Күҙ бер аҙ ҡараңғыға өйрәнгәс, мөйөштәге ағас карауатта, шаҡмаҡ шәлен бөркәнеп, ҡураныс ҡына берәү ятҡанын шәйләнем. Иҫке йоҡа түшәмеште бөрөп тотҡан тарамыш ҡулдары оло йәштәге кеше икәнен күрһәтеп тора. Яҡыныраҡ барып ҡарағас, Хөмәйрә инәй икәнен сырамыттым. Ул аласыҡтағы шылт иткән тауышҡа ла тертләп ҡуя, түшәмешен ҡымтып, тағы ла нығыраҡ бөршәйә. Башына ябынған шәле эсенән күренгән иҫке кизе яулығын танауына тиклем төшөрөп, үҙ тынына үҙе йылынып ята торғас, йоҡоға китә...
Тауҙар ҡосағында ултырған ҙур ғына ауылдың иң осонда урынлашҡан бөрмә башлы өй урамындағы бәләкәй генә аласыҡта тәҙрә боҙона ҡуша йәбешкән ҡанатын йән асыуына ысҡындырырға теләп, бер ҡанаты менән бәргеләнә-һуғылған күбәләктән һәм шыҡһыҙ һалҡын аласыҡтың мөйөшөндәге тимер карауатта бөркәнеп, тоҙаҡҡа эләккән турғай балаһы кеүек тыпырсынған йөрәген устарына тотоп тигәндәй ятҡан ҡарт әсәнән башҡа йән эйәһе күренмәй.
Инәй көнө-төнө яңғыҙ. Үҙ уйҙарынан үҙе уйылып китеп, нимә уйлағанын, нимә теләгәнен үҙе лә белмәй, ята ла ята... Күҙ алдына ҡапыл ниндәйҙер күренештәр килеп баҫа ла тағы юғала. Ҡайһы берҙә күҙ алдына килеп баҫҡандарҙы танып, ҡысҡырып ебәргәндәй була. Улары ла эргәһенә килеп етер-етмәҫтән юғала ла ҡуясы... Ә инде ҡайһы саҡ, асыҡ ҡына иҫенә килеп, үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрә. Иҫен инәрле-сығарлы, тип тә әйтмәҫһең...
Бына ул йәш үҫмер ҡыҙ... Өйҙәре тау ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған. Хөмәйрә ата-әсәһен дә хәтерләгәндәй итә. Ана, аталары Әсләм көс еткеһеҙ һалабаштарын йөкмәп, килеп инә лә, ишек төбөндәге сыуал алдына бушата. Әсәләре йүгереп барып иренең сабаталарын һалдыра. Өйҙөң түренән түренә һуҙылған һике өҫтөндә ике йәшлек кенә кинйәләре имгәкләп йөрөй. Оло апаһы күрше ауылда кейәүҙә, өс ағаһы ла кәләш алып, ауылда йәшәй. Хөмәйрә – бишенсе бала.
Ҡыҙҙы ун өс йәше тулыр-тулмаҫтан түбәнге ос Мөхәммәт ҡарт улына һората. Кейәү булаһы кешеһен, Мотаһарҙы, бер ауылдан булғас, күрә-белә йөрөнө Хөмәйрә, бергә уйнап үҫтеләр. Морон башынан ат санаһына ултырып шыуыумы, урам буйлап йәшенмәк уйнаумы, яҙ сығыу менән ауылдың аяҡҡа баҫҡан бала-сағаһы күмәкләп ҡымыҙлыҡҡа барыу тиһеңме – быларҙың барыһы ла бала-сағаны дуҫлаштыра, туғанлаштыра ине.
Ауылда егәрле зат тип даны сыҡҡан Әсләм ҡарттың Хөмәйрәләре – нескә билле, бәләкәй кәүҙәле, атлап түгел, йүгереп кенә йөрөүсе ҡыҙ бала. Уны тик көндөҙ генә күрергә мөмкин: йә йүгереп, көйәнтәһен бөгөлдөрә-һығылдыра ҡойонан һыу ташый, йә йылғала кер сайҡай. Әсәләренә оҡшап, ыҡсым кәүҙәле ҡыҙға күҙ һалыусылар ҙа, яусылар ҙа күп булды, тик Әсләм ҡарт ҡыҙын нишләптер Мөхәммәт ҡарттың улына бирҙе. Хөмәйрә килен булып, ире йортона төштө. Ҡайныларының ҡыҫыңҡы өйҙәренә һигеҙенсе ҡашыҡ булып барҙы. Бәләкәй генә мөйөшкә шаршау ҡороп, һике яһап, йәштәргә ятып торор урын хәстәрләне ҡайны-ҡәйнәһе. Аш-һыу яғы ла наҡыҫ, ҡәйнәһе бер генә ризыҡты ла исраф иттермәй, бикләп тотто. Солан мөйөшөндәге кәберкә һәр саҡ бикле торҙо. Ҡайныһы малайҙары менән бергәләп, ауыл ир-егеттәре кеүек, йәй тал һыҙырып, бесән эшләп, һалабаш һыҙырып ғаиләһен туйҙырҙы. Хужалыҡтарында – бер туҡал һыйыр, бер башмаҡ, ике-өс кәзә, һарыҡ. Тауыҡ-ҡаҙ фәлән тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бәрәңге ултыртып ҡараған булалар, сәсеп бер аҙ үтеүгә, саҡ йәшәреп, баш ҡалҡыта башлауға, ҡырау һуға ла ҡуя. Шунан, әллә ҡайҙа ятҡан Аҫҡын баҙарынан йөкмәп, ике-өс биҙрә картуф алып ҡайталар. Күп балалы ғаиләгә ул бер аҙнаға ла етмәй...
Халыҡ ауыл уртаһындағы ҡойонан, тағы ла үрҙәрәк, тау төбөнән ағып сыҡҡан шишмәнән һыу ала. Хөмәйрәнең ҡәйнәләре ауылдың арғы осонда тора, ҡойо ла, шишмә лә алыҫ ҡына. Хөмәйрә көнөнә әллә нисә көйәнтә һыу алып ҡайта. Һыуға килгән арала әсәләренә лә бер-ике көйәнтә һыу индерә һала.
Хөмәйрә менән Мотаһарҙың баш балалары – улдары Сафа ҡәйнәләренең өйөндә донъяға ауаз һала. Йәш килен, ҡәйнәһенән оялып, ауырый башлағас, күршеләренә инә. Көскә кире өйгә ҡайтып йығыла, бала тыуымға килә. Ҡәйнәһе ейәнен ҡулына ала. Ул илаҡ булып, төндәрен өйҙәге бар кешене лә йоҡлатмай. Ҡайныһы башҡа сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Иртәгәһенә Мотаһар морон башында ултырған Фәтхеслам бабайҙың урамындағы бәләкәй, ләкин мүкләп һалынған ыҡсым ғына аласығын белешеп, шунда күсеп сығалар. Хөмәйрә уның иҙәнен ҡырып, тәҙрәләрен йыуғас, мейесен аҡлап ебәргәс, өй эсе ялтлап китә. Өрлөккә сәңгелдәк эленә. Шулай итеп, йәштәр гөрләтеп йәшәй башлай. Икенсе улдары донъяға килә, унан өсөнсө балалары – ҡыҙҙары тыуа. Тик Мотаһар леспромхозда эшләгән еренән эштән сыға. Күберәген өйҙә ята башлай. Хөмәйрәнең әйтеүен ҡолағына лә элмәй, ҡайҙалыр йөрөп, көн дә эсеп ҡайта. Ғаилә асыға. Ҡатын көн дә, ике улын, бәләкәс ҡыҙын күтәреп, әсәләренә бара. Уларҙа ла ашау яғы наҡыҫ. Етмәһә, аталары ауырып, түшәккә ята. Иң бәләкәй ҡустыһы Рәхмәтулла ун өс йәшенән урманға ағас ботаусы булып эшкә инә. Хөмәйрәнең бәхетенә күрә, ауылда ясле асыла. Күрше тирә-яҡ ауылдағы бөтә ҡатын-ҡыҙҙы ла урманға эшкә ҡыуалар, сабыйҙары өсөн ясле ойошторола. Йәш ҡатын үҙенең ике улын, ҡыҙын да яслегә урынлаштыра, үҙе шунда бала ҡараусы булып эшкә урынлаша. Әҙ булһа ла, балалар ҙа, үҙе лә тамаҡ туйҙыра. Малайҙары ҡул араһына инә башлай, ҡыҙы ла йүгереп йөрөй. Мотаһар ғына көндәр буйы карауатта аунай, кистәрен кеше араһына сығып китә, таңға ғына ҡайтып йығыла һәм берҙән-бер көндө, эшкә инәм тип, егерме биш саҡрымда ятҡан ҡасабаға китә. Ике көн үткәс, әллә ниндәй таныш түгел ирҙәрҙе эйәртеп ҡайтып инә. Ҡатыны эштән ҡайтһа, улар өйҙә эсеп ултыра. “Былар – минең дуҫтар, Сәфәр ауылыныҡылар”, – тип ҡысҡыра ире. Лаяҡыл иҫерек ирҙәр өй тултырып ғауғалаша башлағас, Хөмәйрә балаларын алып әсәләренә китә. Ә иртәгәһенә эштән ҡайтыуға, өй шар асыҡ, өҫтәл тулы – бысраҡ һауыт-һаба. Күршеләре һөйләүенсә, таң менән өс ир ауылдан сығып китә. Мотаһар ҡайҙалыр иптәштәре менән кемдеңдер нимәһендер урлап, ҡулға алына һәм төрмәгә оҙатыла. Шул китеүенән ире ҡайтмай. Хөмәйрә өс бала менән япа-яңғыҙы тороп ҡала.
Ҡышҡы кистәрҙә ашарға наҡыҫ булғас, тимер мейес яғып, балалары менән өйҙә ултырғанда, ҡаймаҡ һалып ҡатыҡ туғып бирә. Көмөш буяу менән биҙәлгән матур ағас ҡалаҡ менән туғығас, ул тағы ла тәмлерәк булып тойола. Был Хөмәйрәнең артынан килгән берҙән-бер, тигәндәй, ҡалаҡ ине. Аш ашар йә ҡатыҡ эсергә булһалар, ике малайы һәм бәләкәс ҡыҙы шул ҡашыҡҡа талаша торғайны. Әсәләре ҡашыҡты малайҙарының ҡулынан һыпыра тартып, ҡыҙына тоттора. Өс йәшлек бала, бәләкәй өйҙө бер итеп йүгерә лә: “Әсәй, матул ҡашыҡ миңә буламы, уны миңә биләһеңме? – тип иркәләнә. “Һиңә, ҡыҙым, кейәүгә киткәндә лә алып китерһең!” – тип әллә ни уйламай һөйләнгән булыр ине Хөмәйрә. Шунан уны тубығына ултыртып, һикертеп һамаҡлай башлай:
– Яҙғы ҡатыҡ – ярыҡ ҡашыҡ улым менән киленемә,
Көҙгө ҡатыҡ – көмөш ҡашыҡ ҡыҙым менән кейәүемә...
Йылдар үтте, улдар, ҡыҙы үҫте. Хөмәйрә ике улын да өйләндерҙе. Оло улы Әсләм армиянан килде лә, ике ай ҙа тормай, йәш кенә, ун алты йәшлек ҡыҙҙы, өс-дүрт ауыл аша барып әйттереп, кәләш итеп алды. Матур итеп, туйлап алып бирҙеләр. Ауылдан ете өй ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар барҙы. Бер йыл килене менән улы төп йортта торҙо. Өй бәләкәй, түр һикелә йәштәр ятты, ишек төбөндәгеһендә – Хөмәйрә менән ҡыҙы. Был ваҡытта икенсе улы Әнүәр армияла ине.
Бер йыл үтер-үтмәҫтән йәштәр иҫке генә өйгә күсеп сыҡты, килене йөклө ине. Оҙаҡламай ҡыҙҙары тыуҙы. Хөмәйрәнең икенсе улы ла армиянан килеп, өйләнеп башҡа сыҡты. Ҡыҙы менән икәүһе йәшәй башланылар. Малдан өҙөлмәнеләр: бер һыйыр, дүрт-биш баш һарыҡ аҫранылар. Ҡыҙы Рәйсә һигеҙенсе класты бөттө, әсәһе уны ситкә ебәргеһе килмәне. Ҡатын-ҡыҙҙарға утын-бесән әҙерләү ҡыйын, үҙе егәрле, яҙ сығыу менән ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп утын әҙерләнеләр. Бесәнде лә ҡыҙы менән генә эшләнеләр. Улдары килгеләп-киткеләне. Уларҙың үҙҙәренең ғаиләһе ҙурайҙы...
Йылдар үтте, Хөмәйрә ҡартайҙы
“Мин үлмәҫ элек,ҡыҙым,кейәүгә сыҡ”, – тип көн дә ҡабатланы ул. Рәйсә кистәрен онотҡанда бер клубҡа төшөп әйләнгеләне, тик егет-елән оҙатҡаны тойолманы. Икеһенә генә мал аҫрау ауырлашҡандан-ауырлашты. Шулай ҙа һыйырҙан өҙөлмәнеләр. Хөмәйрә етмешкә аяҡ баҫты.
Һыйырҙарын бөтөргөһө килмәне, бесәнгә ҡыҙы менән икәү йөрөнөләр. Рәйсә яңғыҙы сапты, әсәһе сәй ҡайнатты. Әйләндереп-ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, өс кәбән ишараты ҡойған булдылар. Бесән бер һыйырҙы ҡыш сығарыуға, таҡы-тоҡо булһа ла етте. Һарыҡ-кәзәнән өҙөлдөләр. Улдары килеп тә әйләнмәй башланы, килендәре үҙҙәре түгел, хатта балаларын да ебәрмәне.
Бер көн иртәнге сәйҙәрен эсеп бөтөрөүгә, күршеһе Гөлнәфис бер ят ҡатын менән килеп инде. Хөмәйрә әйҙүкләп, уны түргә саҡырҙы. Самауырын яңыртып, ҡуҙ һалып ебәрҙе. Рәйсә шишмәгә һыуға китте. Ул юҡта, Гөлнәфис:
– Хөмәйрә күрше, һүҙҙең асығы кәрәк: Рәйсәң ҡарт ҡыҙ булып бара. Бына минең ике туған һеңлем Зәйнәптең ҡырҡҡа етеп барған улы бар. Тәүге ҡатынынан уңманы, балалары юҡ. Рәйсә менән таныштырайыҡ, бер бала табып өлгөрөр. Әле уға нисә йәш һуң?
– Бәй, берҙе түгел, ике- өстө табыр әле! – тине Гөлнәфис.
Шулай итеп, Рәйсәгә лә иш табылды. Яңы йылға туй ишараты булһа ла үткәреп, ҡыҙҙы алып ҡайтып та киттеләр. Хөмәйрә яңғыҙы тороп ҡалды. Аяҡтары һыҙланы, күҙҙәренең нуры кәмене. Өйө тау башында ултырғас, һыу ташырға хәленән килмәй башланы. Әлдә күршеләре, ауылдаштары килгеләп, һыу ташып торҙо. Туғайҙа йәшәгән ҡустыһы мунсаға алып ҡайтҡыланы. Ҡыҙы кейәүгә сыҡҡас,ике тапҡыр килде. Һуңынан улар кейәүе менән ҡала янындағы ауылға күсте, бер улдары, бер ҡыҙҙары тыуҙы.
Рәйсә әсәһен үҙ янына алыу тураһында уйлап та бирмәне.
Хөмәйрә инәйҙең хәле көндән-көн ауырлашты. Гел генә күршеләре лә инә һалып барманы: һыуһыҙ ултырған саҡтары йышайҙы, соландан утын индереп яғыу ҙа ауырлашты.
Гөлнәфис күршеһе лә китеп барҙы..
Бер көн оло улының уртансы малайы килеп инде. Өләсәһе ишек төбөндәге һикелә ята, өйө һыуыҡ, һыуы ла әҙ ҡалған:
– Өләсәй, һин нишләп тормай ятаһың, төш еткәнсе?
Малай, хатта оләсәһенең ауырып ятҡанын да һиҙмәне. Хөмәйрә инәй көс-хәл менән тороп ултырҙы:
– Ауырыйым, улым, ауырымаһа, кеше ятыр инемме ни?
– Кем һине ҡарай? Кем һыу ташый? Кем ут яға?
– Эй, балам, һинең кеүек килеп инһәләр, шулар хәлемә инәләр.
– Өләсәй, ҡайҙа һинең балаларың? Бөтәһе нисәү һуң? Атайым, ти... Тағы?
– Өс бөртөгөм бар ине минең, өс бөртөгөм.
– Ә ниңә килеп ярҙам итмәйҙәр?.
– Уларҙың үҙ донъялары бар.
– Атайың менән Әнүәр ағайың леспромхозда эшләй, эштән арып ҡайталар, минеңә ваҡыттары юҡ.
–Атайыма әйтәйем әле... Эй, бахыр өләсәй... Әйҙә, беҙгә киттек.
–Ҡуйсы ,балам,мин бит атлай алмайым.
Әмир утын индереп ут яҡты, һыу килтерҙе, ҡоролай сәй ҡайнатып эсергән булды...
Сөнки өйҙә тешкә эләгерлек ризыҡ юҡ ине.
Әмир : “Атайыма әйтермен, өләсәй, һине килеп алырбыҙ , “ – тип ҡайтып китте.
Кискеһен бер кәстрүл аш тотоп, тағы Әмир килеп инде. Шулай итеп, малай өләсәһенә килеп йөрөй башланы. Ауыл халҡы күмәкләп әбейҙең ашарына ташыны, утын, һыу килтерҙе. Берҙән-бер көндө ауыл депутаттары Хөмәйрә инәйҙең ике улын ауыл советына саҡыртты, тик береһе лә килмәне. Улдары йәшәгән округ депутаты Әҡлимә апай Әсләм һәм Әнүәргә барып, әсәләрен үҙҙәренә алып ҡарау тураһында һөйләшеү өсөн өйҙәренә барҙы. Оло килене ризаһыҙ, һөмһөрө ҡойолоп ҡаршы алды:
– Бер Әсләм түгел дә баһа, ана, унан башҡа ике балаһы бар –ҡараһындар!
Әҡлимә апай, Әнүәр эштән ҡайтыуға, уларға барҙы:
–Әсләм туған, әсәйеңде алып ҡайтып ҡарағыҙ, ағайың менән килешегеҙ ҙә...
Әҡлимә апайҙың әйтеп бөткәнен дә көтмәй, кесе килене сабып сыҡты:
–Ана, ҡыҙы алып ҡайтһын, ул иң бәләкәйе, беҙҙең өй бәләкәй, күреп тораһың да, алты бала, ҡайҙа һалайым мин уны?
Өгөтләй торғас, Әнүәр әсәһен аласыҡтарына алып ҡайтырға ризалашты. Ҡалала йәшәгән Рәйсәгә лә хәбәр иттеләр .Тик ул:
–Квартир бәләкәй, ике комнаталы ғына, үҙебеҙ дүрт кеше, – тип сәләм ебәрә ..Хөмәйрә инәйҙең күҙ ҡараһылай үҫтергән ҡыҙы, әсәһе янына ҡайтырға ашыҡмай:
–Ярай, сана юлы төшкәс, ҡайтып китермен, әле ни көҙ, ни ҡыш түгел....
Берҙән -бер көндө кискеһен, ҡояш байығас, бәләкәй улы Әнүәр атын егеп, әсәһенең арлы-бирле нәмәләрен бер төйөнсөккә төйнәп, арбаға сығарып ырғыта. Үҙен тыуҙырған кешенең ҡаҙ ҡауырһынындай еңеләйеп ҡалған кәүҙәһен елп иттереп күтәреп, арба өҫтөндәге бесән өйөмөнә ултыртты. Хөмәйрә инәй нурһыҙ күҙҙәре менән өйөнөң тәҙрәләренә йотлоғоп ҡарап, эстән генә улар менән хушлаша һәм ҡапыл улына:
–Әнүәр балам, ҡашыҡ, ҡашығым,семәрле ҡашығым ҡалды,алайыҡсы, –тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Әнүәргә өйгә кире инергә тура килде.Стенаға эленеп кенә ҡуйылған ағас кәштәлә әсәһенең ғүмер буйы йыйған ҡашығаяғы бик бөхтә итеп урынлаштырылған .Бала саҡтан күңелгә яҡын ағас ҡашыҡ! Ир әйләндереп-әйләндереп ҡарап, йылмайып ҡуйҙы һәм ҡолағына әсәһенең:
“Яҙғы ҡатыҡ –ярыҡ ҡашыҡ ....” – тигән таҡмағы ишетелгәндәй булды.
Әсәһен алып ҡайтып, аласыҡҡа урынлаштырҙылар. Ҡатыны Зәлифә ыңһырлағас,Әнүәр бер генә аҡыртты ла ҡуйҙы:
–Өйҙә ултыраһың, хужалыҡ эшенән башҡа эшең юҡ, имсәк сабыйыбыҙ ҙа юҡ. Әсәйҙе ҡара, мин – көнө-төнө эштә...
Тау төбөндәге бәләкәй аласыҡта йәшәй башланы Хөмәйрә инәй. Йәшәй тип ни, мөйөшкә терәтеп эшләнгән ағас һикелә көнө буйы ятып ҡына тора. Тышҡа ла сығып йөрөй алмай.
Ноябрь аҙағы ,ҡар әҫәре юҡ,ҡара һыуыҡ .Иртәле –кисле ер шаҡырайып туңа. Аласыҡтағы мейескә көнө буйы яғып,төнгөлөккә томалаһалар ҙа,таңға табан ныҡ һыуыта,тәҙрәләре туңа. Тәҙрәләге боҙ көндөҙ ҙә иремәй.
Хөмәйрә инәйҙе өйгә индереү тураһында һүҙ сыҡҡас, килене :
–Уны өйҙә ҡайҙа һалайым ? Үҙебеҙ – һигеҙ кеше, былай ҙа, малайҙарың, ана иҙәндә ята бит...Ҡышын аласыҡта туңып үлһә, һинән күререҙәр. Бөгөн үк, Әсләмдәргә алып бар... Ял көнө,ул өйҙә саҡта. Уларҙың өйө беҙҙекенән ҙур...
Әнүәргә ат егеүҙән башҡа сара ҡалманы. Арба өҫтөнә Хөмәйрә инәйҙең шаҡмаҡ шәлгә уралған төйөнсөгөн һалып,өҫтөнә әсәһен сығарып ултыртты. Ҡурсаҡтай ғына, ҡураныс кәүҙәле инәй ике-өс ҡат йөн кофта өҫтөнән ,мамыҡтан һырып тегелгән кәзәкейен кейгәйне. Был ҡыҫҡа еңле кәзәкейҙе, үҙе һау сағында Хөмәйрә инәй үҙе һырып теккәйне.
Бына егелгән ат оло улының ҡапҡаһы алдына килеп туҡтаны.Әнүәр ҡапҡаны ҡаҡты, ул эстән бикле. Бик оҙаҡ ҡына туҡылдата торғас, ҡапҡа асылып китте лә, елп итеп Фәрихә еңгәһе килеп сыҡты. Йөҙө, ябынған ҡыҙыл яулығы төҫлө, ҡып-ҡыҙыл булған, моғайын, өйҙә әрләш-талаш булғандыр.
–Нимә, әсәйеңдең тотош байлығын үҙеңә алдың да, хәҙер беҙгә килтереп ырғытаһыңмы?
–Мин уны ҡайҙа ҡарайым, үҙемдә – ҡырҡсиреү балала. Ҡыҙы ҡайҙа? Ҡыҙы булмаһа, һин Әсләмдән бәләкәй, ҡара! Ә, бисәңә баш була алмайһыңмы? Уҫалмы бисәң? Мин унан да уҫал...
Шулай тине лә еңгәһе ҡапҡаға арҡыры баҫып,ике ҡулын ян-яғына һуҙып, аяҡтарын кирә баҫып, ҡаршы торҙо.
Әсәһенең төйөнсөгөн тотоп, ҡапҡа яғына атлаған Әнүәр туҡтап ҡалды...
Арбала ултырған, меҫкен әсә нишләргә белмәне. Хәл генәһе юҡ ине шул,тороп йүгерергә. Ошо минутта уның ҡапыл ғына юҡҡа сыҡҡыһы, күккә, бейекккә, ҡош булып осҡоһо килде:
–Эх, Хоҙайым, күрәһеләрем бар икән. Ыҙалатмасы мине, Аллам, ҡотҡар мине ошоларҙан!
Шулай тине лә әсә эстән генә һәм ҡапыл арбаның ҡаҡ ҡабығы өҫтөнә йөҙтүбән ауҙы.
Әнүәр ҡулындағы төйөнсөктө ергә ташлап, әсәһенә ҡарай йүгерҙе.
Сиселеп киткән төйөнсөктән төшкән көмөш ялатылған ағас ҡашыҡ, көҙгө туңғаҡ ергә таҡ итеп барып төштө лә, ҡаҡлығып китеп, арба аҫтына барып ятты.
Уның таҡылдаған тауышында :
Көҙгө ҡашыҡ – көмөш ҡашыҡ,
Ҡыҙым менә кейәүемә “ – тигән хужабикәһенең һуңғы хушлашыу йыры ишетелгәндәй булды....
Фото: Әнисә АҪЫЛҒУЖИНА
Белорет районы.