

Тик был ҡушамат миңә йәбешмәне. Тәүге көн үк оҙата йөрөгән йәш башҡорт егеттәре "апай" тине лә, шулай китте лә барҙы. Хатта аҡ һаҡаллы афғандар ҙа "апайым"дан һалдырмаһынмы.
— Һеҙгә Фиалка тип өндәшергә ҡыймайҙар, ахыры, Апай тип һөйләп тик йөрөйҙәр, - тине, ахыры, командир.
— Ярай инде, инәй тимәгәстәр ҙә... - мәйтәм.
— Үпкәләмәйһегеҙҙер, улар бит яҡын күреп...
Ниндәй үпкәләү инде? Шулай ҙа шуны аңланым, бында позывнойҙы ҡыҙыҡ өсөн генә һайламайҙар икән. Был ҡыҫҡа ғына код һинең булмышыңа дөйөм характеристика бирә. Мин дә, бына, "Апай" позывнойлы хәрби корреспондент булып ҡуйҙым», – тип ул үҙенең сәхифәһендә.
Фото: М.Ҡаһарманованың Vk.