—Я вам не Гита и тем более не апай, не нужны мне эти вещи,— тип сосаландырып кире һөйрәп сығарам. Теге әрһеҙ нәмә кире тыҡҡыслай. Тәки ике метр теле менән маҡтап-хуплап, осһоҙ-мосһоҙ хаҡҡа бер нәмәһен алдырып ҡуя. Унан мин аптырап, а почему я Гита, тиһәм, ну вы на индианку похожа, тип ебәргән булалар.
—Я- башкирка! - тейем мин хатта булып.
Бөгөн бер фотомды табып алып, ысынлап та, ҡалай мин индианкаға оҡшағанмын тип уйлап иҫемде йыя алмай ултырам. Түлкә Гитаға ла, Зитаға ла түгел, нишләптер уларҙың үгәй әсәһенә тартҡанмын. Әллә йәшерәк саҡта ҡыҙҙарына оҡшаһам, йылдар үтә килә әсәһенә әйләнеп барам микән. Ней булһа ла шул ғаилә тирәһенән китешмәгәнмен. Миңә былай фото оҡшаны, индианка тигән исеме булғас, еткән, ҡайһы индианка икәне бик мөһим түгел.
Беҙ бала саҡта иң матур, иң һоҡланғыс ҡыҙҙар Индия киноларында була торғайны. Ҡалай мин, олоғайып килһәм дә, төҫ ташламағанмын әй.
Фото: В контакте