+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Мин ҡайттым, туғандар!”

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы йырсы Альберт Салауатов йыр һәм моң, театр сәхнәһен яулаған, тамашасыларҙың кумирына әйләнгән сәнғәт оҫтаһы Уның тормош юлында ҡатмарлы мәлдәре лә, сағыу саҡтары ла, үкенесле минуттары ла күп. Ул тормошо, күңел донъяһы, уй-фекерҙәре, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

“Мин ҡайттым, туғандар!”
“Мин ҡайттым, туғандар!”

– Альберт Рәфҡәт улы, тыуған яғығыҙ – бәрәкәтле Баймаҡ, тәүге тәпәй баҫҡан ерегеҙ – алтын-көмөшкә бай Семеновка ауылы. Йыр-моңға һөйөү ҡасан барлыҡҡа килде?
– Әйткәндәй, мин Башҡортос­тандың халыҡ артисы Азамат Тиме­ров менән бер ауылдан. Беҙҙең атай­ҙар йырлай-йырлай эш­ләне. Ауылыбыҙ мәғдән ятҡылығы һөҙөм­тәһендә барлыҡҡа килгән, атай-әсәйем дә ғүмер буйы тау-байыҡ­тырыу фабрика­һында тир түкте, шуға күрә Рим ҡустым менән күбе­рәк өләсәй һәм олатай тәрбиә­һендә үҫтек. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырланы, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр ине. Бәләкәйҙән уларҙың моңона ҡойоноп үҫтем, йырлау­ҙарынан һабаҡ алдым, тип тә әйтер инем. Атайым берәй халыҡ йырын башҡарһа: “Ошо ерен ошолайтып ҡуйырға йәки һуңғы һүҙен была­йыраҡ итеп һуҙырға кәрәк”, – тип мине лә өйрәтер ине. Халыҡ йыр­ҙарын отоп алыу, халыҡсан итеп башҡарыу тап уларҙан киләлер, моғайын.

Ололар эштә булғанда, әртис булып уйнарға ярата торғайным (йыл­мая – авт.). Ҡунаҡта ултырғыс өҫтөнә баҫып йырлатҡандары бө­гөн­гөләй хәтеремдә, мәктәпкә бар­ғас та, мине сәхнәгә сығарҙылар.

– Сибай мәктәп-интернатында белем алыуығыҙ хаҡында бөгөн дә уҡытыусыларығыҙ һағынып һөйләй.
– Ысынлап та, иң бәхетле мәл­дәрем тап Сибай мәктәп-интернатында үтте. Унда белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларға, тәрбиәсе­ләргә мең рәхмәт. Ябай ғына ауыл малайының иңенә ҡанаттар үҫтер­гән, йыр-моң иленә алып сыҡҡан, ғүмерлеккә сәхнәгә ғашиҡ иттергән иң изге урындарҙың береһе ул.

Яңы ғына ауылдан килеп, бер аҙ моңһоуланып, үҙемсә көйләп йөрөгәнмендер инде. Шул ваҡытта тәрбиәсем Нәйлә Бикова янына саҡырып алды ла 23 февралгә арналған кисәлә сығыш яһарға тәҡдим итте. Русса “Крейсер Аврора”ны, “Катюша”ны йырлап ебәрҙем. Ҡаушағанымды һиҙҙер­мәҫ­кә тырышам, тамашасылар ныҡ алҡышлап, тағы ла сығыш яһа­уымды һорағас, батырайып китеп, йәнә бер йырҙы башҡарҙым. Шулай итеп, уҡыу йортонда үткән һәр сарала тиерлек ҡатнаша башланым.

Һәүәҫкәр композитор-йырсылар Юлай Моратов, Зөһрә Фәйзуллина беҙҙең интернатта эшләне, улар ижад иткән бик күп йырҙарҙы тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. Шул уҡ ваҡытта театр менән ҡыҙыҡһы­ныуым да көслө ине. Сибай театрына йыш йөрөнөк, үҙебеҙ ҙә драма түңәрәгендә төрлө спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәпте тамамлағанда, үҙемде артист итеп кенә күҙ алдына килтерә инем.

– Һәм һеҙ Өфө сәнғәт инсти­тутының театр факультеты студенты булып киткәнһегеҙ…
– 1988 йылда поезға ултырып, тәүге тапҡыр Өфөгә килеп төштөм. Күптәр аңлайҙыр, интернат балаһы күп осраҡта тормошҡа әҙер булмай сыға, сөнки һәр саҡ тәрбиәселәр яҡлауында, әҙер тамаҡ, ҡушҡанды ғына үтәү һәм башҡалар. Бында һине берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы­ламай, артабан нимә эшләргә кәрәклеген теҙеп әйтеп тормай. Миңә лә башта еңелдән булманы, шулай ҙа бар һынау­ҙарҙы лайыҡлы үтеп, студент булып киттем. Улай ғына түгел, күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял булған талантлы педагог Ғабдулла Ғиләжевтең курсына эләктем.

Риза Мәһәҙиев менән бер бүлмәлә йәшәнем, уға рәхмәт: миңә бар яҡлап ярҙам итте, бер телем икмәкте лә, һуңғы тинебеҙҙе лә үҙ-ара бүлештек. Иҫ киткес дуҫ ине, ғүмер буйы аралашып йәшәнек, ауыр саҡтарымда терәк була белде, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтте. Иң ҡыҙғанысы шул: арабыҙҙан иртә китте, әле булһа уның юҡлығына ышанмайым, ғүмерлек дуҫым күңелемдә мәңгелеккә урын алды.

Ысынлап та, тормош һин уйла­ғанса һәм теләгәнсә генә бармай икән шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә үҙем яратҡан уҡыу йортон тамам­ларға тура килмәне. Өсөнсө курста уҡығанда әсәйем вафат булды. Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалдым. Институтты ташлап ҡайттым да киттем. Нимә эшләргә? Ҡайҙан эш табырға? Киттем Сибай театрына, Дамир Ғәлимовҡа рәхмәт. Диплом­һыҙ тип торманы, эшкә алды. Шулай итеп, 1991 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ижад юлымды башланым.

– Артабан тормош юлығыҙ бер аҙ ҡатмарлашҡан: һөйөү утын­да ла янып-көйөп алған мәлдәрегеҙ булған. Яратҡан театрҙан Стәрлетамаҡ, Нефтекама филармонияларына эшкә күсеү, ҡауышыуҙар, йәнә айырылышыуҙар…
– Артист кеше бер урында ғына тора алмай: уға һәр саҡ үҫеш, даими эҙләнеүҙәр та­лап ителә. Сибай филармонияһынан Әлмира Ҡыуа­това саҡырғас, икеләнмәйенсә унда эшкә барҙым. Сибай филармо­нияһының иң көслө сағы, бер-бер артлы концерттар, театрлаш­тырылған тамашалар ҡуйыла, республика буйлап ҡына түгел, сит өлкәләргә, хатта сит илдәргә гастролдәргә сығабыҙ. Дәртләнеп эшләйбеҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ…

Әммә ижад кешеһе гел эҙләнә бит. Стәрлетамаҡ филармония­һынан саҡырыу алғас, тоттом да сығып киттем. Тәүге ҡаты­ным менән дә айырылышҡан ваҡыт, улым Сыңғыҙҙы үлеп һағынам, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ һиҙелә. Әгәр ҙә шул тойғонан арынмағанда, уның артабан киңәйеүе мөмкин. Стәрлетамаҡта данлыҡлы бейеү театры менән эшләү тап шул бушлыҡтан арынырға ярҙам итте.

Икенсенән, миңә бында буласаҡ кәләшем Сулпан менән осрашырға насип булды. Аҙаҡ бергәләшеп Неф­те­кама филармонияһына эшкә килдек, Юлай улыбыҙ тыуҙы. Сит ерҙә үҙ тамашасыларыңды табыу өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ менән Нефтекама филармонияһы минең өсөн һынау мәктәбе лә булды. Үкен­мәйем.

Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә тарта, Сибай филармонияһы директоры Вәкил Йосопов бер көн: “Ҡустым, әллә кире ҡайтаһыңмы?” – тигәс, ризалыҡ бирҙем дә йәнә Сибайыма килеп төштөм. Күптәр аптыраны, бәғзеләр шикләнде. Күп тә үтмәй, “Мин ҡайттым, туғандар!” исемле концерт программаһын әҙерләнек. Тамашасы – мине, мин уларҙы һа­ғынғанмын, концерттар тулы зал­дарҙа үтә, райондарға гастрол­дәр­гә сығабыҙ, халыҡ яратып ҡабул итә.

Ләкин ғаиләм менән айыры­лы­шырға тура килде, улым – тегендә, мин – бында, күңелдә – һағыш. Бар һағышымды эш һәм йыр баҫа. Барыбер күңелгә нимәлер етмәй, ашҡынам, эҙләнәм. Сибай театры артистарының премьераларына йөрөйөм, элек уйнаған образдарымды һағынам. Дамир Мәжит улына килдем, тағы мине театрға алды. Йәнә тәүге эш урыныма ҡайт­тым һәм бөгөнгә тиклем рәхәтләнеп яңы образдар тыуҙырам, яратҡан эшемдә йөҙөп ижад итәм. Йырсы тигән һөнәремде лә ситкә ҡуйманым. Бында үҙемдең концерт бригадам бар, бергәләп гастрол­дәргә сығабыҙ.

– Һәм һеҙ йәнә ғаилә ҡор­ҙоғоҙ?..
– Эйе, Әбйәлил һылыуы Гөлшат исемле мөләйем ханымға егеттәрсә ғашиҡ булдым. Уның улы Ринат баштан уҡ миңә атай тип өндәште. Класташым Баймөхәмәт хәҙрәткә барып, никах уҡытып, ғаилә ҡороп ебәрҙек. Ҡала янында йорт һалып, шунда күсеп сыҡтыҡ, бер-бер артлы ике улыбыҙ – Батырхан менән Азамат донъяға килде.

– Әйткәндәй, бала ҡайғыһын да кисерергә тура килде һеҙгә…
– Мин бер ваҡытта ла үткән­дә­ремде йәшереп, уны аҡ һәм ҡара биткә бүлмәйем. Барыһы ла булды тормошомда. Үкенестәр ҙә, ауыр­лыҡтар ҙа, бәхетле мәлдәр ҙә. Әммә уларҙы һәр саҡ еңеп сыға алыуым, йыр-моңға, сәнғәткә хыянат итмәүем менән бәхетлемен. Ысынлап та, тәүге улымды юғалтыу ғазабын кисерҙем. Әрмегә оҙатып, уны ҡаршы алып, инде йәшәргә тейеш булған имәндәй Сыңғыҙ улымдың үлеме шул тиклем тетрәндерҙе. Икенсе улым Юлай менән бәйләнеште өҙмәйем, һәр саҡ аралашып торабыҙ. Ҡустылары менән бер-береһен белеп үҫһен, аралашһын тигән теләктәмен. Ижад тәүге урында торһа ла, һәр саҡ ғаиләмә, улдарыма ваҡыт бүлергә тырышам, улар алдындағы яуаплылыҡты онотмайым.

– Үҙенсәлекле, моңло тауышлы йырсы, бик күп сағыу образдар тыуҙырған артист Альберт Салауатовтың моң менән тулған булмышы – күптәргә өлгө. Ауыр­лыҡтар алдында һынып-һығы­лып ҡалмайынса, һәр саҡ юға­ры­лыҡҡа ынтылған артист хал­ҡының иң юғары исемдәренә лә лайыҡ ул. Артабан да ижад ҡомарың һүнмәһен, һүрелмәһен, сәнғәт оҫтаһы!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2022-01-24/1988-yylda-poez-a-ultyryp-t-ge-tap-yr-f-g-kilep-t-sht-m-2666287

Автор:
Читайте нас: