+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"ЕТЕ ҠЫҘ" - БАЛЕТТА

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры "Ете ҡыҙ" балет спектаклен әҙерләй. Тамаша Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арнала.

"ЕТЕ ҠЫҘ" - БАЛЕТТА
"ЕТЕ ҠЫҘ" - БАЛЕТТА

"Ете ҡыҙ" - махсус заказ буйынса эшләнелә. Уның нигеҙендә башҡорт халҡының боронғо легендаһы ята. Башҡорт ҡыҙының идеаль образын данлаған поэтик риүәйәтте республика халҡы айырыуса йөрәкһенеп һәм яратып ҡабул итә. Театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр ҡуйыласаҡ риүәйәт тамашасыларҙы боронғо осорҙарға алып ҡайтасаҡ. Ул башҡорттарҙың космогоник ҡараштарын сағылдыра: ете һылыу ҡыҙ дейеүҙәр батшаһынан ҡасып тауҙан һикерә һәм һауаға күтәрелә, шунан бирле уларҙы Етегән йондоҙ тип атайҙар. Боронғо риүәйәттең фабулаһына яңы драматик йөкмәтке лә өҫтәлгән: унда мөхәббәткә, батырҙар алышына ла урын бар. Сәхнә әҫәре буйынса балетмейстер, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов, ҡуйыусы-рәссам Альберт Нестеров эшләй. Либретто авторҙары Ринат Абушахманов, Галина Йыһанова һәм Ильмар Әлмөхәмәтов. Балет Өфөнөң 450 йыллығына арналған һәм баш ҡала тамашасыһы уны октябрь айында ҡарай аласаҡ.

Фото: prufy.ru

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6845

Автор:
Читайте нас: