+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2023, 05:00

Боҙ өҫтөндәге әбей

Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә, юл ситенә йәйәүлеләр иркен сығып йөрөмәһен өсөн тимер ҡойма ҡуйылған урында, аптека менән анауы, күмәсхана эргәһендә генә, боҙҙа тайып ҡолау мәшәҡәтенә тарыуҙан саҡ-саҡ тыйылып, бер кеше китеп бара ине. Ул - йәшлеге инде үткән заман сифатында тороп ҡалған бер ҡатын кеше.

Боҙ өҫтөндәге әбейБоҙ өҫтөндәге әбей
Боҙ өҫтөндәге әбей

Өҫтөнә, һалҡын булғанғалыр, көләпәрәле йылы ҡышҡы куртка кейгән, аяғында шул куртка менән бер төҫтәге йылы салбары бар. Бер заман ҡатын шып туҡтаны. Тая биргән аяҡтарын күсереп баҫты ла, тимер ҡоймаға бер ҡулы менән тотондо. Уның эргәһенән үтеп барыусы бейек кәүҙәле, яланбаш студент егет саҡ тегеңә бәрелмәй, ситкә янтайып, танауын тарта-тарта, үҙ юлын дауам итте. Светофор көтөп ултырған бер нисә машина, күҙенә ниндәйҙер хәрәкәт салыныуҙан тертләгән мал һымаҡ, был яҡҡа күҙ һирпте лә, тимергә тотоноп ҡалған әбейҙе күҙәтергә тотондо. Әбей хәҙер инде ярайһы уҡ ҡата башлаған биленән бөгөлөп, ҡар өҫтөндә ятҡан бер нәмәгә үрелде.

Пассажиры башын тәҙрәнән сығара яҙып ҡараһа ла, иң алдағы еңел автомобиль, светофор ҡушҡас, алға китергә мәжбүр булды. Уның артынан тағы берәү, унан тағы бер нисәү эйәрҙе.

Бына әбей турайып баҫты, ҡулындағы бер нәмәне ҡарап торҙо ла, китеп барҙы.

Тағы күпмелер ваҡыт үткәс, ошо урынға ҡыҙын етәкләгән бер кеше килеп етте. Башланғыс кластар йәшендәге ҡыҙсыҡ күп илауҙан баҙарып бөткәйне. Һалҡын һауаны ярып, һыңҡ-һың иткән нескә тауышы ҡаланың ығы-зығыһында үҙенә генә хас айырым бер тауыш барлыҡҡа килтерә. Әйтерһең, түбән, ауыр ноталар, бастар менән уйнаған оркестр көйөнә нескә, юғары тауышлы скрипка ҡушылды.
- Таптым! - тине ҡыҙыҡай. - Ана!
- Бар, ал. - Бығаса ҡырыҫ тойолған атайҙың емерелгән ҡаштары шымарҙы, күҙҙәрендә нур барлыҡҡа килде.

Был киске мәлдә ҡайҙалыр ҡабаланған ошо урам халҡы тимер диуар өҫтөнә элеп кителгән бирсәткәһен табыуына шатланған ҡыҙыҡайға иғтибар итмәне кеүек. Күмәсхана алдын йыйыштырып йөрөгән урам һепереүсе инәй генә, тегеләр яғына берҙе һирпелеп ҡараны ла:

- Телефондарына иҫтәре китеп, нисек баштарын төшөрөп ҡалдырмайҙар? - тип һөйләнеп ҡалды. Әммә уның мығырҙауы эргәләге күгәрсендәрҙән башҡа, берәүгә лә ишетелмәне. Ә күгәрсендәргә рәхәт, улар тайһа, талпына ла, оса ла китә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас