+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Китап байрамы" - халыҡ-ара китап йәрминкәһе

Рәсәй Почтаһы «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә арналған конверт сығарған. Унда мәртәбәле сараның символы төшөрөлгән. «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе конвертҡа мисәт һуғыу тантанаһынан башланды.

"Китап байрамы" - халыҡ-ара китап йәрминкәһе
"Китап байрамы" - халыҡ-ара китап йәрминкәһе

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса  комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһының  буйынса федераль почта элемтәһе  идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Йола буйынса,тантанала ҡатнашыусылар конверттарға ҡултамғаһын ҡалдырҙы, почта продукцияһынт тотоп, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Конверттарҙы Өфөнөң һәм Башҡортостандың почта бүлексәләрендә, халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй почтаһы стендында һатып алырға мөмкин.

– Былтырғы «Китап байрамы» бик һөҙөмтәле булғайны,  шуға уны йыл һайын ойошторорға ҡарар иттек. Бөгөн бында яҙыусылар, шағирҙар, китап нәшер итеүселәр, эксперттар, артистар ҙа буласаҡ. Йәрминкә халыҡты китап уҡыуға күпләп ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Фестивалде ойошторғанда төп маҡсат итеп балаларыбыҙҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙе ҡуйҙым. Ысынында иһә, китаптан да яҡшыраҡ дуҫ юҡ. Ул кешегә күңел тыныслығы алып килә. Кәйефем һәйбәт булһа, ҡатыным менән «Мастер һәм Маргарита»ны уҡыйым, балалар менән бергә булғанда әкиәттәргә мөрәжәғәт итәм, яңғыҙы булырға теләгәндә «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» исемле мемуарҙар циклын ҡулға алам.

 Беҙгә килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерәм. Уларҙы ҡабул итеү беҙҙең өсөн ихтирам билдәһе, ҙур яуаплылыҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы: элекке Советтар Союзы дәүләттәренең дуҫлығы нығый. Кәйефегеҙ күтәренке булһын, балаларға китаптар һатып алығыҙ! – тип тантананы асып ебәрҙе   Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

«Китап байрамы» өс көн дауам итәсәк.Унда Рәсәйҙең 18 төбәгенән,   яҡын сит илдәрҙән һәм Ирандан 200-ҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша. Сара барышында китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, кино күрһәтеү, китаптарҙы һатыу ҡаралған.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-05-24/y-rmink-haly-ty-k-pl-p-kitap-u-yu-a-yly-tyryu-a-y-n-ltelg-n-3782130

Автор:
Читайте нас: