+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ноябрь 2023, 20:00

Инә бүре

(Аҙағы). Әммә йыртҡыс ырғыманы. “Минең урман эсенәрәк инеүемде көтәлер. Үҙенең һуҡмағында бүре үҙ көсөн ныҡ белә, шунда өҙгөләргә самалай, күрәһең. Төпкә инергә ярамай”, – тип тиҙ-тиҙ фекер йөрөттө ҡатын. Бәй, йыртҡыстың ике күҙе – уның бәпесендә, Ғәйшәгә ҡарамай ҙа. Балаға ынтылып-ынтылып ҡуя. “Бир миңә сабыйыңды, һөйөп, иркәләп кенә үҫтерермен, бер кемдән дә, бер йәнлектән дә ҡыйырһыттырмам, һаҡлармын, яҡлармын!” – тигәндәй уның ҡарашы. Мин һинең ҡәйнәңдән миһырбанлыраҡмын, тигәндәй ҙә. Ни күрһен, бүренең күҙҙәренән йәш тәгәрәй… Хайран ҡалды Ғәйшә. “Бүре илаймы ни? Бүре һынлы бүре! Кит, юҡтыр… Әллә был енме икән?”

Инә бүре
Инә бүре

Күҙ – даръя, тиҙәр бит, дөрөҫ икән. Бүре илай... Бына ул ыңғырашыу тауышы сығарып һуҙылып ятты. Имсәктәренән һөт аға ине…

– Әстәғәфирулла тәүбә-ә, һинең балаларыңды үлтерҙеләрме әллә? – тине ул бүрегә. – Минең бәпесемдең – Мәүлиҙәмдең еҫен һиҙеп артыбыҙҙан килдеңме ни? Имеҙергәме?.. Әллә алып китергә итәһеңме баламды үҙең менән? Алғы тәпәйҙәреңде алға һоноп-һоноп ҡуяһың даһа. Һинең көсөктәреңде мин үлтермәнем бит! Бер ғәйебем дә юҡ, балама теймә. Үҙ бәпесемде үҙем ҡарап үҫтерәм, ә һин яңынан көсөкләрһең әле. Һаман мөлдөрәп ҡулдарыңды һуҙаһыңмы, балаңды бир, тиһеңме? Юҡ! Бирмәйем! Үҙем имеҙәм, үҙе-ем! – тип йән әсеһенә ҡысҡырҙы Ғәйшә. Бала уянып, ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Йә Аллам, ҡотҡар беҙҙе, зинһа-ар! – тип ялбарҙы әсә.

– Балама теймә! Кит! Бирмәйем! – тип бүрегә ҡаршы кинәт бер аҙым атлауы булды, яҡында ғына мылтыҡ атҡан, эттәр өргән, һайт-һайтлап ҡысҡырған тауыштар ишетелде. Бүре йәшен тиҙлегендә һикереп торҙо ла урман шырлығына инеп юғалды.

– Йә Хоҙаа-ай! Һиңә мең рәхмәттәрем! Ҡотҡарҙың бит беҙҙе, Аллам! – тип быуындары йомшап, ергә сүкәйеп ултырҙы ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе ҡатын. – Балаҡайым, ғүмеребеҙ бөтмәгән икән әле, – тип ҡыҙының йөҙөнә иркәләп баҡты.

Бәпес супылдатып тәмләп имде лә йоҡлап та китте, үҙе һирәк-һаяҡ йылмая, төш күрә, ахыры. Әсә ҡуйынында уға рәхәт. Күп тә үтмәй, эттәре менән ике һыбайлы сабып килеп туҡтаны. Ғәйшә ултырған еренән тороп баҫты.

* * *

– Һаумы, ҡәрендәш, ҡайҙа юл тоттоң? – тине олорағы.

– Һабай ауылына. Мөхәмәт кейәү менән Фатима туғаныма. – Ғәйшә күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һөртөп алды.

– Нишләп бер үҙең бала менән юлға сыҡтың?

– Сыҡтым инде, шулай тура килде, – тине Ғәйшә. Таныш булмаған ир-атҡа, уҫал ҡәйнәм ҡыҙымды үлтерә яҙҙы, тип һөйләй алмай бит инде.

– Ҡайҙан киләһең?

– Мырҙаҡайҙан.

Әллә үтә ҡурҡыуҙан, әллә ҡыуаныстан күҙ йәштәре һис туҡтарға теләмәй Ғәйшәнең.

– Ә ниңә илайһың? Әллә беҙҙән ҡурҡтыңмы? – тип һораны йәшерәк ир.

– Артымдан бүре килә ине, һеҙҙең тауышты ишетеп, ана-ау яҡҡа инеп китте. Тәүҙә күршеләрҙең эте икән тип уйланым. Саҡырһам – килмәй. Баламдан күҙен дә алманысы, шуға ныҡ ҡурҡтым. Етмәһә, имсәгенән һөт, ә күҙҙәренән йәш аға... Әле, һеҙҙең тауышты ишетеп, анау яҡҡа һыпыртты.

– Бүренең илағанын беренсе тапҡыр ишетәм, – тине аптыраған йәшерәк ир.

– Ишетмәгән-күрмәгән нәмәләрең был донъяла күп әле, ҡустым, йәшһең. Дүрт аяҡлылары ла, ике аяҡлы бүреләр ҙә күбәйҙе хәҙер. Юлыҡ көтөүселәре кисә ике бүре балаһын үлтергәйне, бөгөн килеп инәһе үс алған: ике һарыҡты быуып, тамаҡлап, ҡанын эсеп киткән, шуға һөрән һалып, тирә-яҡты байҡап йөрөүебеҙ.

– Һеҙҙе миңә Аллаһ Тәғәлә ебәргәндер, әлдә килеп сыҡтығыҙ, ныҡ ҡурҡҡайным. Рәхмәт.

– Ай-һа-ай, шулай ҙа ҡуш йөрәкле икәнһең: ул тиклем ергә йәйәү сығырға бер ҙә ҡурҡмағанһың.

– Башыңа төшһә...

– Йә, ярай, һеңлекәш, һине урман шырлығынан сығарып ебәрәбеҙ. Кисеүҙе лә белмәйһеңдер әле. Еҙем буйында ғына йәшәй Фатима менән Мөхәмәт, – тип ир-ат Ғәйшәне оҙата барҙы.

– Рәхмәт һеҙгә, миһырбанлы ағайҙар. Аллаһ Тәғәлә үҙегеҙҙе лә ярҙамынан ташламаһын, – тине Ғәйшә.

Һеңлеһе өйҙә ине, тәмле аш еҫе сыға, самауыры ла шыжлап ултыра. Ҡатын эскә кергәс кенә үҙенең ныҡ хәлһеҙләнгәнен тойҙо. Һурпа еҫенән башы әйләнеп китте, сөнки уны ай буйы эскәне юҡ. Тупһаны ашаҡлап эскә үтте лә иҙәнгә сүгәләне. Самауырына ҡуҙ өҫтәп торған Фатима өтәләнеп бәпесте ҡулына алып өлгөрҙө һәм өрлөктә элеүле торған бишеккә һалғас, апаһын ҡосаҡлап алды.

– Һау ғына килдегеҙме, апай? Еҙнәм ҡайҙа? – тип һорауҙарын да теҙеп ташланы.

– Һаумы, туғаным, – тине лә Ғәйшә түгелеп илап ебәрҙе. Фатима шып-шым булып, апаһының арҡаһынан бәпелдәтеп ултырҙы.

Бер аҙ тынысланғас, Ғәйшә үҙенең өйҙән ниңә сығып киткәнен аңлатты ла:

– Туғаным, ныҡ һыуһаным, сәйеңде генә эсерә һал әле, – тине.

– Аһ-аһ, тик ултырамсы, ҡурҡыттың бит, апай. Хәҙер “һә” тигәнсе сәй әҙерләйем, – тип Фатима ырғып торҙо.

Бер сынаяҡ сәйҙе шым ғына эсеп бөткәс, бүре менән булған мажараны һөйләне Ғәйшә:

– Һаман да күҙ алдымда: бүренең имсәгенән сөптөрҙәп һөт аға. Ә үҙе миңә мөлдөрәп ҡарап, бәләкәсемә үреләсе, йөрәгем шартлай яҙҙы, ыһ-һы.

Апаһының һөйләгәндәрен ишеткән шарылдаҡ Фатима бот сапты.

– Аһ! Апаҡайы-ым, һине Хызыр Ильяс үҙе ҡотҡарған бит! Уф-ф, мин һинең урында булһам, йөрәгем ярылып үлер инем, тфү-тфү, Хоҙайым ҡушмаһын. Апай, әжегәйҙе, талҡанды ҡабып тағы ла эс әле мәтрүшкәле сәйҙе, һыуһының ҡанғансы эс. Ҡолонло бейәнән ҡойо һыуы ла артмай, тигәндәр бит, – тип бер туҡтауһыҙ татылдап һыйланы апаһын Фатима. Унан йүгереп сығып мунса тоҡандырып инде лә:

– Йәйәү арып, талсығып килгәнһең. Сабынып, йыуынып алырһың, апай, бәпесте лә йыуындырырбыҙ. Мунса әҙер булғансы ятып хәл ал, – тине.

...Күптән рәхәтләнеп йыуынғаны ла юҡ Ғәйшәнең. Ире урмандан ҡайтыуғараҡ кискә генә мунса тоҡандыра ул. Алыҫтағы Мәсет ҡойоһонан һыу ташый, мунсаны йыуып-томалауға көтөү килә, һыйырҙарҙы алып ҡайтып, һөтөн һауып эшкәрткәндән һуң, әгәр йоҡламаһалар, балаларын йыуындырһа – төн уртаһы етә.

– Бындай мәлдә ендәр мунсанан эйәреп килә лә сабыйға һуғыла, унан бала ауырыу йә зәғиф булып ҡала. Үҙеңә лә ен эйәләшер, – тип ҡурҡыта ҡәйнәһе. Ярай ҙа ҡайһы саҡ Ибраһимын ире йыуындыра. Ни эшләһен инде, шул көйө ятып йоҡлай ҙа иртәгәһенә иртәнсәк һыуынған мунсала йылымыс һыу менән ҡойоноп сыға Ғәйшә.

– Апай, әйҙә мунсаға, – тип уйҙарынан арындырҙы уны Фатима.

Хуш еҫле миндек менән сабынып, таҙарынып сыҡҡас, үҙен яңы тыуған сабый кеүек хис итте Ғәйшә. Мәүлиҙәһе лә мунсанан һуң бер мыжымай йоҡланы, әсәкәйе тик уның янында булғас – рәхә-әт!

Фатиманың ире Мөхәмәт тә ҡайтып инде, бергәләп ашанылар, ҡымыҙ эстеләр. Ҡатын иренә апаһы менән булған хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләне, ә Мөхәмәт Ғәйшәгә ҡарап:

– Бына һин ниндәй икәнһең, ҡәйенбикә! Хатта Инә бүре менән һөйләшкәнһең, бирешмәгәнһең, ә!? – тип һоҡланды.

– Бала балдан татлы, ғәзиз бит, – тине баҫалҡы Ғәйшә. – Ибраһимым өсөн борсолам, ни эшләп кенә йөрөй икән улыҡайым? Әсә-әй, һин ҡайҙа, ниңә ҡайтмайһың, тип илайҙыр инде балаҡайым.

– Ҡәйенбикә, ул тиклем бөтөрөнмә әле. Сабир бажа әүрәтер, улын яратып бергә йөрөтә бит, асыҡтырмайҙыр ҙа.

– Аталы бала – арҡалы, әсәле бала иркәле була, тиҙәр бит. Апай, көймә, кейәүең бушағас, алып барырбыҙ, донъяһын үҙе көтһөн ҡәйнәң, – тине Фатима.

* * *

Дүрт көн үтте Ғәйшәнең өйҙән сығып киткәненә. Кис еткәс, ҡәйнә кеше пыр туҙҙы:

– Улым, бисәң эрәхәткә сыҙамай сығып китте йә. Ашайым тиһә – аҙыҡ мул, эсәйем тиһә – һөтө, ҡатығы тулып ултыра. Эштән ҡасып ят инде бала менән бергә.

– Әсәй, Ғәйшә эштән ҡурҡмай ҙа, ҡасмағандыр ҙа, үҙең ҡыуып сығарғанһыңдыр...

– Әсәңә ышанмаҫҡа итәһеңме? Инәлтеп сығып китте инде, еңергә тырышып. Йөрөмә артынан, үҙе ҡайтыр әле, бала менән кемгә һыя ул? Эй-й, ҡорот ҡайнатырға кәрәк, эште уйламай ҡайҙа йөрөй икән? Кискә дүрт һыйырҙы тағы үҙем һауам инде. Һыу бөткән дәһә, ғибрәт, ташый торғас – билһеҙ булдым. – Шулай һөйләнә-һөйләнә, киленен әрләй-әрләй ҡапҡа төбөнә сығып, улай ҡараны, былай әйләнде Ғәззә. Анһат түгел шул уға, йылы һыу менән бит йыуып, тәһәрәт алып, әҙергә гөлбәҙер булып, ҡайнаған самауыр янына хан бисәһендәй ултырып таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсә алмай хәҙер, иртәнге эштәрҙе тамамлағансы төш етә, һыуһап тамағы ҡатып бөтә.

Ғәйшә бишенсе көндә лә ҡайтмағас, Ғәззә ҡоҙаларына китте. Ул барып ингәндә, Ноғоман менән Ғәлиә икеһе генә сәй эсеп ултыра ине. Бер ни белмәгән ҡоҙа менән ҡоҙағый:

– Ҡайһылай маҡтап йөрөйһөң, әйҙүк, түрҙән уҙ, бергәләп сәй эсәйек, ҡоҙағый, – тип түргә саҡырҙы.

– Сәйләп торорға ваҡытым юҡ. Ғәйшә килен ҡайҙа? Әллә минең килгәнде күреп йәшендеме? – тине Ғәззә, һаулыҡ та һорашмайынса. Ул өй эсен, шаршау артын байҡаны, хатта урындыҡ аҫтын эйелеп ҡараны, унан елпелдәтә баҫып урындыҡҡа килеп ултырҙы. Ҡыланыштарына аптырап ҡарап ултырған Ноғоман ҡоҙаһы:

– Ҡоҙағый, ни һөйләйһең, һис аңламайым. Ҡыҙыбыҙ һеҙҙә йәшәй бит, беҙгә килгәне юҡ. Уның ҡайҙалығын һинән һораһаҡ – дөрөҫөрәк булыр, ҡоҙағый! – тине асыуланып.

– Килендең беҙҙән сығып киткәненә биш көн! Себен теймәҫ – сер итер, әҙерәк өйрәтһәң – яратмай, ҡаршы әйтә, ишшүү юҡҡа-барға үсегеп сығып китте. Биш көн буйы ҡайҙа йөрөй икән? Ялҡау, бала ҡосаҡлап ултырыуҙан башҡаны белмәй.

– Ҡоҙағый, ниңә улай оло башың менән булмағанды һөйләп, үҙеңә гонаһ алаһың? Донъя көтөргә шәп, егәрле тип килен итеп алдың. Телеңдән ул саҡта бал тама ине, ҡыҙымдан егерме йәшкә оло улыңа әйттергәндә, – тине Ғәлиә. – Хәҙер эш, донъя көтөү сей елкәңә тейҙеме ни? Ҡыҙыбыҙ ҡайҙа? Уның юғалыуында һин генә ғәйепле, ҡоҙағый!

Ғәззә ишекте шарт ябып сығып китте. Ноғоман менән Ғәлиә ҡайғырышып ултырып ҡалды.

Ғәззә ярһып өйөнә ҡайтып керһә, өс йәшлек Ибраһимын ҡосаҡлап, уны тынысландырып, улы Сабир илап ултыра. Әсәһе төкөрөктәрен сәсеп килененең эт ялҡауы икәне, ҡайҙалыр аҙып-туҙып йөрөүе, ата-әсәһенең өйөндә лә юҡлығы тураһында һөйләп ярһый башлағайны, йыуаш Сабир ҡыҙҙы ла китте:

– Әсә-әй! Урам буйлап ғәйбәт сәсеп йөрөгәнсе, ашарға берәй нәмә әҙерләр инең. Үҙең бик егәрле булғас, нишләп һөттәр әсеп ултыра, ҡорот та юҡ, ҡатығың ҡортлап бөткән. Ана һыу килтерҙем, бәрәңге бешерҙем. Ә һин... Киленеңде әрләүҙән, яла яғыуҙан бушамайһың, быға күпме түҙергә була? Әсәй! Беҙгә айырым йәшәргә кәрәк, шулай яҡшыраҡ булыр. Етте!

Уҫал Ғәззә, ни әйтергә белмәй, ҡарғанырға тотондо.

Иртәгәһенә иртәнсәк, алты көн тигәндә, Фатима менән Мөхәмәт Ғәйшәне Һабайҙан ат менән килтерҙе. Шул көндә үк ғаиләһен танышының буш торған өйөнә күсерҙе Сабир.

Һабайға китеп барғанда апаһын бүре эҙәрлекләгәнен һөйләне еҙнәһенә Фатима. Шундай килештереп тасуирланы, гүйә, барыһын да үҙе кисергән. Сабирҙың күҙҙәре шарҙай булды.

– Бисәкәй, икенсе улайтып сығып китмә. Туғаныңды һағынһаң, үҙемә әйт, ат егеп алып барырмын, – тине Сабир, борсолоп.

– Туғанымды, атай-әсәйемде һағынһам да, сабыр итәм мин. Ҡәйнәм Мәүлиҙәне мендәр менән баҫып үлтерә яҙҙы би-ит, – тине Ғәйшә илай-илай.

Сабир ҡатынын ҡосаҡланы ла уның ҡулынан Мәүлиҙәһен алып күкрәгенә ҡыҫты.

* * *

Сабир менән Ғәйшә татыу йәшәне, балаларына кәрәк, бер-береһенә терәк булып донъя көттө. Яңы йорт һалып сыҡҡас, Ғәззә әбейҙе лә үҙҙәренә алдылар. Ибраһим менән Мәүлиҙәнән һуң бер-бер артлы Мотаһар, Мөхәмәтсафа, Гөлбикә, Әмир исемле сабыйҙары тыуҙы. Мәүлиҙә ҡусты-туғандарын да ҡарашты, һуҡырайған өләсәһе Ғәззәне лә йомоштарына етәкләп йөрөттө. Әбей бер туҡтауһыҙ:

– Мәүлиҙә ҡыҙым, балаҡайым, миңә рәнйемә, зинһар өсөн, ғәфү ит, – тип ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, һыңҡылдап ултырыр ине. Мәүлиҙә өләсәһенең нимәгә илағанын аңламаһа ла, уның сәсенән һыйпап йыуата:

– Өләсәй, илама, әтеү минең дә илағым килә. Һин бәпәй түгел дәһә. Мин һине яратам, өләсәй...

Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.

Фото: klike.net

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-28/in-b-re-2599257

Автор:
Читайте нас: