-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ноябрь 2023, 10:00

БАЙҘАР, ЯРЛЫЛАР ҺӘМ ОЖМАХ

Румда йәшәгән бер байҙың ҡыҙы ҡыуана-шатлана белмәгән. Тормош бит: бер көн был бай бар мөлкәтен юғалтҡан, ярлылар кимәленә төшкән. Ғаиләһен шундай хәлгә ҡалдырыуына әсенеп, бигерәк тә ҡыҙының киләсәге өсөн ҡайғырып, өй хужаһы әсе күҙ йәштәре менән илай башлаған. Шул мәл урамдан йылмайып-көлөп ҡыҙы ҡайтып ингән.

БАЙҘАР, ЯРЛЫЛАР ҺӘМ ОЖМАХ
БАЙҘАР, ЯРЛЫЛАР ҺӘМ ОЖМАХ

- Ниңә илайһың, әллә берәй нәмә юғалттыңмы? - тип һораған ул атаһынан. Ҡыҙының шатланыуын күреп, иҫе киткән атай кеше күҙ йәштәренең сәбәбен аңлатып биргән һәм ҡыҙының ни өсөн ҡыуаныуын һораған.
- Беҙ бай саҡта мин Хоҙай язаһынан ҡурҡа инем, ә хәҙер ҡасан да булһа ожмахҡа эләгеүемә ышанысым артты, - тигән ҡыҙы.
Суфыйҙарҙың һәр кинәйәле хикәйәһе уйланырға мәжбүр итә. Бына әле лә уйҙар сылбыры үҙенән-үҙе тағатылып китте. Ғүмер буйы беҙ бәхет эҙләйбеҙ һәм нимә ул бәхет, тигән һорауға яуап эҙләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бәхет менән байлыҡ төшөнсәләрен синоним һымаҡ, йәғни бер мәғәнәле һүҙҙәр кеүек ҡабул итә. Әле һүҙем байлыҡ төшөнсәһен нисек аңлауым тураһында.
Байлыҡты беҙ матдиға һәм рухиға бүлеп өйрәнгәнбеҙ: матдиһын күреп, ишетеп, ҡулыбыҙға алып ҡыуанһаҡ, рухиһын йәнебеҙ, күңелебеҙ менән тойоп, кинәнес кисерәбеҙ. Ике байлыҡ та берҙәй кәрәк, икеһенә лә өмөт итәбеҙ, теләйбеҙ. Әммә әҙәм балаларын теләктәре араһындағы айырма тап ошо юл сатында ике яҡҡа алып китә: берәүҙәр матди, икенселәр рухи байлыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Сөнки Ер тип аталған планетала өсөнсө юл юҡ: бер үк ваҡытта йөҙ процентҡа матди яҡтан да, рухи яҡтан бай булып булмай. Тоташ һауыттарҙағы кеүек, улар береһе икенсеһе иҫәбенә тулылана йәки кәмей. Мәҫәлән, матди менән рухи байлыҡтың ҡушылмаһын йөҙ процент итеп алһаҡ, илле процентҡа тиклем матди яҡтан байыған кеше, теләйме-юҡмы, рухи байлығының өлөшөнә инергә мәжбүр була. Йәки, киреһенсә, рухи яҡтан камиллашҡандар матди байлыҡты инҡар итеп кенә изгеләр сафын арттыра. Быға изге һаналған, рухи яҡтан камиллашыуҙа өлгө булып торғандар асыҡ миҫал.
Махатма Гандиҙы Бөйөк Британия короле үҙенә саҡырған. Бөйөк илдең бөйөк кешеһе, ҡабул итеү этикетын боҙоп, король янына ябай туҡыманан тегелгән бер ҡат кейемдә барған.
- Король нисек ҡабул итте, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙгә аптыраманымы? - тип һорағандар унан.
- Миндә бер ҡат кейем булһа, уның ҡарауы, королдең өҫтөндә беҙҙең икебеҙгә етерлек кейем бар ине, - тип яуап биргән аҡыл эйәһе.
