-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь 2023, 11:00

Яңғыҙлыҡ

 Армияға китеремде алдан белеп, ишетеп ҡалған ауылдаштар таң һарыһынан өйөбөҙгә инеп тулдылар. Ҡулдан эшләнгән өҫтәлдәрҙе ишек алдына сығарып ҡушарлатып ҡуйып хушлашыу табынын шунда ойоштороп ебәрҙек, көллөһө ҡаршылыҡһыҙ үтһен өсөн ҙур ҡапҡаны ике яҡҡа шар асып уҡ ҡуйҙыҡ.

Яңғыҙлыҡ
Яңғыҙлыҡ

Аш-һыуға, күстәнәскә балыуаны һыйын, көйлөһө гармунын, ҡыл моң оҫтаһы скрипкаһын тотоп килгән, араларында бушлай һыйланырға әүәҫ ҡырҡмыштар ҙа, май байрам-дары мәле булғас еңелсә һуҡмыштар ҙа етерлек. Ҡарт-ҡоро мине төрөк солтанылай байытып кеҫәләремә көмөш тәңкәләр тултырып ташланы, сыбыҡ осо ағай тейеш кеше ҡул сәғәтен ысҡындырып беләгемә таҡты. Китте изге теләк әйтеү, йор һүҙ, уйын-көлкө, иң аҙаҡтан әсәйем өй эсенә, аулаҡҡа саҡырып алып уй-теләктәрен әйтеп доға ҡылды ла иртәнге һауылған һөттө эсереп икмәк телемен тешләтте. Әйткәндәй, ҡәҙерле нәмәләй ике йыл сервантта ятып сохариға әүерелеп ҡатҡан шул ҡайырымды минең хеҙмәт итеп ҡайтыу хөрмәтенә салынған аҡ ҡорбан ашында һурпала ебетеп ашап ҡуйҙым аҙаҡ.

     Төшкә саҡлы һуҙылған туй йолаһына тартым мәжлестән һуң оҙон  арбаларға кемуҙарҙан  тейәлешеп Борам туғайына, кәмә төшөргән ергә киттек. Һаҡмар ярҙарынан ашып, булыр-булмаҫ диңгеҙҙәй алҡынып ташып киткән. Көн салт аяҙ, ҡайындар әле генә япраҡ ярғандар, тирә-йүндә морон төртөп тирткән үләндән асыҡ йәшел хәтфә хасил булған. Күңелле лә бер аҙ моңһоу ҙа. Дуҫым менән кәмә аша теге яҡҡа сығып, кәзә матайына атланып совхоз үҙәге Матрайға барырға тейеш-беҙ, ары автобус менән Сибай военкоматына китәм. Кәмәгә ултырғас тыуған ерҙең сафлығын үҙем менән алып китеү теләгенән туфлиҙарымды һалмай ғына аяҡтарымды бәкәлгә ҡәҙәр һыуға тығып барҙым. Рәхәт, иҫ китмәле рәхәт. Теге яҡ ярға сыҡҡас оҙата килеүселәргә күҙ аттым. Әсәйем ҡап уртала. “Илдә сәпсек үлмәй, ана бит уратып алғандар, нисек тә бирешмәҫ әле...” тигән өмөтлө уй үтте баштан.

           Армиялағы тәғәйен урынға барып хат яҙып һалғайным, тиҙ арала яуап хаты килеп тә төштө. Ошо ерҙә йәнә ситләшәм бер аҙ. Әүәле төпкөлдән яҙылған хат йә открытка Калининград өлкәһенә теп-теүәл биш көндә барып етә торғайны, хәҙер эргәлә ятҡан Баймаҡтан ебәрелгән хәбәрҙе аҙналар буйы ала алмай күҙҙәрең тона.

       Хатта былай тип яҙылғайны: “Һин киткәс оҙата килеүселәр урыҡ-һурыҡ таралышты ла бөттөләр. Бер үҙем генә баҡса ултырғысында суҡайып таң аттырҙым. Хәлемә инеүсе лә йыуатыусы ла табылманы. Ҡош һыңар ҡанатында оса, күсәре һынған арба бер тәгәрмәстә тәгәрләй алмай, яңғыҙлыҡ тигән нимә һинән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән шәүләң ише һипһендергес, балам. Ул хас та маңлайға баҫылған тамға, мөһөр...”

       Хәҙер иғтибар үҙәгендәге кеше булып көн итһәм дә көндәр, йылдар үтеү менән бер килеп эшлектән сығып яңғыҙ ҡалыуҙан шөбһәгә ҡалып һипһенәм, ҡурҡам.

       Физика фәнендә өйрәнелгән тауыш тиҙлеге ғәҙәти тормошта бик тә әкрен йөрөй икән дә баһа, ҡоромағыр, бик күп йылдар элек әсәйемдең әйткән һүҙҙәре яңы ғына аңына барып еттеләр. Ҡурҡыныс ҡына түгел, фажиғә сығанағы ул яңғыҙлыҡ, әҙәм балаһы сирҙән түгел был донъяла бер үҙе ҡалып хәжәте ҡалмағанға, һуңғы өмөтө һүнгәнгә күсә әхирәткә.

       Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ишле булып, һәр саҡ кемгәлер кәрәк булып йәшәүегеҙҙе теләйем, ә кәрәктәр, танһыҡтар оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәләр...   

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Автор:
Читайте нас: