+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2023, 11:00

Уландар

(Тәрбиә сәғәте) Ике ҡатын-ҡыҙ ҡоҙоҡтан һыу алып торғандар. Улар эргәһенә өсөнсөһө килгән. Ҡоҙоҡ эргәһендә бер ҡарт бабай ултырған.– Белһәгеҙсе минең улымды, – тип һүҙ башлаған бер ҡатын. – Ул шундай көслө, көрәшсе, уға тиң юҡ, – тигән.

УландарУландар
Уландар

– Ә минең улым шундай матур итеп йырлай. Уның моңо һандуғастай. Улым кеүек матур йырлаған кеше әйләнә тирәлә юҡ, – тигән икенсеһе.
– Ә һин ниңә үҙеңдең улың тураһында бер нимә лә әйтмәйһең? – тип һораған бабай өсөнсөһөнән.
– Нимә тип әйт әйтергә һуң? – тигән өсөнсө ҡатын. – Ул ябай ғына малай, башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмай.
Ҡатындар биҙрәләренә һыу тултырып ҡайтырға сығалар. Береһенең биле ауырта, икенсеһенең ҡулдары арый. Ял итергә туҡтайҙар.
Ҡаршыларына өс малай йүгереп килә. Береһе баш түбән йөрөй, беләгендәге көсөн күрһәтә. Икенсеһе йырлай башлай. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә йүгереп килә һәм биҙрәләрен алып ҡайтырға юллана.
– Йә, бабай, ни әйтерһең уландарыбыҙ тураһында? – тип һорайҙар ҡатындар
ҡарттан.
– Ҡайҙа һуң һеҙҙең улдарығыҙ? Мин бит бер генә ысын уланды күрҙем, – тип яуап биргән ҡарт.

 

В. Осеева.

Ә.С. Раҡаева тәржемәһе.

Фото: mebel-gu.ru

Автор:
Читайте нас