Ошо миҫал үҙе үк матди байлыҡ менән рухи байлыҡ араһындағы айырмаға ишара түгелме? Матди яҡтан байығандар, шул байлығының көсөнә таянып, яңы ҡағиҙәләр, закондар, яһалма битлектәр уйлап табырға ашыға. Беҙ аҡса тип атап йөрөткән матди байлыҡтың эквиваленты мыҫҡалдың бер яғында, икенсе яғында - намыҫ. Әлегә аҡса эпидемияһы бөтөн Ер шарын баҫып алып бара. Мул аҡсалылар, хатта ки, кешелек әхлағын да үҙгәртеүгә баҙнат итә. Ә әхлаҡ, хаҡлыҡ тигән төшөнсәләр Хаҡ Тәғәлә тарафынан кешеләр матди яҡтан тигеҙ булған саҡта төшөрөлгән - шуны онотмайыҡ. Ана бит, ярты донъяны яулаған Искәндәр ҙә, үҙе үлгәс, ҡулдарын кешеләргә күрһәтергә ҡушҡан. "Фани донъяға буш ҡул менән килдем, теге донъяға ла буш ҡул менән китәм", тигәнгә ишара яһаған ул.
Динде, көнсығыш фәлсәфәһен, теософияны, эзотерик тәғлимәттәрҙе иҫәпкә алмайынса ғына, мәктәптә тарих дәрестәрендә өйрәнгәндәргә, йәғни тәүтормош кешеләре араһында матди яҡтан кемдәр байыған, тигән бер ҡатлы һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Әлбиттә, көслөләр, хәйләкәрҙәр һәм, һис шикһеҙ, күңелендә изгелек сатҡыһы булмағандар, башҡаның өлөшөнә ингәндәр, тигеҙлекте инҡар иткәндәр матди яҡтан байыған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя артыҡ үҙгәрмәгән: балалар баҡсаһындағы матур уйынсыҡтарға талашыуҙы үҫкәс тә ташлай алмайбыҙ - тиҙ генә тарта һалып алып, ауыҙға тығырға ашығабыҙ. Сөнки һәр кеше матди яҡтан бай булырға теләй, хатта көһәй: миллиардер миллионерҙың елкәһендә ултыра, миллионер, үҙ нәүбәтендә, бәләкәйерәктәр менән идара итә - тигеҙһеҙлек баҫҡысы өҫтән-аҫҡа шулай дауам итә һәм... байҙар ҙа илай, ярлылар ҙа илай.
Теләк - ул тоҙло һыу кеүек. Теләгенә хужа булмағандар уны әсе булһа ла эсә. Ә тоҙло һыу оторо һыуһата... Пирамида башында бөгөн, ана шуның кеүек, кеҫәһе долларҙар менән тулған әфәнде ултыра һәм үҙен был донъяның аллаһы кеүек күрә, сөнки баҙар иҡтисады хөкөм һөргән осорҙа матди байлыҡ беренсе урынға ҡуйыла. Был хәүефле түгел. Ярай, кешеләрҙең берәүҙәре икенселәренең ярлыланыуы иҫәбенә байыһын да ти, ләкин бит ошо матди байлыҡты булдырыу бөтөн кешелек заты өсөн дөйөм булған Ер-Әсәбеҙ өлөшөнә инеүҙән ғибәрәт. Кешелек "бөтәһе лә кеше өсөн" тигән лозунгты байраҡ урынына күтәреп, үҙе ултырған ботаҡты меңәр йылдар буйына үҙ ҡулы менән үҙе саба - бер көн ул ботаҡ (урынһыҙыраҡ сағыштырыуым өсөн ғәфү үтенәм) Йыһан киңлегенә осор тип уйлап та бирмәйбеҙ.
Бөгөнгө көн талабына хас булмаған уйҙарҙы ситкә ҡуйып, донъяуи хәлебеҙҙе барлайыҡ. Күптән түгел бер танышым: "Етәһе байлыҡ тупланым, ҡыҙымдың киләсәге етеш буласаҡ: уҡырға инергә лә, кейәүгә сыҡһа, йәшәренә лә етәсәк", - тине, ғорурлыҡ менән. Ә уның ҡыҙын яҡшы беләм: һәләтле, тырыш бала, уҡырға инергә атаһының аҡсаһы кәрәк тә булмаҫ, бәлки. Бәлки, тием, сөнки атаһының һүҙенә төшһә, тәбиғәт биргән һәләтен юғалтып, аҡсаға ышанып, уҡыуының сифаты түбән төшөүе бар. Ул һәләтле ҡыҙҙың башында: "Бөгөн бөтөн нәмәне, хатта белемде ( дипломды ) лә һатып алып була", - тигән фекер нығынып ҡуймаһа ярар ине тип ҡурҡам. Мәҡәлә башындағы кинәйәле хикәйә тағы ла иҫкә төшә: танышым ҡыҙын бәхетле итәм тиеп, киреһен эшләп ҡуймаһа ярар ине.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.

https://shonkar.com/articles/y-sh-yesh/2021-10-16/bay-ar-yarlylar-m-ozhmah-2549672

Автор:
Читайте нас: