+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2024, 04:00

АҠЛАНМАҒАН ӨМӨТ

Бишбүләк районында көн иткән бер пенсионерға ла тиҙ арала аҡса кәрәк була. Ул социаль селтәр төркөмдәренең береһенә сусҡа балалары һатыу тураһында иғлан бирә. Бер нисә көндән телефон шылтырай. Шылтыратыусы үҙен алыпһатар тип таныштыра, бөтәһен алырға теләүен белдерә. Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән пенсионер иҫенә килергә лә өлгөрмәй, алыпһатар аҡсаны хәҙер үк түләргә әҙер булыуын әйтә. Аҡсаға интеккән пенсионер ризалаша.

АҠЛАНМАҒАН ӨМӨТАҠЛАНМАҒАН ӨМӨТ
АҠЛАНМАҒАН ӨМӨТ

– Ҡасан киләһегеҙ? Аҡсаны шунда уҡ бирәһегеҙме?
– Шунда уҡ тинем бит инде, – тиҙәр трубканың теге яғынан. – Ҡулаҡса менән түгел, ә карточка менән иҫәпләшәбеҙ.
– Мин ни эшләргә тейеш?
Алыпһатар банк картаһының мәғлүмәттәрен һорай. Тиҙ ышаныусан пенсионер талап ителгән барлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә бирә, шул иҫәптән картаның икенсе яғындағы өс һанлы кодты ла.
– Көтөгөҙ, тиҙҙән аҡса күсер, үҙебеҙ ҙә оҙаҡламабыҙ, сусҡаларҙы юлға әҙерләй тороғоҙ, – тип ҡушалар ҙа, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп, бәйләнеште өҙәләр.
Пенсионер күпме генә көтһә лә, малды алырға килмәйҙәр, картаһына вәғәҙә ителгән аҡса ла күсмәй. Ул ғына ла түгел, һуңғы 20 мең һумынан да ҡолаҡ ҡаға.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Рөстәм тигән кеше лә алдана. Ул интернет-сайтта шөрөп борғос һатыуҙары тураһында иғлан күреп ҡала. Иғланда күрһәтелгән номерға шылтыратҡас, уға тауарҙы почта аша ебәрәсәктәрен әйтәләр. Посылка, Рөстәм дүрт күҙ менән көткән заказын алырға бара. Посылка һәм тауар хаҡын түләй, ҡыуана-ҡыуана аса. Ләкин унда шөрөп борғос урынына отверткалар менән зарядлағыс ҡына була. Рөстәм алдаҡсы һатыусыға шылтыратып ҡарай, әммә яуап бирмәйҙәр. Һуңынан ул да, Бишбүләк пенсионеры кеүек үк, полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: интернет селтәре аша тауар һатып алғанда һыналған, ышаныслы магазиндарҙан ғына файҙаланығыҙ. Бер кемгә лә картағыҙҙың мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгеҙ. Бер банк та телефон аша бындай реквизиттарҙы һорамай. Үҙегеҙҙең счетҡа аҡса күсертеү өсөн карталағы 16 һанлы номерҙы әйтеү етә.

Ф. СӘЛИХОВ.

Автор:
Читайте нас