+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 880-се күҙәтеү

Йөҙгә тураҡланаһың...Һабантуйҙар. Бала сағымдың иң матур хәтирәләре тап ошо мәлгә бәйле. Әкиәт хозурлығына тиң улар. Беҙ ат арбаһына йә машина кузовына ултырып һабантуй үтәсәк урынға, Һаҡмар буйындағы Төпөш тип аталған туғайға йүнәләбеҙ. Барғас та, атайыбыҙ йә арба тәртәһен күтәреп ҡуйып, йә ағас ботаҡтарына брезент япма тартып күләгәле урын, үҙе әйтмешләй — этарҡа, табын ҡорор урын әҙерләй. Әсәйебеҙ табын хәстәрләй башлай. Беҙ, башҡа балалар менән ҡушылып һабантуй майҙанын ҡыҙырырға, ҡыҙыҡтарҙан мыҙыҡ эҙләргә тотонабыҙ, төрлө ярыштарҙы тамаша ҡылабыҙ.

Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 880-се күҙәтеү
Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 880-се күҙәтеү

Һаҡмар буйына теҙелеп киткән сәй эсеү урындары — күләгәлектәр ауыл-ауыл булып теҙелеп китә ине: иң түбәндә — Буранбайҙар, шунан — Сыңғыҙҙар, ары табан — Таулыҡайҙар. Мин иң тәүҙә Таулыҡайҙар йәйләүенә йүгереп барам да, өләсәйемдәрҙең туҡталған урынын барып табам. Һабантуйға барған һайын, байрам тамамланғас, өләсәйемдәрҙең арбаһына ултырып Таулыҡайға ҡунаҡҡа китәм. Йәй аҙағынаса уларҙа булам. Йыл һайын шулай. Үҫеп еткәнсе. Мәктәп тамамлағансы.
...Хәҙер килеп һабантуйҙарға йөрөргә яратмайым. Дөрөҫөрәге, быға тиклем ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ йыл һуңғы тапҡыр күрешкән кешеләр менән осрашып, уларҙың береһе менән дә йүнләп аралаша алмайынса, ҡырҡҡа ҡырҡылып, утыҙға тарҡалып, егермегә бүленеп емерелеп ҡайтам. Бушаған мискә кеүек дыңҡылдап, эсендәгеһе бушатылған шешә кеүек зыңҡылдап. Күптән күрешмәгән, ғүмер буйы осрашмаған кешеләрҙе лә бының өсөн ғәйепләргә йыйынмайым, мин дә уларҙы биииик һағынғанмын...
Береһе менән ҡосаҡлашып күрешеп, бер минут та һөйләшеп өлгөрмәйһең, икенсеһе килеп төрткөләй башлай, шунда уҡ иғтибар итмәһәң; "Әллә кем булып киткәнһең, эреләгәнһең, куркул", — тип ҡырын ҡарай башлай. Уның менән аралаша башлаһаң, тәүгеһе үпкәләргә тотона, икенсеһе менән бер-ике һүҙ алышыуға, бала саҡтан бирле күрешмәгән өсөнсөһө килеп төртә. Һабантуй үткәнсе шулай. Һөҙөмтәлә береһе менән дә йүнләп һөйләшә алмайһың, йөҙгә тураҡланаһың...
Бындай мәлдә һабантуйҙың бала саҡтағыса әкиәти хозурлығы күҙ осона ла эленмәй. Өләсәйемдәрҙең ат арбаһына ултырып Таулыҡайға ҡунаҡҡа ла китеп булмай...

Фото: aiinotes.livejournal.com

Автор:
Читайте нас: