Һыу юлын күрһәтер алдынан кәләш килендәштәренә, бикәстәренә, туған-тыумасаларына ғына түгел, ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарына, үҙҙәренеке итеп ҡабул итһендәр өсөн, килен йөҙө итеп һандығынан сығарып сигелгән ҡулъяулыҡтар таратҡан. Ҡәйнә йортона йәш килен нағышланған яҫтыҡ тыштары, ашъяулыҡтар, селтәрҙәр, таҫтамалдар, урындыҡҡа йәйә торған буй балаҫтар ҙа алып килгән.
Күбеһенсә ҡаралты, яҫтыҡ-юрған һәм аҫалы балаҫтар һандыҡтың өҫтөнә урынлаштырыла. Ҡайһы төбәктәрҙә аҫалы балаҫ һандыҡтың төбөнә һалынған.
Һандыҡтың биҙәлеше, ҙурлығы төрлөсә булған. Элегерәк һәр ағас оҫтаһы тиерлек һырлап, семәрләп һандыҡ эшләй белгән. Оҫталыҡтың үҙ яйы, серҙәре бар. Ағастың да килешлеһен, тейешлеһен алырға кәрәк, әҙер һандыҡты һаҡлай белеү ҙә зарур. Ағас оҫталары һырлап эшләгән һандыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан уға йыйылған хазина ҡул оҫталығын ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙҙың быуаттар буйы ошо рәүешле быуындан-быуынға тапшырыла килгән сәнғәтен, рухи байлығын сағылдыра.
Миңзәлә ФӘСИМОВА.
Фото: evesta.info