+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Сибәрҙәрҙе лә ташлап китәләр...

Ниндәй ҡатын-ҡыҙҙарҙы ташлап китмәйҙәр? Һорау бер ҡатлыраҡ тойолһа ла, аналитиктарҙың быға яуабы бар. Хәҙерге ваҡытта ирҙәрҙең ғаиләләрен ташлап китеү осраҡтары аҙым һайын, беҙ был хәлгә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Яңғыҙ ҡалған ҡатындың “ни өсөн минән йәмһеҙерәк, ялҡауыраҡтарҙы ташламайҙар, ниңә ирем мине бүтәнгә алыштырҙы?” – тип үҙ-үҙенә һорау биреүе ғәжәп түгел.

Сибәрҙәрҙе лә ташлап китәләр...
Сибәрҙәрҙе лә ташлап китәләр...

Айырылышыу сәбәптәре мең төрлө һәм бик тә ҡапма-ҡаршылыҡлы. Ирҙәр ҡалаҡҡа һалып йоторҙай һылыуҙарҙы ла, йәмһеҙҙәрҙе лә, күҙеңә генә ҡарап торған мыштымдарҙы ла, яһилдарҙы ла ташлай ҙа китә... Был статистика өҫтөндә белгестәр ҙә әллә ҡасандан бирле баш вата, мәғлүмәттәрҙе анализлай. Һеҙгә уларҙың бер  ҡыҙыҡлы эш һөҙөмтәһен тәҡдим итәбеҙ.

 Баҡһаң, ир-ат өсөн яратҡан ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте лә, хатта холоҡ-фиғеле лә әллә ни әһәмиәтле түгел икән. Ирҙе эргәңдән ебәрмәй тотоу өсөн ҡатын-ҡыҙҙың  эс бошорғос, күңелһеҙ булмауы мөһим икәнлеге асыҡланған. Хәҙерге дөйөм депрессия һәм эмоциональ яныу дәүерендә быға өлгәшеү анһат бирелмәй шул.

Әгәр ҡатын кеше көн дә ҡара ҡойолоп, кәйефе төшөп йөрөһә, эләгешергә, телләшергә генә торһа, башҡа бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмаһа, арыу-йонсоу йөҙөнән китмәһә – уны яңғыҙ ҡалдырып китеүҙәре ихтимал. Хатта кәртинкә кеүек матур һәм аҡыллы булыуына ҡарамаҫтан, тип раҫлай аналитиктар.

Имеш, бындай ҡатын-ҡыҙ  ыңғай хис-тойғолар уята ла,  ыңғай энергияһы  менән ирҙе тоҡандыра ла алмай, баҡһаң, тап ошо сифаттар ир-атты үҙенә  ныҡ тарта икән.

Бошонҡо ҡиәфәтле, төшөнкө күңелле хәләл ефеттәрен ташлап, ирҙәр яңы, энергиялы, күңелсәк ҡатындарға китә. Ә яңы йәрҙәр уларҙа һүнгән йәшәү утын тоҡандырырға һәләтле, энергияһы менән көс бирергә, шатлығы менән уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер. Был “магнит” ир-ат өсөн бик ылыҡтырғыс. Шуға күрә улар сая, уйынсаҡ ҡатын-ҡыҙ янында үҙҙәрен көслөрәк, әүҙемерәк тоя, йәрҙәрен ҡулдарында күтәреп йөрөргә, гөлләмәләр бүләк итергә һәм яратырға әҙер, имеш... Быныһы тикшеренеүселәрҙең фаразы, ә ғәмәлдә эш нисек?

Фото: https://aif.ru/

https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2023-11-05/k-rtink-ke-ek-sib-r-r-e-l-tashlap-kit-l-r-3507477

Автор:
Читайте нас: