Иҫләүемсә, 1985 йылдың марты булды был хәл. Силәбе ҡалаһында эшләп йөрөгән саҡта, ауылдан атайым килеп төштө минең йәшәп ятҡан ятаҡҡа. Яңы ғына уянып күҙҙе ыуалап ултырһам карауатта, мә һиңә, ишек асылып китте лә, атайым баҫып тора. Бер-беребеҙгә ҡарап алған да киткәнбеҙ, ни ул өндәшмәй, ни - мин. Ҡайҙан килеп сыҡтың, тип кенә әйтә алдым һаулашҡас. Ятаҡ ҡанундарына яраҡлаштырып, күмәк дуҫтарым ярҙамында атайҙы ике көн ҡунаҡ итеп өсөнсө көн оҙатып ҡуяйым тиһәм, "Туҡта әле, ти ул, мин һайлауға открепительный алып киттем, әйҙә барып һайлап киләйек". Минең дуҫтарҙың шунда уға хайран ҡалыуы аңлатып биргеһеҙ. Өлкән быуын кешеләренең был эшкә шул тиклем яуаплы ҡарауы, әлбиттә, һоҡланырлыҡ. Ул бит улыма ҡунаҡҡа китеп барам, тип кенә түгел, ә һайлауҙарҙы ла күҙ уңында тотоп килгән. Заман башҡа, заң башҡа, тип әйтһәк, бында бик урынлы булыр һымаҡ.
Әхәт Ишбулатов,
Баймаҡ районы,Темәс ауылы.
Фото: poryadovki.ru