Һәм был “дуҫ” башлай: “Уларға тик аҡса кәрәк. Өйҙәге бар әйбер зауыҡлы булырға тейеш. Шулай булмаһа, улар асыулана холҡон күрһәтә башлай. Ҡатының һине яратһын өсөн, уны ... яратмаҫҡа кәрәк”.
Тыйып ҡарайым, уның һайын шаша. Иремә бер нисә мәртәбә дуҫының мине шул һүҙҙәре менән кәмһетеүе, ә ул яҡлап бер һүҙ әйтмәүенә үпкәмде белдерәм. Кисә юҡтан эләгешеп, талашып киттек. Кискеһен дуҫы килеп ишек алдында һөйләшеп тороуҙарын осраҡлы ишетеп ҡалдым. Ирем миңә зарлана. Ә тегеһе: “Әйттем бит мин һиңә, ҡатыныңды үтә шаштыраһың тип. Улар менән ҡатыраҡ булһаң ғына ҡәҙерҙе белә”,-тип “аҡыл” өйрәтә.
Хәҙер ирем бер аҙна минән айырым бүлмәлә йоҡлап йөрөгән була. Нимә эшләтергә була шул “дуҫын”?!
"Башдонъя" төркөмөнән.