+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мосолман әҙәбе

Изге Ҡөрьәндә "Ир менән ҡатын бер-береһенең кейеме", тип әйтелә. Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған, сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең асылды беҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ белә. Әйҙәгеҙ, "кейем" һүҙенең мәғәнәһенә төшөнөп ҡарайыҡ башта, ошо юҫыҡта үҙебеҙҙең икенсе яртыбыҙға күҙ һалайыҡ.

Мосолман әҙәбе
Мосолман әҙәбе

Халыҡта "Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар" тигән мәҡәл бар. Кейемеңдең таҙалығы, бөхтәлеге, төҫө - һинең визит карточкаң ул. Кейемең матур икән, тимәк, һин үҙеңде баһалай, ҡәҙерләй беләһең, тигән һүҙ. Ә бысраҡ, йыртылған, иҫкергән кейем үҙеңде һанламауыңды күрһәтә. Кейем һинең шәхесеңдең визит карточкаһы.
Икенсе яртың да - һинең визит карточкаң. Әгәр уны йонсотһаң, хәлдән тайҙырһаң, өҫ-башын ҡарамаһаң - иң тәүҙә үҙеңә зыян килтерәһең. Үҙ шәхесенә, үҙ көсөнә ышанысын юғалтҡан, бер ҡиммәте лә булмаған хәләл ефетең һинең дә шундай уҡ яҙмышлы булыуыңа ишаралай. Тимәк, һеҙ бер-берегеҙҙе генә түгел, үҙ-үҙегеҙҙе лә баһалай белмәйһегеҙ.
Бәхеткә күрә, кейем беҙҙе матурлау менән бергә, кеше күҙенән йәшерергә тейеш булған урындарыбыҙҙы ла ҡаплай. Кейенеү - ул ниндәйҙер дәрәжәлә серҙәреңде һаҡлаусы ла булып тора. Уйлап ҡара, кейемең йыртылып йәки һүтелеп китһә, кешеләр алдында ниндәй уңайһыҙ хәлгә ҡалыр инең.
Ир менән ҡатын да бер-береһенең етешһеҙлектәрен ҡапларға, бүтәндәргә күрһәтмәҫкә яратылған. Һинең тормош юлдашың һинең турала бер кеше белмәгәнде белә, башҡаларҙан йәшерелгәнде күрә. Ул, кейем кеүек, һине ҡаплап торор өсөн кәрәк. Әгәр хәләл ефетеңдең хаталарын, кәмселектәрен йәшерер урынға уларҙы асып һалырға тырышаһың икән, һин уның өсөн "кейем" була алмайһың. Бына шуның өсөн дә икенсе яртыңды башҡалар менән сағыштырырға тырышма, сөнки башҡаларҙы бит һин "кейем"дә генә күрәһең.
Кеше кейеп йөрөгән әйберҙең генә ҡиммәте бар. Бер кейем дә төргәктә ятыр өсөн тегелмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше кейемгә мохтаж булған кеүек, әйбергә лә хужа кәрәк. Кеше өҫтөндәге кейем һөйләй, ишетә, күрә, хатта уйлай кеүек. Иң матур кейем дә хужаһын икенсе төрлө итә алмай. Мәғәнәһеҙ кешенең кейеме лә матур күренмәй.
Беҙ ҙә шулай бөтә яҡтан килгән өлгөлө тормош иптәше эҙләйбеҙ. Ә үҙебеҙҙең шул өлгөгә ярау-ярамауыбыҙ тураһында күп осраҡта уйлап та бирмәйбеҙ. Иң шәп кейем дә бөтә кешене матурлай алмаған кеүек, яҡшы тормош иптәше лә өлгөлө ғаилә тормошон үҙе генә ҡора алмай. Иң беренсе үҙебеҙгә яҡшы юлдаш булыу юлдарын эҙләргә, таҙа, һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырырға, уларҙы һаҡларға өйрәнергә кәрәк.
Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем булғас, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең гүзәллеге хаҡына уларҙың бер-береһенә яраҡлашыуы мотлаҡ. Кейем кейеп кенә танылып булмай, кейемгә ниндәйҙер деталдәр өҫтәргә тейешбеҙ. Шуның кеүек, үҙебеҙҙең хәләл ефетебеҙгә ярашлы йөрөргә, торорға, эшләргә, нимәлер хәл итергә тейешбеҙ.
Кейем - беҙҙе һаҡлаусы ла. Ҡаплауҙан тыш, кейем беҙҙе һалҡындан, түҙеп торғоһоҙ эҫенән, бысраҡтан, саңдан һәм башҡаларҙан һаҡлай. Беҙҙең тормошҡа, тирегә ниндәйҙер ҡурҡыныс янаһа, беҙ кейемгә нығыраҡ төрөнәбеҙ бит. Ә киреһенсә эшләһәк һәм кейемде ғәйепләһәк, беҙ иҫәр һәм ғәҙелһеҙ булыр инек.
Тормош юлдары ҡатмарлы, ир менән ҡатын араһын һалҡынайтыусы сәбәптәр ҙә етерлек. Һеҙ ғүмер юлында осраған шатлыҡ һәм ҡайғыларҙы бүлешергә вәғәҙә биргәнһегеҙ икән, төрлө ҡаршылыҡтарға осрағанда ла арағыҙҙағы мөхәббәт нығынырға, бер нисек тә һүнмәҫкә тейеш. Һеҙ бит ауыр ваҡытта бер-берегеҙгә терәк булырға яралғанһығыҙ. Ауырлыҡ осраған һайын, айырылышыу тураһында уйлау йәки икенсе яртыңды ғәйепләү - туңған саҡта кейемдәреңде сисеп ташлау менән бер. Тап шул мәлдә ул һеҙгә кәрәк бит. Ауыр мәлдәрҙә хәләл ефетеңдең терәге мөһим. Әгәр кейемгә ныҡлап төрөнмәһәң, ел уны йолҡоп алып китәсәк, тимәк, һеҙҙең аралар һыуынасаҡ.

Фото: https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6209

Автор:
Читайте нас: