– Юҡ, мин уны ишеттем генә, – ти тегенеһе.
– Тимәк, әйтер һүҙең хаҡмы, ялғанмы икәнен белмәйһең. Хәҙер икенсе иләк – изгелек аша үткәр. Һин минең дуҫым тураһында ниндәйҙер яҡшы һүҙ әйтергә теләйһеңме? – тип һорай аҡыл эйәһе.
– Юҡ, киреһенсә...
– Тимәк, һин һүҙеңдең хаҡ булыуын белмәһәң дә, дуҫым тураһында насар һүҙ әйтергә уйлайһың. Хәҙер инде өсөнсө иләккә күсәйек. Ул – файҙа иләге. Һинең әйтер һүҙең миңә ниндәйҙер файҙа бирәсәкме?
– Юҡ, – ти был кеше.
Сократ һығымта яһап ҡуя:
– Шулай итеп, һинең әйтергә теләгән һүҙеңдә хаҡлыҡ та, изгелек тә, файҙа ла юҡ. Ул саҡта ниңә әйтеп торорға?!.