+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2023, 06:30

Зинһар, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Шуны белеп ҡуйығыҙ! Полиция, ФСБ хеҙмәткәрҙәре "аҡсағыҙҙы урларға маташалар", тип бер ваҡытта ла шылтыратмай.

Зинһар, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!Зинһар, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!
Зинһар, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Аҡсағыҙҙы юғалтаһығыҙ килмәһә, таныш булмаған номерҙы алмағыҙ!

Кисә журналистар Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары генерал-майор Евгений Полтавец менән осрашты. Һөйләшеүҙең маҡсаты – халыҡты телефон мутлашыусыларынан һаҡ булырға өйрәтеү, алданмаҫҡа өндәү. Уның әйтеүенсә бер тәүлек эсендә генә республика халҡы аферистарға яҡынса 6-8 миллион һум аҡса күсерә.

“Шуны белеп ҡуйығыҙ, полиция, ФСБ хеҙмәткәрҙәре, аҡсағыҙҙы урларға тырышалар, тип бер ваҡытта ла шылтыратмай. Сөнки был хоҡуҡ уларҙың бурысы түгел.  Банк вәкилдәре менән дә шул уҡ хәл. Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре Рәсәй халҡының барлыҡ счеттарын күҙәтеп ултырамы? Юҡ, әлбиттә! Бөгөнгө көндә берҙән-бер кәңәш – телефонды алмау, йәки таныш булмаған кеше икәнен аңлау менән, һүндерегеҙ”, – тип кәңәш бирә эске эштәр министының урынбаҫары.

Инвестицияларға килгәндә, бер кем дә һеҙгә тиҙ һәм еңел генә миллиондар бирмәй. Был осраҡта ла шул кәңәш – сит кеше һүҙенә ышанып, бер ниндәй счетҡа ла аҡса күсермәгеҙ.

Алдауҙың “һеҙҙең яҡын кешегеҙ юл-транспорт һәләкәтенә осраған” схемаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа эшләй. Бында ла уяу булығырға кәрәк, таныш булмағандарға ышанып, аҡсағыҙҙы юғалта күрмәгеҙ!

Күңелһеҙ мәғлүмәт: телефон аша аҡса урлаусылар тоҙағына эләгеү буйынса Башкортостан иң ҙур күләмдә алданған тәүге биш төбәк исемлегенә инә: быйылғы туғыҙ айҙа республика кешеләре ошо енәйәтселәр иҫәбенә 2 миллиард 60 миллион һум аҡса күсергән! Рәсәй буйынса был сумма шулай уҡ ҡот осҡос – 135 миллиард һумға еткән!

Һаҡ һәм абай булығыҙ!

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас