– Таңдан тороп, минең менән сәхәр эсерһең әләйһә, – тине өләсәһе.
Тик иртәнсәк ниңәлер ул тәмле нәмәкәйҙе эсермәнесе. Ҡәҙимгесә яһалған сәй менән хушһындылар. Әллә сәхәрҙе төнөн шул ураҙа тигән нәмә эсеп бөттөмө икән?
Көн төшкә ауышты, ә өләсәһе һаман ураҙаны тоторға ашыҡмай. Хатта, һандығында һаҡлап ҡына тотҡан аҡ яулығын ябынып, күрше Зөләйхә инәйгә инеп китте.
Әхәт үҙе тотоп ҡарамаҡсы булды ураҙаны. Әһә, баҙҙа ла, мейес аҫтында ла күренмәй. Шифоньерҙа, сервант эсендә лә юҡ. Инде ҡайҙа булыуы мөмкин?
– Бына ҡайҙа ҡасҡан икән ул, – тип мейес эсенә үк инеп китте Әхәт бер мәл. Эстә нимәлер “пырх” иттереп көлдө туҙҙырып ебәрмәһенме! “Хәҙер, хәҙер мин уны бикләп ҡуям! Әйҙә, өләсәйем ҡайтҡансы ҡасмай торһон”, – тип, малай бәләкәй мендәрен алып мейес эсенә кире инде лә төтөн юлын томалап ҡуйҙы.
Бына бит, ҡайһылай анһат! Ә өләсәһе өсөнсө көн тота алмаған була...
Тынысланып, урындыҡҡа менеп ятып ҡына торғайны, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған Әхәт. Төшөндә ул ураҙаның мейес эсендә бесәйе Мырхан менән дыу килеп уйнап йөрөгәнен күрҙе.
Бер аҙҙан малай күҙҙәре әсетеп, сәсәп уянды. Өйгә төтөн тулған, ә өләсәһе кемделер әрләй-әрләй мейес эсенә сүмес менән һыу бөркә. Малай урындыҡтан осоп тигәндәй килеп төштө:
– Өләсәй, ебәрмәй тор ураҙаны, мин дә тотоп ҡарайым!..
(Хикәйә авторы – Азат Хәлилов).
"Бәрәкәт" төркөмөнән.