+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кемдер ирен ныҡ ярата, кемдер балаһын

Ирегеҙ менән балағыҙ араһында һайларға тура килһә кемде һайлар инегеҙ? Тәүҙә барыһы ла бала, әлбиттә, тиер, яңылышағыҙ. Ирҙе һайлағандар ҙа бар. Бының нормаль хәл булыуын йылдар үткәс анланым. Мин дә баламды һайлар инем. Ә беҙҙең әсәй киреһенсә ине. Атайым беҙҙе ташлаған көндө әле лә хәтерләйем. Әсәйем ул йыйған әйберҙәргә йәбеште. Атайым уларын тартып алып ишеккә киткәс, ишеккә арҡыры баҫты. Атайым уны этә башлағас, уның алдына тубыҡланып торҙо.

Кемдер ирен ныҡ ярата, кемдер балаһын
Кемдер ирен ныҡ ярата, кемдер балаһын

Миңә 15 йәш, 7 йәшлек ҡустым ярһып илай. Атайым аяҡтарын ҡосаҡлаған әсәйемдән ысҡына алмай сәбәләнә, психлана, һүгенә. Йүгереп барып, әсәйемде көсләп тартып алдым уның юлынан. Әсәйем минән ысҡынып уның артынан тағы йүгерҙе. Ярай әле атай машинаһына ултырып китә һалды. Ошонан һуң әсәйем өндәшмәҫ булды. Беҙҙе күрмәне лә шикелле. Беҙҙең менән ҡыҙыҡһынманы ла. Көндән көн ябыға барған әсәйемде больницаға һалдылар. Ике айҙан ул үлеп тә ҡалды. Шат йылмайып йөрөгән ҡатын иренең икенсе ҡатынға сығып китеүен күтәрә алмай, ҡапыл ауырып үлде. Рак тинеләр. Унан алда бер ҙә ауырымаған кеше ине. Күрәһең, ныҡ стресс булып, рак күҙәнәктәре әүҙемләшеп иткәндер. Мин ҙур булғас быларҙың барыһын аңлай инем һәм әсәйгә асыулана инем. Сөнки ҡустымды атай үҙенә алып ҡайтһа ла, ул кире йүгереп килде. Мин училищела уҡый инем. Үҫмер осоро ҡустымдың бигерәк проблемалы булды. Артынан йөрөмәгән притон ҡалманы. Хәҙер армияла, аҡыл ултырып ҡайтыр тип ышанам инде. Атай алимент түләп торҙо. Тик беҙҙең аралар һалҡынайҙы. Үҙем әсәй булғас, әсәйемде ғәйепләүҙе ҡуйҙым. Ысынлап та, кемдер ирен ныҡ ярата, кемдер балаһын. Быны бер нисек тә көсләп үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа беҙ әсәйҙәр балалар өсөн күберәк яуаплы булып өйрәнгәнбеҙ. Күптәр шулай инде, әммә ирҙәрен нығыраҡ яратып, улар өсөн үлергә әҙер булғандар ҙа бар. Ҡалайтаһың, тормош бит. Әсәйемдең был донъяны ташлап киткән көнө бөгөн. Шуға эсем бошоп, уйланып киттем.

Анон.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: