+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апрель , 12:00

МӘҢГЕЛЕК МӨХӘББӘТ

Аллаһу Тәғәлә әҙәмдәрҙең йәндәрен донъяға яралтҡан да, икегә бүлеп ер йөҙөнә ебәргән, имеш. Был ҡушйәндәр ир һәм ҡатын затынан була. Уларҙы айырғанда, яҙмыштарын билдәләй: “Бер яҡшыға бер насар”,- тип әйткәндә, Раббыбыҙ, яңылыштан: “Бер насарға бер насар,бер яҡшыға бер яҡшы”,- тип тә ебәргән икән. Йәндәр был донъяла бер – береһен эҙләп табып, ғәилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Шуларҙың йөҙҙән, меңдән бер парына ғына Аллаһу Тәғәлә ҙур һынау һәм шул ваҡытта оло бүләген һәҙиә итә икән – ул ысын, саф мөхәббәт.

МӘҢГЕЛЕК МӨХӘББӘТ
МӘҢГЕЛЕК МӨХӘББӘТ

Хәҙер инде ер йөҙөндә бындай көслө тойғоно татыған, аҡылынан шашып яратҡан кешеләрҙең мөхәббәт тарихтары китаптарға яҙылған.
Ләйлә үә Мәжнүн, Таһир һәм Зөһрә, Йософ менән Зөләйхалар һөйөүенең көсөн кемдең генә татыйһы килмәй икән дә, кемдәр генә аҡҡоштарҙың тоғролоғона көнләшмәй һуң?
Батша ҡыҙы – йәш, һылыу Зөләйха бер иҫ киткес матур егетте төшөндә күрә һәм уға ғашиҡ була. Уның исеме Йософ икәнен белә. Бөтә күңел тыныслығы бөтөп, көнө – төнө уның тураһында уйлауҙан , күкрәгенә һыймаған һөйөү тойғоһонан аҡылынан шаша яҙа. Уны эҙләй торғас, ҡырҡ йыл үтеп китә. Ул ваҡытта ауыр тормош юлын үтеп, батша дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән Йософ каруан менән үтеп барғанда юл ситендә таяҡҡа таянып торған ҡарсыҡты осрата. Ҡартайып, ҡарсыҡҡа әйләнгән Зөләйха уны таный һәм батшаға: “Мин һине ҡырҡ йыл буйы көттөм, күп ерҙәр, юлдар үттем, эҙләнем. Ҡулыма тотоп йөрөгәндән таяғым уттай ҡыҙҙы, бына тотоп ҡара”,- тип таяғын Йософтоң ҡулына тоттора. Һөйөү ялҡынынан ҡулы бешеп, Йософ ҡысҡырып ебәрә, ҡулынан таяғы төшөп китә. Зөләйханың ҡайнар хис - тойғолары Йософҡа ла күсә. Шул ваҡыт Аллаһу Тәғәлә Зөләйхаға тағы бер бүләк бирә. Ул яңынан йәш, сибәр һәм зифа буйлы ҡыҙға әүерелә. Улар өйләнешеп, яратышып, һөйөп - һөйөлөп кенә мөхәббәтле оҙон ғүмер кисерәләр...
Шөкөр, бындай һөйөү миңә лә килде, урап үтмәне. Тәүҙә һине хыялымда тыуҙырҙым, үҙемсә ижад иттем. Ә ысынбарлыҡта иһә, һине бик оҙаҡ көтөп алдым, осрарыңды һиҙҙем, юлдарыбыҙ киҫешкәс, бер күреүҙән таныным. Меңдәр араһынан айырылып торҙоң. Ҡан тартмаһа, йән тарта, йән тартмаһа, ҡан тарта, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Һомғол буй – һының, ылыҡтырғыс төҫөң, нескә күңелең, йәнең миңә шул тиклем яҡын
Һин гүйә күктән ваҡытлыса ғына ергә төшкән фәрештә. Аҡ йөҙҙәрендә иман нуры уйнай. Һағыш тулы моңһоу күҙҙәрең генә һинең ер кешеһе икәнеңде белдерә. Күңелең минең өсөн алтын һарайҙағы инергә ярамаған серле бүлмә кеүек. Ишеге эргәһенән үткән һайын, унда ниндәй серҙәр йәшеренгәнен белге килә. Ул ылыҡтыра, арбай, тарта. Бик теләгәндә, әлбиттә, ул бүлмәнең асҡысын табып инергә була, тик мин бер ҡасанда да баҙнат итмәҫмендер, моғайын...
Ваҡыт һуҙылып ҡына оҙаҡ үтә,һағыныуҙан йәнем уҡтай тартыла. Уй- хыялдарымда, төштәремдә, Ханым – солтаным, бары һин генә. Бер күреүгә зар – интизар булып йөрәк һығыла, эх,күҙ асып – йомған арала осоп барыр инем яныңа...
Иҫләйһеңме, борон заманда, әллә нисә быуат төпкөлөндә, йәндәребеҙ икенсе тәндәрҙә йәшәгәндә, беҙ осрашҡайныҡ. Һин солтан һарайында йырсы –шағир инең. Сазыңды, думбыраңды илатып, шишмә урынына робағиҙар, мәҙхиәләр ағыҙҙың. Ә шәмдәр яҡтыһында, йәйғор төҫтәрендәге ялтыр ебәктәргә уралып, көмөш алҡаларымды сыңлатып, яныңда бейеүсе төрөк ҡыҙы мин инем. күҙҙәр
Икенсе тапҡыр, Мысыр илендә табышҡанда – мәсет менән үҙ китапханаңдан сыҡмаған суфый –ғалим инең. Эргәңдән пәрәежә аша һөрмәле күҙҙәр һирпеп үтеүсе, хиджапҡа төрөнгән, аҙан тауышын яратыусы ғәрәп ҡыҙы мин инем.
Бынан ике быуат элек, Ирәндек буйында йәйләүҙә, һинең күк толпарҙа ҡоштай елгәнеңде тирмәләр араһынан күҙәтеп, ҡашмау, тәңкә- сулпыларымдысылтыратып, оҙон толомдарымды ҡояшҡа емелдәтеп уҙыусы башҡорт ҡыҙы ла- мин инем.
Бына, тағы был яҡты донъяға тыуып, һине килеп таптым. Таныныңмы, хәтерләнеңме мине, беҙҙең ялҡынлы һөйөүҙе? Һөйөү – ул гөнаһ түгел, ә сауап. Шуға ожмахтағы хур ҡыҙындай тоям үҙемде. Киләсәктә, Йәннәттә тағы ла бергә булырбыҙ әле.
Оҙаҡ күрешә алмағанда, форсаты сыҡмағанда, юҡһыныуҙан өҙлөгөп көткәндә һине барыһынан да көнләшәм. Янындағы дуҫтарың һине көндә күрә, эштәге хеҙмәттәштәрең аралаша... Эй, улар ниндәй бәхетле..
Эх, ҡояш нуры булып, көндөҙҙәрен гел һинең йөҙөңдө иркәләп тораһы ине. Шаян, йомшаҡ ел булып, сәстәреңде һыйпаһаң,ай нуры булып, төндәрен юлыңды яҡтыртһаң ине. Ни өсөн аяҡ аҫтыңдағы ер түгелмен, табандарың миңә ҡағылып үтәр ине. Ниңә үҙем дә сәскә түгел, һоҡланып миңә бағыр инең. Тәбиғәттең моңо аша һиңә сәләмдәр еткерәм.
Таңдарҙа бәрхәт үләндә ысыҡ кисеп, йылға өҫтөндәге зәңгәрһыу томандарһға ҡарап, сут – сут килеп өҙҙөрөп һайраған һандуғастарҙы тыңлап, ниңә был матурлыҡты минең менән бергә һин дә күрмәйһең икән, тип уйлайым.
Яҙмыш беҙҙе һирәк- һаяҡ осраштыра, һынай. Күҙгә- күҙ осрашҡанда ҡаушайым, оялып ҡарашымды ситкә алам, телем көрмәлә, баштағы уйҙар сығып оса, фекер тарҡала. Өндәшергә телем бармай, күңелемә моң – һағышым һыймай, даръялай тулһа ла, түгелмәй ҡала. Һин минең тойғоларымды аңлайһыңмы, юҡмы икән? Һинең күңелеңдәге хистәрең нисектер, ул миңә төпһөҙ йыһандай, билдәһеҙ. Юҡ, мин һинән бер ни ҙә көтмәйем, өмөт тә итмәйем. Һине ситтән генә күҙәтеп, һоҡланып, гел бәхетле булыуыңды теләйем. Бары тик һинең донъяла булыуыңа ғына ҡыуанам...
ФӘНИРӘ ҒАЙСИНА.

"Йәшлек" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: