Ҡайнымды яйы тура килгәндә кәзекләп алырға яратам. Был юлы ла уратып ҡына һүҙ башланым.
–Ҡайным, Ғәфиә апайың нисә бала тапҡан әле?
– Ике ҡыҙ...– тип, бармаҡтарын бөгөргә тотондо ҡайным.
–Юҡ, ҡыҙҙарын хәтерләйем мин, бына малайҙарын онотҡанмын. – Ҡаҙаҡ ҡайнағаларымдың нисәү икәнен яҡшы беләм мин, ҡайнымдан ишеткем килә.
– Дүрт ул тапты инде апайым. – Минең ҡайһы тарафҡа тартҡыларға йыйынғанымды һиҙмәгән ҡайным, тыныс ҡына бармаҡтарын усына һалып, йәнә һанарға кереште. – Амантай, Асатай, Жабатай, Кинжатай.
Миңә тап шул кәрәк тә инде.
–Их, Ғәфиә инәй тағы бер малай тапмаған икән, – тим, йөҙөмә ҡайғы билдәһе сығарып.
–Нишләп? – Ҡайным аптырап миңә ҡарай.
–Амантай, Асатай, Жабатай, Кинжатайҙан һуң бер ул тапһа, исмаһам, Башалтай, тип ҡушырҙар ине.
Үҙе лә шаян һүҙгә, юморға бай ҡәйнәм, минең кинәйәне осоп барған килеш тотоп алып, шарҡылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплай һалды ла, сәй яһаған кеше булып, урынынан тороп китергә ашыҡты.
Ҡайным, уртлаған сәйен йотоп ебәрә алмай, уҫал күҙҙәрен миңә төбәне.
–Үҙең тап та, улыңа Башалтай, тип ҡушырһың, – тине ул, бер аҙ тын алғандай булғас.
Саманан сығып киттем шикелле, тип уйлап, мин уның һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, сәй һемереүемде дауам иттем. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул. Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарып ҡуйыуың да бар, юғиһә.
5.11.2023 йыл.
Фото: С.Рахманғоловтың сәхифәһенән.