+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель , 18:00

Йәштәрҙе, балаларҙы яңылышыуҙарҙан һаҡлайыҡ

Мәғлүм булыуынса, кисә Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 18 йәшлек өс егетте ҡулға алған. Элемтә объектын яндырырға маташҡан егеттәргә 12-20 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай. Уларға ҡарата “диверсия” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө – 281-се статьяһының 2-се өлөшө).

Йәштәрҙе, балаларҙы яңылышыуҙарҙан һаҡлайыҡ.
Йәштәрҙе, балаларҙы яңылышыуҙарҙан һаҡлайыҡ.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ заказсы Өфө егеттәренә яндырырға тейешле объекттың координаттарын тапшыра. Был енәйәт өсөн уларға билдәһеҙ кеше 20 мең һум самаһы түләргә тейеш булған. Билдәһеҙ кешенең "ҡара эшен" башҡарам тип егеттәр яңылыш юлға баҫҡан. Бик ҡыҙғаныс хәл.

Иғтибар: социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа провокаторҙар Рәсәй халҡын террористик эшмәкәрлеккә һәм башҡа етди енәйәттәргә этәрергә маташа. Етмәһә, был эшмәкәрлек өсөн аҡса тәҡдим итәләр.  Айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәр уларҙың йоғонтоһона бирелеүҙәре ихтимал булған категория ҡарай.

Енәйәтселәр йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таяна, уларҙың төп аудиторияһы – йәштәр.

Социаль селтәрҙәр провокаторҙарға потенциаль ҡорбандар тураһында мәғлүмәтте иркен йыйырға һәм шәхси биттәрҙе анализларға мөмкинлек бирә, әүҙемлек күрһәтеүселәрҙе, билдәле бер сәйәси, дини йәки башҡа ҡараштарҙы, әммә аныҡ шәхес позициялары булмағандарҙы һайлай.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәште ойоштороу буйынса идаралығындағы (УБК) хеҙмәттәштәре менән бергә балалары “вербовщиктар”ҙың зарарлы йоғонтоһонан һаҡларға ярҙам итерлек бер нисә тәҡдим әҙерләгән.

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ:

  • балаларға Һәм үҫмерҙәргә Интернет селтәрендәге бөтә хәүефле һәм ҡурҡыныс хәлдәр тураһында алдан хәбәр итергә;
  • баланы социаль селтәрҙәрҙәге шикле тәҡдимдәргә һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтеү;
  • баланың шәхси хәбәрҙәрендә кем менән хат алышыуын һорау йәки ентекле тикшереү;
  • баланың тәртибенә һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар итеү;
  • әгәр бала ысын тормошта Интернетта алған “челлендж” тип аталған заданиеларҙы үтәһә, иғтибар итергә. Улар һаулыҡ өсөн хәүефле ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала;
  • баланың дуҫтары һәм класташтары, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш булдырыу.

ҮҪМЕРГӘ НИСЕК ЯУАП БИРЕРГӘ:

  • һәр төрлө шикле тәҡдимдәр һәм яңы таныштар тураһында ата әсәләргә йәки уҡытыусыларға хәбәр итеү;
  • хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә (тел.102).

Фото: Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы видеояҙмаһынан скриншот.

Рәмилә МУСИНА.
Фото: ufa.rbc.ru
 
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-04-04/f-l-s-egette-ul-a-al-andar-3713329
Автор:
Читайте нас: