеҙ бергә, ниңә өйләнергә инде. Унан һуң ул бит һинең законлы ҡатыныңа әйләнәсәк!
– Юҡ, ҡыҙым, бергә йәшәйбеҙ икән, өйләнешәбеҙ. Һөйәркәләр булып йәшәү өсөн беҙ ҡарт инде. Унан һуң Мәҙинә апаңды ихтирам итмәү ҙә буласаҡ.
Телефон аша ғына атайҙы күндерә алмаясағымды аңланым. Миңә уны күреп һөйләшергә кәрәк ине.
– Атай, ярай, өйләнешкәнсе мин уны күрергә тейешмен бит. Әйҙәгеҙ, иртәгә үк ҡунаҡҡа килегеҙ беҙгә. Танышайыҡ.
– Рәхмәт, ҡыҙым, бик ҡыуанып, – атайҙың тауышына шатлыҡ төҫмөрҙәре инде. – Мәҙинә апаң һиңә оҡшаясаҡ.

Оҡшар бына миңә! Ҡарт ирҙәрҙең фатирҙарына ҡул һыуҙарға йыйынған ҡатындарҙы мин беләм. Дөрөҫөн генә әйтәсәкмен уға. Атай үҙ-үҙен яҡлай алмай икән, үҙем яҡлаясаҡмын.
Икенсе көндө улар килеүенә ныҡлап әҙерләндем. Өҫтәлгә, шкафҡа атай менән әсәйҙең фотоларын теҙеп сыҡтым, ҙур итеп  әсәй бешергәнсә, бәлеш бешерҙем. Атай бик ярата ине әсәйҙең бәлешен.
Ниһайәт, ишектә ҡыңғырау сыңланы. Барып асҡан инем, телһеҙ ҡалдым. Атай янында уның йәшендәге ап-аҡ сәстәре өҫтөнә матур сәскәле яулығын бәйләгән күңелле йөҙлө апай баҫып тора ине.

– Һаумыһығыҙ, – тинем мин һөйләшеү һаләтем кире ҡайтҡас. Мин бит атай эргәһендә бөтөнләй башҡа бер ҡатын күрермен тип уйлаған инем.
– Иҫәнме, Резеда, – тинее ул миңә йылмайып. Ҡулындағы тартманы миңә һуҙҙы. – Был һеҙгә күстәнәс. Атайың һине тәмле итеп бәлеш бешерә тине, ә мин сәйгә пирог бешереп алып килдем.
– Рәхмәт, – ҡулдарым ҡалтырағанды һиҙҙермәҫкә тырыштым.
– Ә һин бик тә әсәйеңә оҡшағанһың икән, – тинее, Мәҙинә апай сисенә-сисенә.
– Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһеҙ?
– Һуң атайыңдың фатирында бергә төшкән фотоларығыҙ тора бит. Атайың альбомдарығыҙҙы ла күрһәтте...

Мин уларҙы залға тиклем оҙатып ҡуйҙым да, үҙем кухняға сығып киттем. Өҫтәлгә бешкән бәлешемде сығарырға кәрәк ине. Артымдан уҡ Мәҙинә апай сыҡты.
– Сиңа ярҙам кәрәкме, әйҙә, ярҙам итәм, Резеда.
– Юҡ, юҡ, рәхмәт. Һеҙ – минең ҡунағым, – тинем.
Ҡыҙыҡ, әле яңы ғына эсемдән күрәлмай йөрөгән ҡатын, бик яҡын булып тойолдо. Унан килгән ниндәйҙер бер йылылыҡ мине йылыта кеүек.
Беҙ рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Мәҙинә апай тәрбиәле, затлы, сабыр холоҡло, бик тә алсаҡ апай булып сыҡты. Нәҡ әсәй кеүек.
Улар сығып китеүгә ултырып иланым. Беренсенән, Мәҙинә апай тураһында насар уйлауым оят ине, икенсенән, әсәйҙе йәлләнем. Уның урынына килә бит инде был апай. Атай  уны нығыраҡ яратһа, әсәйҙе бөтөнләй онотһа... Шул уҡ ваҡытта атай өсөн дә шатландым. Ир-ат йәнәшәһендә ҡатын-ҡыҙ булмаһа, ул ҡартая шул, һулый... Ә фатир... фатир тураһында уйларға ниңәлер оят ине.

Икенсе көндө эштә миңә тиҙ арала командировкаға сығып китәргә ҡуштылар. Беренсе тапҡыр! Минең ике балам яңғыҙы ҡала тигәнде лә ишетмәнеләр. Һин бараһың һәм был хәл ителгән инде, тинеләр. Мин атайға шалтыраттым.
– Борсолма, Мәҙинә апа менән балалар янында йәшәп торорбоҙ, – тине.
Дүрт көндән һуң өйгә ҡайттым. Ишекте асып ебәреүгә тәмле итеп аш-һыу еҫе сығып тора. Аш-һыу бүлмәһенән, ҡулдарын һөртә-һөртә, Мәҙинә апай сыҡты.
– Ҡайттыңмы, Резеда. Атайың балаларҙы мәктәптән ҡаршы алырға китте. Юлдан һуң бер аҙ ял ит тә, бергә ашарбыҙ, – тине ул.
Өйҙә тәртип һалынған. Аяҡ кейемдәре матур итеп теҙелеп ҡуйылған. Шул тиклем оят булып китте. Күҙҙәремдән  йәш  атылып сыҡты. Үҙем дә һиҙмәҫтән, Мәҙинә апайҙы барып ҡосаҡлап алдым.

– Мин һеҙҙән ғәфү үтенергә тейеш. Һеҙҙең хаҡта насар уйлаған инем. Атайҙың фатирына ҡыҙығаһығыҙ тип уйланым. Ғәфү итегеҙ!
– Минең үҙ фатирым да бар. Атайың бит ҡарыша, миндә йәшәйбеҙ, ти. Өҫтәүенә, өйләнешәйек, ти. Кеше көлдөрөп өйләнешеп йөрөргә мин ҡаршы үҙе. Никах уҡытһаҡ, шул етә...
Унан һуң атай менән балалар ҡайтып керҙе. Мин бөтә алйыуҙарымды онытып, Мәҙинә апайға өҫтәл әҙерләшергә керештем. Беҙ, көлөшә-көлөшә, ашаныҡ. Гел атайға ҡарап алдым. Уның бәхете йөҙөнә яҙылған ине. Һәм мин ошо бәхетте юҡ итә яҙҙым...

Резеда Мөхөтдинова.

https://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/ti-yl

Автор:
Читайте нас: