+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель , 12:00

ЯЙЫ СЫҠҠАН ҺАЙЫН КЕШЕНЕ МАҠТА...

1. Бер ваҡытта ла кешенән көлмәгеҙ. Тормош бит ул төрлө яҡлы. Йырҙарҙа йырланғанса, "бөгөн мин бәхетле, иртәгә - һин". Иртәгә кемдең көлөрөн, кемдең иларын белеп булмай.

ЯЙЫ СЫҠҠАН ҺАЙЫН КЕШЕНЕ МАҠТА...
ЯЙЫ СЫҠҠАН ҺАЙЫН КЕШЕНЕ МАҠТА...
2. Йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡаштары төйөлөп, һөмһөрөһө ҡойолоп, бөтә нәмәгә зарланып йөрөүселәр менән кемдең аралашҡыһы килеп торһон? Хәҙерге барлыҡ заманында ҡәнәғәт булмау оятһыҙлыҡҡа бәрәбәр.

3. Кеше үҙе юҡта уны яманлап һөйләү — иң насар ғәҙәттәрҙең береһе. Һүҙең бар икән, тыныс ҡына итеп кешенең күҙенә ҡарап әйтергә кәрәк.

4. Кеше һеҙҙең фекер менән килешмәҫкә лә мөмкин. Үҙегеҙҙе генә дөрөҫ тип һанарға ярамай. Фекере үҙеңдекенә тап килмәгән кешене дошман тип ҡабул итеү — аҡылһыҙлыҡ.

5. Үҙеңсә эшләйем тиһәң дә, бер олоноң, бер кесенең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ситтән яҡшыраҡ күренә тип бушҡа әйтмәйҙәр.

6. Кеше менән һөйләшкәндә һинең үҙеңдең ысын йөҙөң асыла. Тәрбиәле кеше бер ҡасан да, ниндәй генә хәл булмаһын, кем менән генә һөйләшмәһен, һүгенмәйәсәк, тамаҡ ярып ҡысҡырмаясаҡ, кәмһетерлек һүҙҙәр ҡулланмаясаҡ.

7. Кеше алдында байлығыңа маҡтанма. Иҫеңдә тот: байлыҡ — бер айлыҡ. Бөгөн бар, иртәгә юҡҡа сығыуы ихтимал.

8. Хатаңды таныу — үҙе үк батырлыҡ. Яман ҡылығың йә һүҙең менән кешене үпкәләткәнһең икән — ғәфү үтенә бел. Был һинең үҙең өсөн кәрәк.

9. Әгәр ҙә һүҙем үтһен тиһәгеҙ, тыныс тауыш менән аңлатырға өйрәнегеҙ. Ҡысҡырған ҡарға ҡарлыҡҡан, ти.

10. Көсһөҙ кеше үҙенең уңышһыҙлыҡтарын кешегә япһарыусан. Уға шулай еңелерәк. Ундай кешегә бер нисек тә яуап бирмәү хәйерле.

11. Аҙ һөйлә, күп тыңла. Ауыҙыңды асыр алдынан уйлап ал ни әйтереңде, сөнки һәр әйтелгән һүҙ беҙҙең үҙебеҙҙе ҡылыҡһырлай. Икенсенән, яғымлы һүҙҙәр һөйләгән ирендәр генә матур күренә.

12. "Әйттем бит", "шулай булырын белдем мин" тигән һүҙҙәрҙе эске комплекстары күп булған кешеләр генә ҡуллана. Герой булып күренгегеҙ килһә, һүҙ менән түгел, эш менән иҫбатлағыҙ.

13. Кеше күрәләтә яңылыш фекер йөрөтһә лә, үҙе төшөнмәйенсә, абынмайынса-һөрөнмәйенсә дөрөҫлөктө күрмәйәсәк. Уға аҡыл өйрәтәм тип ауырымаған башҡа таяҡ алырға мөмкин.

14. Талашты йә һүҙ көрәштереүҙе туҡтатыуҙың бер генә яҡшы ысулы бар: "эйе, һин һәр ваҡыттағыса хаҡлы" тиергә. Был көсһөҙ, мыжыҡ, үжәттәргә бик кәрәкле һүҙҙәр. Шунһыҙ улар тынысланмаясаҡ.

15. Яйы сыҡҡан һайын кешене маҡтарға кәрәк. Маҡтайым тиһәң, сәбәбе табыла. Африкала бер үҙенсәлекле ҡәбилә бар. Эш боҙоусыны, язаға тарттырыр урынына, уртаға ултыртып алып маҡтайҙар. Эҙләһәң, һәр кемдең дә яҡшы яҡтары бар инде. Ул кеше дөрөҫ юлға баҫҡанға тиклем уңайы сыҡҡан һайын маҡтайҙар, икән. Ысынлап та, был сара ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә, тиҙәр.

16. Башыңа килгән һәр уйҙы ҡысҡырып әйтергә кәрәкмәй. Кеше һинең уй-кисерештәрең, һинең хыялдарың, проблемаларың менән генә йәшәргә тейеш түгел. Эштә лә, ғаиләлә лә осрай ундайҙар. Уларҙың тормошон сериал ҡарағандай күҙәтергә мәжбүрбеҙ.

17. Булған-бөткән мөнәсәбәттәрҙе әленән-әле тикшереп, үткәндәрҙе уйлап, уйҙарҙан уйылып китергә була. Был файҙаһыҙ икәнен аңларға кәрәк. Уйҙар йонсотмаһын тиһәгеҙ, китап уҡығыҙ, эш менән булығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. "Мин бәхетһеҙ" тип мыжып, бер туҡтауһыҙ мөнәсәбәттәр асыҡлап ятыуҙан алға китеш булмаясаҡ.
 
https://vk.com/public215622371
Автор:
Читайте нас: