+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель , 14:00

Кем ул - Алмас Әмиров?

Ун биш йәшемдә ғаиләбеҙ тураһында хәтәр яңылыҡ белдем. Баҡтиһәң, ике апайым менән ағайым атайымдың тәүге ҡатынынан тыуған балалар икән! Уларҙың әсәһе йәшләй генә фажиғәле үлгән, минең әсәйем өс балалы иргә кейәүгә сығып, уның балаларын да ҡабул иткән, уларға әсәй булған, бына шундай ҙур йөрәкле ҡатын булыуы өсөн әле килеп ныҡ ғорурланам. Ул бик ныҡ үткер, тырыш булды. Етмәһә, ул Поляковкала уҡыған, шуға русса һәйбәт белә ине. Ул ваҡытта ауылдар “урыҫлашмаған” ине әле, хатта мин үҙем Өфөгә килгәндә бик ныҡ акцент бар ине – әле булһа осрашҡанда курсташтарым тарих дәресендә һөйләгәнемде иҫкә алып, “Напалион вилил паднять билый флажок” (Наполеон велел поднять белый флажок)– тип минән көләләр.

Кем ул - Алмас Әмиров?
Кем ул - Алмас Әмиров?

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров Учалы районы Ахун ауылында (үҙе әйткәнсә – “Ҡыҙыл партизан” колхозында) ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Уның Театрға килеүе, унда үҙ урынын табыуы – бөгөнгө һөйләшеүҙә.

Кем һуң ул Алмас Әмиров?

- Мине башҡорт Чарли Чаплины тип ебәрәләр. Күрәһең, минең тәбиғәтемә, холҡома ҡарап шулай уйлайҙарҙыр. Ә ысынында иһә мин бик тә етди, үҙ-үҙемә талапсан кеше ул… Шулай булмаһам, кәкре аяҡлы, бер метр ҙа илле сантиметрлыҡ буйым менән артист булып китер инемме?

“Алтын ҙур булмай” – тиҙәр…

- Алтындан уҡ булмаһам да, әммә үҙемдең тәғәйенләнешемде таптым тип уйлайым: яратҡан ғаиләм һәм эшем, нәҫелемде дауам итерлек балаларым бар.

Әйткәндәй, һеҙҙең нәҫелдән ике сәхнә йондоҙо сыҡҡан бит…

- Эйе. Ике туған апайым Нәзифә Ҡадырова йыр сәнғәтендә танылыу яуланы, халыҡтың яратҡан йырсыһы. Уның атаһы менән минең атайым бер туғандар.

Ата-әсәйегеҙ хәтерегеҙҙә нисек һаҡланған?

- Атайым Хәҙис Абдулла улы –сәнғәтте яратҡан кеше булды, ғүмер буйы ул водитель булып эшләне. Миңә ете йәш тулған йылда уны Ахун менән Бөйҙө ауылдары араһында ятҡан ҠТФ тигән ауылға завферма итеп ебәрҙеләр. Мин тап шул ауылда беренсе синыфҡа уҡырға төштөм. Мин кинйәкәй булғас, үҙҙәре менән алдылар, ә башҡа балаларҙы дәү әниебеҙгә ҡалдырҙылар. Әле лә иҫемдә – бәләкәй генә бер ҡатлды таш өйҙә урынлашҡан башланғыс мәктәп, өс рәткә парталар теҙелгән, беренсе рәттә – беренсе синыф балалары, икенсе һәм өсөнсө рәттә – икенсе һәм өсөнсө синыф уҡыусылары ултыра, өс класҡа бер уҡытыусы булды. Ул ҠТФ-ла (Конно-товарная ферма) бер йыл торғандан һуң ата-әсәйем: “Балаларҙан айырым йәшәп булмай, балалар ата-әсәһе менән бергә булырға тейеш” - тип кире Ахунға күсеп ҡайтып киттек. Ысынлап та, улар бала йәнле булды – һәр беребеҙҙе ҡурсалап үҫтерҙеләр. Иҫемдә, Фәймә апайым Кинешма ҡалаһында (Иванов өлкәһе) урта һөнәрселек училищеһын тамамлағас, документтарын бирмәйенсә, шунда эшкә ҡалдырырға уйлағандар. Әсәйем Мәрйәм Шәүәли ҡыҙы, ауыл магазинында эшләгән ябай һатыусы, йыйынып сығып китте Кинешмаға. Һәм апайымды алып ҡайтты ла. Беҙ ғаиләбеҙҙә татыу булдыҡ һәм ун биш йәштәр тирәһендә мин ғаиләбеҙ тураһында бик ныҡ ҙур яңылыҡ белдем – баҡтиһәң, ике апайым менән ағайым атайымдың тәүге ҡатынынан тыуған балалар икән! Уларҙың әсәһе йәшләй генә фажиғәле үлгән, минең әсәйем өс балалы иргә кейәүгә сығып, уның балаларын да ҡабул иткән, уларға әсәй булған, бына шундай ҙур йөрәкле ҡатын булыуы өсөн әле килеп ныҡ ғорурланам. Ул бик ныҡ үткер, тырыш булды. Етмәһә, ул Поляковкала уҡыған, шуға русса һәйбәт белә ине, апайымды барып алғанда уға ошо белеме лә ярҙам иткәндер инде. Ул ваҡытта ауылдар “урыҫлашмаған” ине әле, хатта мин үҙем Өфөгә килгәндә бик ныҡ акцент бар ине – әле булһа осрашҡанда курсташтарым тарих дәресендә һөйләгәнемде иҫкә алып, “Напалион вилил паднять билый флажок” (Наполеон велел поднять белый флажок)– тип минән көләләр.

Ә атайығыҙ? Һеҙ уға оҡшағанһығыҙмы?

- Эйе, холҡом, шаянлығым менән атайыма тартҡанмын. Атайым бик оҫта итеп бейей торғайны, ул армиянан өйрәнеп ҡайтҡан, “коронный” бейеүе булды уның. Беҙҙең Ахун ауылында һуғыш йылдарына тиклем һалынған “Ҡыҙыл партизан” исемле бик билдәле ял йорто булды – унда бөтә республиканан киләләр ине: бик күп яҙыусылар, артистар, танылған кешеләр ял итә торғайны – Яныбай Хамматовтар, Зәйтүнә Бикбулатовалар һ.б. унда булғандар. Бер мәл шул ял йортона барғанда, “Хәҙис ағайҙы бейетергә кәрәк!” – тип атайымды уртаға төшөрҙөләр, уның бейегәнен ҡарап минең күҙем дүрт булды– шул тиклем оҫта, килештереп бейене, бөтә тамаша ҡылыусылар геү килешеп ҡул саптылар. Һуңынан мин Өфөгә уҡырға ингәс, атайым хәл белергә килде, уның менән икебеҙ Нәзифә апайымдарға китеп барабыҙ, лифтҡа индек, беҙҙең арттан Зәйтүнә апай Бикбулатова ла килеп инде. Үҙем эстән генә уйлайым, хәҙер лифттан сыҡҡас, атайымды аптыратам, йәнәһе, “Беләһеңме, кем менән бергә лифтта килдек? Беҙҙең менән бергә лифтта бөйөк актриса, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова өҫкө ҡатҡа менде” – тип әйтәсәкмен!..” Мин уйлап та өлгөрмәнем, атайым: “Һаумыһығыҙ, Зәйтүнә Исламовна! Һеҙ мине таныйһығыҙмы?” – тип һораны. Мин аптырап ҡалдым – ҡайҙан белһен инде Зәйтүнә апай, тип… Зәйтүнә апай атайыма ҡараны ла: “Һаааа… Һин бит матрос! Чечетка бейенең! Нисек танымаҫҡа, ти, һинең бейеүең бер күреүҙән әсир итә!” – тим атайымды маҡтап ҡуйҙы… Ул Ахун ауылында ял иткәндә атайымдың бейегәнен күргән икән. Мин шаҡ ҡаттым – атайым минең үҙемде аптыратты – ауылдан килгән ябай ғына колхозсы бөйөк актриса менән һөйләшһен әле!..

Атайым, ғөмүмән, ҡыҙыҡ, йор һүҙле, шаян кеше булды. Тағы ла бер мәҙәк хәл иҫкә төштө, атайым заправкала эшләгән йылдарҙа беҙ Гөлнара менән өйләнештек. Шулай, Гөлнара менән туйыбыҙ бара, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар танышалар. Ҡайным ул ваҡытта Йәрмәкәй хакимиәтендә эшләй ине ул ваҡытта, шуға күрә туйға килгән ҡунаҡтар ҙа бик юғары вазифалы кешеләр, түрәләр ине. “Первый секретарь райкома”, “Фәлән-фәлән заводтың директоры”, “Фәлән-фәлән ойошма етәксеһе” тип танышалар, атайыма сират етте, ул бер ҙә аптырап торманы, үҙенә хас шаяртыу менән “директор нефтебазы Амиров”- тип ҡул биреп күреште. Минең күҙҙәрем дүрт булды. Бына шундай юморға бай кеше булды. Йыр тыңларға ла, йырларға ла яратты, машинаһында йөрөгәндә Фидан Ғафаров репертуарынан “Искәндәр йыры”н йырлай торғайны.

Ғаиләлә кинйә булғас, бөтә иркәләү, наҙ һеҙгә эләккәндер инде…

- Шулайҙыр, бәлки. Әммә күп балалы ғаиләлә улай иркәләнеп ултырырға мөмкинлек юҡ бит ул… Ҡулдарыбыҙ эш белеп үҫте, үҙемде иҫләгәнемдән алып мин һәр ваҡыт атайым янында йөрөнөм – ул водитель булды, колхозға ҡараған биләмәләрҙә күп йөрөргә тура килде, ялан-ҡырҙар, баҫыуҙар, ферма.. - ҡайҙа барһа ла мине үҙе менән алып йөрөтә ине. Бигерәк тә колхоз гаражына йөрөргә ярата инем, сөнки унда ир-егеттәр мине күреү менән уратып алып: “Ооо, Әмиров килгән” тип, ҡап уртала торған ултырғысҡа баҫтырып ҡуялар ҙа йырлата торғайнылар – мин ҡысҡырып “Әҡлимә”не йырлай башлайым, унан һуң икенсе йырға күсәм, таҡмаҡтарҙы ла ҡалдырмайым. Шунан “концертым”ды

Бәләкәй генә турғай,

Ҡарындыҡты тырнай,

Һин дә егет, мин дә егет –

Кәләш алып булмай! – тип йырлап тамамлап ҡуя инем, ә минең “тамашасыларым”, усыма бишәр тин аҡса йомдоралар. Бына шулай бала саҡта уҡ тәүге “гонорар” эшләп йөрөгән кеше ул мин. Һәр ваҡыт “запевала” була торған инем. Пионер отрядтары йыйылыштарында, ғөмүмән, мәктәптә үткән һәр сарала ҡатнаша инем.

Туғандарығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле…

- Минән биш йәшкә өлкән апайым Ынйы исемле, элек ул “Белорет-16” ҡаласығында йәшәнеләр, унан һуң Өфөгә күсеп килделәр, аптекала эшләй. Унан ҙурырағы Гөлназ апайым, ул ғаиләһе менән Ахундан 12 саҡрым ғына ерҙә ятҡан ауылда, Силәбе өлкәһенең Петропавловск совхозында йәшәп ята. Унан өлкәне – Юлай ағайым, ул ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаваторсы булып эшләй, әлеге ваҡытта хаҡлы ялға сығырға йыйына. Ғаиләләге баш бала – Фәймә апайым, ул Казахстан яҡтарында ла йәшәне, әлеге ваҡытта Тәбрик еҙнәм менән тыуған ауылыбыҙҙа рәхәтләнеп донъя көтәләр.

Улай булғас, музыка менән һеҙ дуҫ икән!..

- Дуҫ ҡына түгел, “яҡын туғандар” ул беҙ! Мин бит профессиональ баянсы. Ахунда музыка мәктәбе асылғас, беҙҙең синыфҡа килеп, “кемдәр баянда уйнарға өйрәнергә теләй?” – тип һоранылар, бөтә класс тиерлек ҡул күтәрҙе. Һөҙөмтәлә, бергә уҡырға башлаһаҡ та бер үҙем генә ул мәктәпте тамамланым. Хатта һуңынан Өфө сәнғәт училищеһын тамамланым. Юҡҡамы ни үҙем сәхнәләштергән “Баллы, тирәкле Балтирәк” спектаклендә йырҙар күп һәм унда тотош хорҙы йырлатам тиһеңме?! Юҡ шул! Был - минең музыкаль белемем шулай сағылыш таба… (көлә) Ғөмүмән, музыка яғынан белемем булыуы минең өсөн плюс тип иҫәпләйем, сөнки музыка донъяһын белеү - кешенең рухи донъяһын байыта, аң даирәһен киңәйтә. Әле лә мине уҡытҡан уҡытыусылар иҫемдә, кемдәрҙер иҫән түгел, әммә иҫәндәре менән һөйләшеп, аралашып торам.

Йә инде, бөйөк музыкант, баянсы булып китһәгеҙ, театр һеҙһеҙ нимә эшләр ине икән?

- Театр түгел, ә мин театрһыҙ нимә эшләр инем икән?!

Ә баянда әле лә һәйбәт уйнайһығыҙмы? Ни тиһәң дә профессиональ белем алғанһығыҙ бит…

- Юҡ инде, онотолдо. Сәнғәт училищеһында уҡыған йылдарҙа мине күҙ алдына килтерегеҙ: бер метр ҙа илле сантиметр буйлыҡ бәләкәй малай көн һайын иртән “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан Йәштәр бульвары урамындағы дөйөм ятаҡтан ҙур, ауыр баянды һөйрәтеп килә. Көн һайын! Шулай дүрт йыл дауамында! Тағы шуныһы ҡыҙыҡ – ул баянды тубыҡтарыма ҡуйып ултырһам, баян аша күҙҙәрем генә күренеп тора ине… Әммә барыбер Сәнғәт училищеһын тамамланым…

Һәм Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индегеҙ?

- Юҡ шул! Хәрби хеҙмәткә китергә булдым. Шуға тиклем ҡайтып тыуған яҡтарҙа эшләп торорға ҡарар иттем һәм юллама менән Учалы районына ҡайтып киттем. Унда мәҙәниәт бүлегендә Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова ултыра ине. Минең документтарымды алды ла, “Беҙ һине Ахун мәктәбенә тәғәйенләйбеҙ” – тип сығарып ебәрҙе. Барҙым Ахун музыка мәктәбенә – барҙым ғына түгел, ә директор вазифаһына тәғәйенләндем!.. Бер көн барҙым мәктәпкә, ике көн, өс көн… Йөрөйөм оҙон коридор буйлап, мәктәп буп-буш, бер кем юҡ – сөнки бөтәһе лә йәйге оҙайлы ялда ине. Шулай көндәрҙән бер көндө Нәзифә апайым шылтырата, “Рифҡәт Исрафилов йыйған курсҡа өҫтәмә набор иғлан иткәндәр, егеттәр кәрәк! Әйҙә, Өфөгә кил!” – ти. Мин киттем Өфөгә, актерҙар бүлегенә уҡырға индем. Документтарҙы һорайҙар, ә минең Гөлдәр Сабитовнанан барып һорап алырға ҡыйыулығым етмәй. Ата-әсәйем барып алдылар. Әле булһа Гөлдәр Сабитовна: “Теге ваҡыт документтарыңды бирмәһәм, йөрөр инең Ахунда директор булып” – тип шаярта. Бына шулай итеп курсташтарым араһында минең турала “самый лучший баянист среди актеров и самый лучший актер среди баянистов” тигән мәрәкә тыуҙы.

Һеҙҙе кемдәр уҡытты, курсташтарығыҙ бөтәһе лә сәнғәт юлынан киттеме?

- Курстың художество етәксеһе – Рифҡәт Исрафилов, уҡытыусыларыбыҙ – Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева һәм Булат Батыр улы Хәйбуллин булды. Курсташтарыбыҙ бөтәһе лә сәнғәттә, алла бирһә, юбилейыма бөтәһен дә йыйып алырға иҫәбем бар.

Ә Гөлнара менән ҡасан таныштығыҙ?

- Беҙ бит уның менән курсташтар. Шуныһы ҡыҙыҡ – беҙҙең курста егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһенә өйләнде: Мин Гөлнара менән, Алмаз Сәйетов - Зилә Сәйетова, Рәсүл Ҡарабулатов – Айгөл Аралбаева, Физалия менән Илһам Рәхимовтар, Гөлназ Ирсаева менән Борис Круглов ғаилә ҡорҙолар. Азамат Хәлилов беҙҙән өлкән курстан кәләш алды, ә бына Фәһим Әхмәтйәнов, Марс Итбаев, Юнир Ғәйнуллиндарға ғына курсыбыҙҙа ҡыҙҙар ҡалманы… Иң ҡыҙығы шул - уҡырға ингәндә Рифҡәт Вәкил улы: “уҡыған ваҡытта кейәүгә сығырға, өйләнергә ҡәтғи рәүештә тыям!” – тип тыйып ҡуйҙы. Ҡайҙа инде уны тыңлау?!..

Һеҙҙе Башҡорт академия драма театрына тәғәйенләнеләрме?

- Эйе. Элек бит “распределение” тигән нәмә бар ине, тотош комиссия яҙмышты хәл итә. Беҙ уҡыған ваҡытта уҡ театр спектаклдәрендә ҡатнашып йөрөнөк. Тәүҙә йәшәргә урын булманы, беҙ йәш бала менән Өфө сәнғәт институтының дөйөм ятағында репетиторий бүлмәһенә йәшәргә урынлаштыҡ. Ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге стеналар, иҙәндә йоҡа линолеум һәм тимер тәҙрәле бүлмә ине. Ул тәҙрә асылмай ҙа ине хатта. Шул бүлмәгә ҙур “Полюс” һыуытҡысын ҡуйҙыҡ – хас та диңгеҙҙәге айсберг һымаҡ баҫып торҙо шунда. Ҡайҙандыр карауат табып килтерҙек, уның сеткаһының аҫтына таҡта тыҡтым, шулай итеп, “бытовуха”ны йәшәү өсөн бүлмәгә әйләндерҙек. Ҡәйнәм беҙҙең йәшәү шарттарын күрҙе лә, “былай баланы юҡҡа сығараһығыҙ, Эмилде үҙем ҡарайым”, тип, баланы үҙе менән ауылға алып ҡайтып китте. Беҙ шул бүлмәлә ҡышты сыҡтыҡ, һирәк-һаяҡ электричкала бала янына ҡайтып килә инек. Стәрлетамаҡта театр асылып, унда фатирҙар вәғәҙә иткәс, театрҙа бергә эш башлаған курсташтар Азамат Хәлилов, һуңынан Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар шунда китте. Ә беҙ академтеатрҙа ҡалыу өсөн шундай шарттарға ла риза булдыҡ. Көтөүебеҙ бушҡа булманы – беҙгә “Шәфәҡ” ятаҡханаһынан бүлмә бирҙеләр.

Тормошта төп ролдәрегеҙҙе тапҡанһығыҙ, ә театрҙа ҡасан тәүге тапҡыр төп ролдә сыҡтығыҙ?

- Театрҙа уйнаған тәүге ролем -“Ай тотолған төндә” спектаклендә Диуана. Был ролгә беҙ өс кеше тәғәйенләндек: Шамил Рәхмәтуллин (ул был ролде өсөнсө ҡуйылышта башҡара), Илфат Йомағолов һәм мин – хеҙмәт юлын башлап тороусы артист. Бик һирәк уйнай инем, ни тиһәң дә өс состав бит, үҙ сиратымды көтөүе оҙаҡ ине. Тәүге төп ролем – театрҙа ун биш йыллап эшләгәс, Морис ролен бирҙеләр. “Ҡатынымдың исеме Морис” исемле комедияны Ҡазандан Фәрит Бикчәнтәев сәхнәләштерҙе.

Һеҙ комик ролдәр уйнарға яратаһығыҙмы?

- Минең комик характерҙағы ролдәрем юҡ бит ул!.. Әммә халыҡ ни эшләптер мине көсләп-тырышып "комик актер" амплуаһына индерергә теләй. Амплуа актер өсөн ҡурҡыныс нәмә, мөмкинлектәрең бар, әммә уларҙы ҡуллана алмауың да бар, һәр роль һайын нимәлер раҫларға тура килә бындай актерҙарға.

Ә комик булмаған ролдәр?

- Мин уйнаған Диуана (“Ай тотолған төндә, М.Кәрим), Джучи (“Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге”, Н.Абдыҡадыров), Ҡотош (“Нәркәс”, И.Йомағолов), Зәки (“Әйҙәгеҙ, танышайыҡ”, Г.Әхмәтҡужина), Исмет Иненю (“Әхмәтзәки Вәлиди”, Н.Асанбаев), Хардинг (“Кәкүк ояһы”, К.Кизи), “Антигона”ла (Ж.Ануй)- хор… Улар береһе лә комик характерҙа түгелдәр. Әйткәндәй, “Кәкүк ояһы”ндағы (Кен Кизи, режиссеры Айрат Абушахманов) Хардинг һәм “Антигона”лағы (Жан Ануй, режиссеры Фәрит Бикчәнтәев) хор – улар икеһе лә "Алтын битлек" Р ә с ә й милли театр ҙ ар фестиваленд ә премияға тәҡдим ителде. Еңеп булманы, әммә номинацияға үтеү ҙә артист өсөн иғтибар, үҙенсә бер баһа.

“Әлифбанан бер себеш” исемле моноспектаклде лә тамашасы һәйбәт ҡабул итте…

- Эйе, ул спектаклде Линас Зайкаускас ҡуйҙы, мин Мәүлит ролендә. " Әлифбанан бер себеш" моноспектакле эстон әҫәре булһа ла, тәржемә яһалып, беҙҙең милли драматургияға яраҡлашты. Халыҡсан драматургияның асылы шунда, әгәр ҙә ысын драматург икән, уның әҫәрен һәр халыҡ минеке, тип ҡабул итә . Милли театрҙы донъя кимәленә сығарырға теләй икән, драматург ошо ябай ғына хәҡиҡәтте онотмаҫҡ а тейеш. Һәр милләттең йөрәгенә үтеп инергә бурыслы. Ошо йәһәттә н "Әлифбанан бер себеш" өсөн йәнем тыныс. Был монодрама - «Мельпомена Таврии» (Херсон, Украина, 2013), «Арт-соло» ( Владикавказ, Т ө нъя ҡ Осетия, 2013); « MENAS » (Паневежис, Литва, 2014), «Молодой театр» (Петрозаводск, Карелия, 2014), Халыҡ -ара һәм Татарстандың Быуа ҡалаһында үткән “Иҙел-Быуа-Урал” фестивалендә ҡатнашыусы.

Кино сәнғәте лә, телевидение ла һеҙҙең өсөн ят түгел…

- Эйе, ҡыҙыҡлы тип тапҡан проекттарҙа ҡатнашырға тырышам. “Тамыр” балалар студияһы тапшырыуҙарында ҡатнаштым, йырҙарға төшөрөлгән клиптарҙа, “Тәмле” тапшырыуында, унан һуң “Бал бабай” исемле тапшырыуҙа ла төштөм. Ә киноға килгәндә – Булат Йосоповтың “Быяла юлсы”, “Ауыл өҫтөндәге йәйғор” һәм “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”; Айнур Асҡаровтың “Пилорама”, “Из Уфы с любовью” фильмдарында төштөм һәм Рим Шәрәфетдиновтың “Алдар һәм һоро бүре” (Алдар и серый волк) йәнһүрәтендә лә ҡатнаштым.

Ун дүрт йыл үткәс “Их, өс егет, өс егет – Азат, Азамат, Байегет!” проекты сәхнәгә йәнә ҡайтты…

- Эйе, тамашасылар һорауы буйынса үткән йыл көҙ көнө был ижади проект сәхнәгә сыҡты. Был тамашаны һағынғандар, тәүге йылдарҙа нисек барһа – әле лә шулай дәррәү ҡабул итәләр. Был проект тағы шуның менән ҡәҙерле – беҙ дүрт егет тормошта ла дуҫ булып ҡалабыҙ.

Балаларығыҙ сәнғәт юлын һайлағандарына ҡарашығыҙ нисек?

- Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә тейеш. Бына мин дә бала саҡта атай-әсәйемдең “Буйың бәләкәй, Өфөгә ебәрмәйбеҙ” тигәненә ҡаршы килеп, баш ҡалаға сығып китмәһәм, бөгөнгө көндә кем булыр инем? Эмиль беҙҙең юлдан китте, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланы. Ул маҡсатына ынтылыусан, үҙһүҙле, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар. Мәҫәлән, ул бер-нисә йыл беҙҙең менән бергә Башҡорт академия драма театрында эшләне һәм кинәт кенә тормошон икенсе юлға бороп ебәрҙе. Беҙ уның был аҙымын ауыр ҡабул иттек, әлбиттә, әммә ҡабул иттек. Ғөмүмән, м иңә хәҙерге йәштәрҙең һәр нәмәгә үҙ фекере, ныҡлы логикаһы булыуы оҡшай.

Ә ҡыҙығыҙ?

- Ҡыҙым – минең шатлығым да, йыуанысым да, ҡыуанысым да. Ул да сәнғәткә ынтыла, фортепьянола уйнай, бейеү менән мауыға. Улым менән ҡыҙымдың йәш айырмаһы – 14 йыл. Ғаиләлә мин, Гөлнара һәм Айсулпан – маймыл йылында тыуғанбыҙ.Ҡыҙым характеры менән миңә тартым. Мин, мәҫәлән, ныҡ ныҡышмал кешемен. Ҡыҙым да шулай. Нимәлер килеп сыҡ маясаҡ, тип кире күндереү мөмкин түгел беҙҙе, кәрәк булһа ла, булмаһа ла, аҙағынаса барабыҙ. Бер тапҡыр Айсулпан ихатала уйнағанда тәгәрмәс тип аталған күнегеү эшләргә өйрәткән кемдер. Ҡыҙым тәүҙә эшләй алмай ине, көнө -төнө шөғөлләнде, күнекмәне эшләргә өйрәнмәйенсә туҡтаманы. Эмиль бала сағында бөтөнләй улай түгел ине. Ул уйынсыҡтан да тиҙ ялҡа торғайны.

Динара Ҡәйүмова.

Архив. 2018 йыл.

Фото: Башинформ

https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2023-10-17/almas-mirov-3481599

Автор:
Читайте нас: