+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
13 Августа 2024, 03:00

"Тормош күренештәре" - Айһылыу Ғарифуллина

АТАЙЫМ ҺАБАҒЫ Атайым уҫал, әммә ныҡ ғәҙел, кешелекле кеше булды. Бер ваҡытта ла кешене кәмләргә, мыҫҡыл итергә ярамай, тип өйрәтте. Ауылда хикмәтлерәк (ауырыуы сәбәпле) Шаһымгәрәй исемле апах була торғайны. Ул үҙе шул хәтлем егәрле, һауһаҡ: утынға бер ваҡытта ла ат, трактор менән йөрөмәне, йыуан бүрәнәләрҙе лә йөкмәп ташыны, бесәнде лә. Бер ҡараһаң, Ҡаршытауҙың аҫтында торор, икенсе ҡарауға башында булыр ине. Уның үҙенең генә йөрөгән түтә юлы ла булды. Сабынына гел шунан йөрөнө. Ул һуҡмаҡты мин әле лә Шаһымгәрәй апа һуҡмағы тип йөрөтәм. Ҡәтиәләре, ендәре бар, тигәстәр, беҙ, бала-саға, улар эргәһенән тын да алмай йүгереп үтә торғайныҡ. Кешегә зыяны теймәне ул апаның – мал-тыуар көттө, донъяһын ҡараны. Аҡ һыулы ғына ҡотоғо ла бар ине. Һыңар биҙрәһен тотоп, Заһит ҡотоғона ла таң менән һыуға барыр ине. Бер мәл атайым, Шаһымгәрәй апа тимәй, Шаһым, тигән өсөн ҡолаҡты борҙо: "Нимә оло кешене ололамайың, уның бит исеме бар – Шаһымгәрәй. Бынан һуң кешегә исем тағаһы, кешенән көләһе булма!" – тип ауыҙҙы йырҙы. Башҡалар Шаһым тигәндә лә беҙ Шаһымгәрәй апа тинек. Атайымдың ошо һабағы ғүмергә етте. Бер оло ғына йәштәге инәйҙе беләм: һәр кешегә исем таға. Уйлап ҡуям: их, ваҡытында ҡолағын бороусы булмаған, тип...

"Тормош күренештәре" - Айһылыу Ғарифуллина"Тормош күренештәре" - Айһылыу Ғарифуллина
"Тормош күренештәре" - Айһылыу Ғарифуллина
Тыйылғандан тыйылмаһаң

Әйтеүемсә, әсәйем урыҫтар араһында йәшәгән. Шуғамылыр, сусҡа көттө. Ул ғына түгел, ул осорҙа ауылда башҡа сусҡа көтөүселәр ҙә бар ине. Их-х, шул сусҡа итенең тәме (тәүбә, әстәғәфирулла) һаман да тел осонда тора, ытырған­дырып-сикәндереп. Хәҙерге ғилемем булһа, яҡын да барылмаҫ ине... Сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән аяты менән сусҡа ите ашауҙан тыйған: "Алла һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Алланан башҡа затҡа бағышлап (Бисмилләһи Аллаһу әкбәр, тимәй) һуйылған малды хәрәм ҡылды", – тиелә"Баҡара" сүрәһе­нең 173-сө аятында. Беҙҙең 60 – 70-ләп йорт ҡуя­ныбыҙ, 20 – 30-лап өйрәгебеҙ, йыл һайын 10 – 12-шәр себеш баҫып сығарыусы ике оя ҡаҙыбыҙ, 15 – 17-ләп баш кәзәбеҙ, бихисап һарығыбыҙ, 2 – 3 баш һыйырыбыҙ ҙа була торғайны. Ғаилә ҙур – мул ризыҡ кәрәк. Теге сусҡалар бөтә донъяны һаҫытып, йәйге эҫелә эстәре ярыла яҙып ята торғайны. Ана шул Алла тыйғандан тыйылмауҙың ғилләһелер, тим, беҙҙең ҡуяндар ҙа, йыл һайын себеш баҫып сығарған ҡаҙҙар ҙа, һарыҡ-кәзәләр ҙә яйлап бөттө.
Бөрйән баҙарына ҡайҙандыр бер апай һимеҙ-һимеҙ сало килтереп һата, татарса һөйләшә үҙе. Алалар, хатта бер ағайҙың ҡырҡып, тәмләп ҡарап, алып торғанын үҙем күрҙем... Тел осома тағы теге тәм... сусҡа ите тәме килде... Ытырғандырып...
Автор:
Читайте нас