+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөҙәрис БАГАЕВ Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт

(Булған хәл) Беленер-беленмәҫ кенә урман юлынан йомшаҡ бесән түшәлгән арбала киләбеҙ. Юлдашым, ат хужаһы Әлим ағай, һүҙгә әүәҫ кенә кеше булып сыҡты. Һалмаҡ ҡына юртҡан ат ыңғайына тормошҡа булған үҙ ҡарашын яйлап теҙә лә теҙә. Хәҙерге буталсыҡ заман ауыл ағайҙарын да философҡа әйләндерҙе, тип уйлап ҡуям. Тирә-яҡтағы һоҡланғыс тәбиғәтте күҙәтә-күҙәтә ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлап барыу миңә рәхәтлек бирә. Сираттағы үрҙе артылғас Әлим ағай: – Хәҙер Ҡасҡын мәмерйәһен уҙһаҡ, ауылға етергә лә күп ҡалмай. Юғиһә, һүҙ менән ялҡытып бөттөм, шикелле, – тине миңә боролоп.

Мөҙәрис БАГАЕВ  Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт
Мөҙәрис БАГАЕВ Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт
– Һеҙҙе тыңлап барыу күңелле генә, – тим уға һәм тиҙ генә һорап ҡуям:
– Ә ниңә Ҡасҡын мәмерйәһе тип атағандар, батша заманында берәйһе ҡасып ятҡанмы әллә?
Мәмерйәнең исемен ишеткәс тә, ҡапыл ғына күҙ алдымдан башҡорт ихтилалсылары, Салауат, Буранбай һындары сағылып үткәйне.
– Юҡ, үткән һуғыштан һуң ҡалған исем ул. Элегерәк уны Соҡорташ тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә, ҡайһы саҡ Ҡасҡын, ҡайһы саҡ Соҡорташ, тип әйтәләр.
Әлим ағай кеҫәһенән тәмәкеһен сығарып ҡабыҙҙы ла, һүҙен дауам итте.
– Һуғыш ваҡытында өс дезертир ҡасып йәшәгән унда. Әҙелгәрәй исемлеһе ана шул беҙ бара торған ауылдыҡы булған. Үҙе бик әшәке, уҫал кеше ине, тиҙәр. Был яҡтарҙы яҡшы белгәс, Алексей исемле бер урыҫ менән Вафа тигән татар егетен ошонда алып килгән. Урыҫы ҡайһы яҡ кешеһелер, ә бына Вафаһы Өфө аръяғыныҡы булған. Шул мәмерйәне ҡулдарынан килгәнсе йәшәрлек итеп әтмәләгәндәр. Был тирә аулаҡ, кеше йөрөмәй. Уларҙың бында ҡасып ятҡанын аҙаҡ ҡына белделәр. Мылтыҡтары булғас, ашарҙарына ҡоралай, мышы атып алғандар. Тирә-яҡ ауылдарҙың кәзә-һарыҡтары ла юғалғылаған. Ул заманда бүре күп булғас ни, шуларға япһарған да ҡуйғандар. Мужыт, шулай ҙа булғандыр. Һөйләүҙәренсә, улар Мәләүездәге магазин-складтарҙы талағандар. Уныһы бынан алыҫ түгел – урман аша тураға егерме биш саҡырымдай ғына. Төндә барып, таң атыуға ҡайтып етеп була. Шулай байтаҡ ҡына йәшәгәндәр. Торорға урын, ашарға аҙыҡтары булһа ла, әзмәүерҙәй ир-атҡа ҡатын-ҡыҙ ҙа кәрәк бит инде. Йәйге бер көндө беҙҙең ауылдан Ғәлимә исемле ҡатын, ике бисәгә эйәреп, еләккә барған. Уға ул ваҡытта саҡ ун һигеҙ тулғандыр әле. Ғәлимә етем ҡыҙ булған. Апаһы үлгәс, үҙен аҫыраған инәй тейешле кешеһе еҙнәһенә кейәүгә биргән. Уның менән бер аҙналай ғына йәшәп өлгөргәндәр – һуғыш сығып, ирен шунда алып китәләр, хатта балаға ла уҙа алмай ҡала ул. Ҡәйнәһе һәм ике йәшлек үгәй малайы – апаһының балаһы менән тиһәк тә була, өсәүләшеп йәшәгәндәр. Китеп ярты йыл уҙғас та, иренән «похоронка» килгән.
Ҡатындар бына беҙ яңыраҡ уҙған һыртта еләк йыйып йөрөгән. Ғәлимәнең яңғыҙы ситкәрәк киткәнен аңдып тороп микән, ҡасҡындар эләктергән быны. Бисәләр еләккә алданып, һиҙмәй ҙә ҡалған. Аҙағырак, иҫләп ҡалып, ҡысҡыра-ҡыскыра эҙләгәндәр, ләкин Ғәлимәнең тауыш-тыны ла сыҡмаған. Бисәләр, айыу тырнағына эләккәндер тип, үҙҙәре лә ҡурҡышып, ауылға һыпыртҡан. Ул саҡта ир-ат бик булмағас ни, ҡабат килеп, эҙләп тә йөрөмәгәндәр. Айыу-бүрегә япһарған да ҡуйғандар.
Ҡасҡындар Ғәлимәне мәмерйәгә алып килгән. Өсәүләшеп файҙаланғандар уны. Ашарҙарына бар, йәшәгән ерҙәре аулаҡ, хәжәткә йәш, һылыу ҡатын бар – башҡа ир-ат һуғышта яфа сигеп, бындағы халыҡ аслы-туҡлы нужа күргәндә, бүреләре ҡоторған быларҙың. Хәҙер инде аҙыҡ табырға, урлашырға өсәүләшеп йөрөмәгәндәр. Икәүһе китеп, берәүһе Ғәлимәне һаҡлап ҡала икән. Ә бик тә күмәкләшеп барырға кәрәк саҡта сынйыр менән бығаулап китер булғандар. Шулай йәй буйы тотҡандар уны. Ләкин донъя ҡыҙыҡ бит ул. Аҡрынлап Ғәлимә менән Вафа араһында мөхәббәт уяна. Үҙен яфалап тотҡан кешегә ҡарата нәфрәт кенә тыуырға тейеш тә бит. Башта, бәлки, шулай ҙа булғандыр. Әммә йөрәккә бойороп булмай шул. Был икәү яйлап бер-береһен яратҡанын аңлай. Тәүҙә Ғәлимә бынан ысҡыныр өсөн хәйлә ҡороп, яратҡан булып ҡыланғандыр, тип тә уйлап ҡуяһың. Ләкин аҙаҡҡы ваҡиғалар улар араһында ысын һөйөү булғанын һөйләй. Уйлап ҡараһаң, уларҙың мөхәббәте бигерәк аяныслы булған инде. Вафа үҙенең һөйгәнен Әҙелгәрәй йә теге урыҫ ҡосағында күреп, ниндәй ғазап кисергәндер ҙә, үҙен тегеләр яфалағанда яратҡан кешеһенең йәнәшәлә генә ут эсендә ятҡанын тойоу Ғәлимәнең йөрәген күпме һыҙлатҡандыр. Әлбиттә, башҡасараҡ булһа, икәүләшеп ҡасып та китерҙәр ине. Ләкин әлеге мәлдә ҡайҙа барһындар инде. Вафа – дезертир. Бынан китеү менән тотоп аласаҡтар. Тәүҙә Вафа Әҙелгәрәй менән Алексейҙы үлтереп, ошонда Ғәлимә менән икәүҙән-икәү генә ҡалырға ла уйлаған да, нисектер иптәштәренең башына етергә ҡулы бармаған. Унан килеп, Ғәлимә лә ҡан ҡойҙорторға риза булмаған, тиҙәр.
Уйһыулыҡҡа төшөп етәрәк, Әлим ағай һүҙен бүлеп, ҡапыл атын туҡтатты.
– Ул мәмерйә эргәлә, ҡул һуҙымы ерҙә генә. Ҡабаланмаһаң, ҡарап сығайыҡ. Мин дә күптәндән унда булғаным юҡ,– тип, яуабымды ла көтөп тормай, атын һул яҡтағы текә тауға ҡарай борҙо. Мин, әлбиттә, әле ишеткәндәрҙән һуң ҡуш ҡуллап риза инем.
Беҙ тәрән генә соҡорға етеп туҡтаныҡ. Әлим ағай арбанан төшөп, шунда үҫкән бер имәнгә атты теҙгененән эләктерҙе лә, миңә ымлап, соҡорға төшә башланы. Мин уға эйәрҙем. Төбөнән сылтырап шишмә ағып ятҡан йырғанаҡтың икенсе битләүенә күтәрелеп, ҡая ташлы тауға килеп терәлдек. Әлим ағай бер аҙ уңғараҡ атланы ла миңә ҡыуаҡтар артындағы кеше һыйырлыҡ ҡына тишекте күрһәтте.
Ауыҙындағы үрмәксе ауҙарын һыпырып, эйелеп кенә эскә үтәбеҙ. Әле генә ишеткәндәрҙән һуң йөрәкте аҙыраҡ шом ала. Әйтерһең дә, мәмерйә эсендә мылтыҡ тотоп теге ҡасҡындар һине һағалап тора. Ауыҙы тар булһа ла, төптәрәк ярайһы уҡ иркен, юғарылағы баш һыйырлыҡ тишектән аҙ-маҙ яҡты ла төшә. Стеналары ҡором ултырып, ҡарайып бөткән. Иҙәндә көл, сереп бөткән ағас киҫәктәре туҙышып ята. Бер яҡ ситтәрәк күренгән ярыҡ ҡаҙанды иҫәпләмәһәң, башҡа күҙгә эленерҙәй нәмә юҡ.
– Мин һуғыштан һуң булғайным бында. Стена тирәләй ҡарағай ботаҡтары түшәлгәйне. Иҫке-моҫҡо кейем-һалым, әҙерәк һауыт-һаба ла бар ине. Шундуҡ килгән кешеләр ҡапсыклап ярма-он, тоҙ, башҡа кәрәк-яраҡтың да булыуын һөйләгәйне. Мәләүездәге магазиндарҙы талап ташығандарҙыр инде... Әҙелгәрәй белгән ҡайҙа йәшенеп ятырға, ауыҙын томалап, усаҡ яғып ебәрһәң, ҡышын да йып-йылы инде бында, – Әлим ағай шулай һөйләнә-һөйләнә сығырға йүнәлде.
Арбаға ултырып, ары йүнәлгәндә, мин артыма боролоп-боролоп ҡараным. Бында булып үткән ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиттарын күреү ағайҙың һөйләгәндәрен йәнләндереп, ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла арттырҙы.
– Йә, артабан ни булды? – тим Әлим ағайға, сабырһыҙланып.
Ул минең түҙемлегемде һынарға теләгәндәй ашыҡмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы һәм уныһын тәмләп һура-һура, бер аҙ һүҙһеҙ барҙы. Аҙаҡ ниңәлер миңә боролоп ҡараны ла: ”Дә-ә’’, – тип ҡуйҙы һәм һүҙен дауам итте:
– Ғәлимә лә тегеләрҙе үлтертергә риза булмаған, тинемме әле? Шулай, дезертир кешегә тик ике юл бар – йә килеп ҡаптырғансы боҫоп ятырға, йә барып баш һалырға. Аҙағы барыбер бер – йә төрмә, йә атыу. Эйелгән башты ҡылыс киҫмәҫ, типтер инде, шулай уҡ, нисек кенә булмаһын, уны көтөргә вәғәҙәләр биреп, Ғәлимә Вафаны милицияға барырға күндерергә тотона. Үҙенең ауырға ҡалғанын да әйтә. Шулай көҙ ҙә етә. Ғәлимәнең тотҡонда ятыуына өс ай ҙа тулып китә. Ҡасҡындар ҡышҡылыҡҡа ныҡлап әҙерләнә башлай. Көн дә һунарға, урлашырға йөрөйҙәр. Ит тоҙлайҙар, башҡа кәрәк-ярағын рәтләйҙәр.
Вафаның Ғәлимәне һаҡларға сираты булған бер кисте, тегеләр ҡайҙалыр китеү менән, был икәү сығып тая. Әҙелгәрәйҙәргә яңғылыш тап булмаҫ өсөн урап-урап баралар Мәләүезгә. Унда етеү менән тура милицияға киләләр. Ә Әҙелгәрәйҙәр мәмерйәгә ҡайтып, быларҙың юҡлығын күргәс тә ҡыуа сығалар. Тик Ғәлимәләрҙең ауылына ҡасҡандарҙыр тип, шунда йүнәләләр. Нисектер инде, берәйһенән һорашып микән, өйҙәрен эҙләп табалар һәм ишектәрен тыштан бикләп, ут төртәләр. Әйтеп, үҙҙәрен тотторорҙар тип ҡурҡып, уларҙы шулай юҡ итергә булғандарҙыр инде. Ҡәйнәһе менән бала, сыға алмай, янып үлделәр шунда. Таң алдынан булғас ни, берәү ҙә күрмәй, шәйләмәй ҙә ҡалған. Өйҙәре нигеҙенә тиклем янып бөттө. Мин ул саҡта бәләкәй булһам да, хәтерләйем әле.
Әлим ағай тау түбәненә төшкәндә атын "тпру"лап яйлатып, һүҙен бүлде һәм тигеҙ ергә сыҡҡас, тағы дауам итте:
– Ғәлимәләр барып әйткәс, эт менән һалдаттар ебәреп, уратып алалар мәмерйәне. Ләкин Әҙелгәрәй ҙә ҡарт төлкө була. Шикләнеп, юлға кәрәк-яраҡтарҙы ғына алалар ҙа, Нөгөш үренә табан һыпырталар. Эт менән эҙҙәренә төшөп, ҡыуып етәләр быларҙы. Тегеләр бирелергә теләмәй, һалдаттарға ата башлай. Былары ла яуап уты аса. Шунда урыҫы үлә, ә аяғы яраланған Әҙелгәрәйҙе эләктерәләр. Тәүҙә уны Мәләүезгә алып киләләр, аҙаҡ ҡайҙалыр оҙаталар. Шул китеүенән ҡайтманы, тиҙәр уны. Бәлки атҡандарҙыр йәки Себерҙә дөмөккәндер…
Әлим ағай ниҙер уйлап, туҡтап ҡалды.
– Ә тегеләр? – тип уны ҡабаландырам.
– Тегеләрме?.. Тегеләрҙең икәүһен дә ябып ҡуялар. Ғәлимәне, Вафаның әйтеүенә лә ҡарамай, үҙ теләгең менән унда булғанһың, тип, һорау ала-ала, оҙаҡ ҡына яфалайҙар. Нисек инде, яныңда ике ҡатын була тороп, уларға һиҙҙертмәй генә көслөк менән алып китеп була тип, уға ышанмай, айҙан артыҡ тоталар уны. Бәлки, төрмәгә лә ултыртып ҡуйырҙар ине – ауырлы икәнен белепме, әллә берәй мәрхәмәтлерәк тикшереүсе эләгепме, сығаралар. Ҡайтыуына өй ҙә, әйбер-ҡара ла юҡ бит инде. Теге инәй тейешле кешеһенә кире ҡайтып, бик нужа күреп йәшәне ул. Етмәһә, уҫал теллеләр "дезертир ҡалдығы” тип тә көлдөләр бит инде. Аслыҡ ваҡытта артыҡ тамаҡ булып, малайы ла тыуҙы. Тәүҙә имеп үҫһә лә, аҙаҡ барыбер ашарға кәрәк. Шулай ҙа был бала бәлә булмай, әсәһенә иптәш булып, ҡыуаныс ҡына килтергәндер, тип уйлайым. Мин Ғәлимә апайҙың һәр саҡ асыҡ, бер аҙ һағыш ҡатыш йылмайған йөҙөн яҡшы хәтерләйем. Бәлки, Вафаһы менән ҡабат ҡауышырға өмөтләнеп, шул өмөт ҡанатландырып, һәр ваҡыт йылмайтып йәшәткәндер уны. Себергә киткәндә үҙем ат менән Мәләүезгә алып барып ҡуйҙым уларҙы, – тине Әлим ағай миңә боролоп.
– Себергә киткәндә? – мин аптырап уға ҡарайым.
– Эйе. Вафаны бит штрафник итеп фронтҡа ебәрәләр. Шунан, ауыр яраланып госпиталдә ятып сыҡҡас, язаһынан ҡотолоп, инде ысын һалдат булып һуғыша. Хатта орден менән наградлана. Ләкин аҙаҡ, һуғыш бөткәс, уны барыбер Себергә оҙаталар. Хаты Ғәлимә апайға йыш килеп торҙо. Шул, Сталин үлеп, әҙерәк иреккә сыҡҡас, янына саҡыртып алдымы икән, әллә Ғәлимә апай үҙе теләп киттеме инде. Ауылда яҡын туғандары булмағас, башҡа хәбәр-хәтере булманы уның, – тип Әлим ағай һүҙен бөтөрҙө лә алда күренгән ауылға еткәнсе шым ғына барҙы.
Уны ла, минең һымаҡ, ябай ғына ҡатындың ҡатмарлы яҙмышы, мәмерйәлә, әсир ҡатын менән уны яфалап тотоусыһы араһында ҡабынған сәйер мөхәббәт тураһындағы уйҙар биләп алғандыр, тим.
 
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/common_material/2021-01-27/m-ris-bagaev-1213571
Автор:
Читайте нас: